Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
19 Августа , 11:27

Бәхетле йәшәү сере

Кеше һәр ваҡыт үҙе тураһында хәстәрлек күрергә, физик, эмоциональ һәм социаль хәл-торошона иғтибар бүлергә тейеш. Был хаҡта беҙ «Ғаилә» үҙәгенең ғаилә менән эшләү буйынса белгес Рита Вәхитова менән әңгәмәләштек:

Бәхетле йәшәү сереБәхетле йәшәү сере
Бәхетле йәшәү сере

– Үҙ-үҙеңде ҡайғыртыу – эгоизм түгел, ә ҙур мәғәнәгә эйә төшөнсә. Күптәр уны бары тик матурлыҡ салондарына йөрөү йәки кафела ҡәһүә эсеү менән бәйләй. Әммә ысынында – ул үҙеңдең хәл-торошоңа, ихтыяждарыңа һәм шәхси сиктәреңә яуаплы ҡарау.

Хәстәр бәләкәй генә ғәҙәттәрҙән башлана: ваҡытында йоҡлау, файҙалы ризыҡ ҡулланыу, физик әүҙемлек, психологик ял итеү мөмкинлеген табыу.

Үҙ-үҙеңде ҡайғыртыуҙың иң тәүге ҡағиҙәһе – тәнде таҙа тотоу, орнганизмға көс биреү, сөнки физик сәләмәтлек эмоциональ сәләмәтлек менән тығыҙ бәйләнгән.

Был үҙең өсөн генә түгел, ә яҡындарың өсөн дә мөһим. Иҫән-имен кеше генә ғаиләһен ҡайғырта, балаларын тәрбиәләй, эшләй ала. Ауырып китһәң, яҡындарға көс төшә, улар борсола, аҡсаһын дауаға тотона, көн-төн ҡарарға мәжбүр була. Башҡаларға өҫтәмә ауырлыҡ һалмаҫ өсөн, үҙеңдең физик хәлеңде күҙәтергә тейешһең. Һаулыҡ – ул шәхси эш түгел, ә ғаиләнең уртаҡ байлығы.

Ғаиләлә атмосфера бик нескә әйбер. Әгәр әсәй йәки атай, арыған, үҙ-үҙенә ҡарата иғтибарһыҙ булһа, был башҡа ағзаларында сағыла.

Миҫалға бер ғаиләне килтерәм. Ҡатын әхирәттәре менән аралашыуҙы һыуытҡан, яратҡан шөғөлөнән баш тартҡан, кәйефһеҙ, күңелһеҙ йөрөй башлаған. Ир ҙә балыҡҡа йөрөүен туҡтатҡан, төшөнкөлөккә бирелгән. Ошондай мөхиттә үҫкән бала үҙенә йомолоп, һөйләшмәй башлаған.

Психологтар ярҙамы менән ата-әсә үҙҙәренә ваҡыт бүлергә өйрәнгәс, ғаиләгә йылылыҡ ҡайтты.

Шулай уҡ кире йоғонто яһаған ваҡиға, мөнәсәбәт, яңылыҡтарҙы тыныс ҡабул итеү зарур. Конфликттарҙан ҡотолоп булмай, улар төрлө ғаиләлә, коллективта, дуҫтар араһында ҡуба. Иң мөһиме – ыҙғышҡа ҡарата мөнәсәбәт белдереү. Иң яман юлдар – баҫылып, өнһөҙ ҡалыу йәки, киреһенсә, тауыш күтәреп ҡысҡырышып әрләшеү. Икеһе лә зыянлы.

«Тыныс аралашыу» алымдарын тәҡдим итәм:

  1. Нисек кенә «ҡыҙып»китһәгеҙ ҙә, 10-ға тиклем һанағыҙ.
  2. Әлеге мәлдәге хәл буйынса ғына мөнәсәбәт асыҡлағыҙ, үткән хаталарҙы иҫкә алып әрләшмәгеҙ.
  3. «Һин яманһың» тип түгел, ә «Миңә ҡыйын, оят булды» тип үҙегеҙҙең хистәрегеҙ тураһында әйтегеҙ.
  4. Һыуынырға өйрәнегеҙ. 15 минутҡа өйҙән сығып йөрөп килегеҙ йәки икенсе бүлмәгә күсеп, айырым ултырығыҙ. Был – көсһөҙлөк түгел, ә аҡыллылыҡ.

Кире йоғонтоға эйә хистәрҙе: асыу, үпкә, көнләшеү, ҡурҡыу баҫтырып ҡалмаҫҡа, ә танырға кәрәк.

Үҙегеҙгә әйтегеҙ: "Әйе, әле мин асыуландым, был тәбиғи". Уны тулыһынса юҡҡа сығарып булмай. Хәл-торошоғоҙҙо күҙәтегеҙ, насар уй, тойғоларҙы ситкә ҡыуығыҙ. Күңелде өйкәгән проблеманы ҡағыҙ битенә яҙып, йыртып ташлағыҙ. Йәки "проблема-сәбәп-сығыш" схемаһын төҙөгөҙ. Был техника тынысландыра һәм мәсьәләнең ни тиклем ҡатмарлы йә ябай икәнен тулы һүрәттә күрһәтә.

Кире хис-тойғоларҙы баҫып, эстә һаҡлау – ауырыуға юл. Улар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, йоҡо боҙолоуға, хатта онкологияға тиклем килтерергә мөмкин. Үҙеңде ҡайғыртыу –  үҙ хистәреңде хөрмәт итеүҙән башлана.

  1. Һорау бирегеҙ: «Был мәлде нисек кисерәм? Ниңә миңә көс етмәй?»
  2. Үҙегеҙҙе ҡаты тәнҡитләү урынына хуплағыҙ, маҡтағыҙ.
  3. Бәләкәй генә тәнәфес яһағыҙ. 5 минут тын алыу, аяҡ осона баҫып тороу, тәҙрә янына барып тышты ҡарау ҙа ял итеүгә тиң.
  4. Шөғөл табығыҙ. Уҡыу, бәйләү, музыка, спорт кеүек шатлыҡ килтергән эште эшләгеҙ.

Тәү сиратта, үҙегеҙгә мөхәббәт һәм хөрмәт менән ҡарағыҙ. Тыныс һәм бәхетле кеше генә янындағыларға ысын йылылыҡ бирә ала. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртып, конфликттарҙан ҡурҡмай, үҙ хистәрегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ.

Әлиә Әмирова яҙып алды.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас