Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
12 Августа , 10:03

Ҡунаҡ саҡырыу әҙәбе

Ҡунаҡ  йыйғанда ниәттең дөрөҫ булыуы шарт, йәғни ниәт менән ғәмәл тап килергә тейеш. Мәҫәлән, никах уҡытырға мулла саҡырылған мәжлескә, мулла сығып китеү менән өҫтәл түренә араҡы менеп ултыра. Был вәғәз һөйләп, изге теләктәр теләп доға ҡылған мулланы, шулай уҡ Аллаһы Тәғәләне “алдарға” маташыу кеүек килеп сыға.

Ҡунаҡ саҡырыу әҙәбеҠунаҡ саҡырыу әҙәбе
Ҡунаҡ саҡырыу әҙәбе

 Ҡунаҡтарҙы һыйларға аш-һыу әҙерләгән кеше тәһәрәтле йәки ғөсөллө булырға, эште “Бисмилләһир рахмәнир рахим” тип башларға тейеш.

Ҡунаҡҡа тик бай, абруйлы, файҙа килтерерҙәй генә кешеләрҙе саҡырыу түгел, ә киреһенсә, ярлыларҙы, мохтаждарҙы, шулай уҡ дин тотҡан, тәҡүәлеләргә әйтеү сауаплылыр.

Саҡырылған ҡунаҡтар араһында күршенең булыуы яҡшы тигән пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә.

Хужа кеше ҡунаҡтарҙы үҙ балаларына бер нәмә лә ҡалмаҫлыҡ итеп һыйларға тейеш түгел, ә үҙ хәлеңә ҡарап ҡаршылау зарур.

Ҡунаҡтар алдында йомартлылыҡ күрһәтеү яҡшы, ләкин маҡтаныу булырға тейеш түгел.

Ҡунаҡ саҡырғанда белеп ҡуйығыҙ

Хужа ҡунаҡтарына ашап-эсеп ултырырға тәҡдим итә, ләкин артығын көсләшеп ҡыҫтарға тейеш түгел.

Яулыҡ, хижәб кейгән һәм үҙен әҙәпле тотҡан хужа ҡатыны ҡунаҡтарҙы һыйлай ала.

Ҡатын-ҡыҙ, ире рөхсәт итмәһә, һәм ире өйҙә булмағанда, ҡунаҡ саҡырырға тейеш түгел.

Ҡунаҡты ҡапҡаға тиклем оҙата сығыу – сөннәттең бер өлөшө.

Ҡунаҡтарҙы һыйлау, ашау-эсеү әҙәбе

Ризыҡты уң яҡтан, йәғни аят уҡыусы кешенән башлап һәм уның уң яғынан бүтән ҡунаҡтарға өләшергә.

 Әгәр ҡунаҡтар араһында йәше яғынан өлкән йәки хөрмәткә лайыҡлыраҡ кеше булһа, унан алда ашай башламау. 

 Ризыҡты (ит, ҡамыр аштары һ.б.) үҙеңә яҡыныраҡ торғанды алып ашау.

 Ашап-эскәндә һөйләшеп ултырыу мөмкин, ләкин ғәйбәт һөйләү тыйыла, был ҙур гөнаһтарҙың береһе (Мөслим). Ғәйбәт һөйләнгән мәжлесте Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәй.

Ҡунаҡтарҙың нисек ашап-эсеп ултырғандарын ҡарап тороу әҙәпһеҙлек булып һанала.

Ҡунаҡтарҙы хәрәм ризыҡтар менән һыйламау. Сөнки кешенең ҡырҡ көн буйына доғаһы ҡабул булмаҫ, тигән пәйғәмбәребеҙ с. ғ. с.

Ислам дине төркөмөнән алынды.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас