Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
12 Августа , 10:28

Тормоштары нур кеүек

Бәләкәйҙән атай-әсәй һөйөүенән мәхрүм ҡалып, 14-15 йәшендә өләсәһе һәм ағайҙары менән күрше Ғафури районынан Архангелдең Горный ауылына күсеп килгән Хәбинур барлыҡ ғүмере ошонда үтер, тип уйлап та ҡарамағандыр, моғайын.

Тормоштары нур кеүекТормоштары нур кеүек
Тормоштары нур кеүек

Һин теләгәнсә генә булмай шул тормошта, ул үҙенекен итә,  һынауҙарын, кәртәләрен ҡуя әҙәм балаһының алдына. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, шул имтиханды лайыҡлы үтә алғанһың икән, тимәк, юлың уңған. Был йәһәттән, Хәбинур үҙенең яҙмышы менән ҡәнәғәт. Хәҙер етмеш йәшен ауыҙлыҡлап, бәйге аты һымаҡ ажғырып барған тормош юлына байҡау яһай ҙа, риза булып, йылмайып ҡуя.

Һигеҙенсе класты тамамлағас, Хәбинур Хәбибуллин Талбазылағы һөнәрселек училищеһына электрикка уҡырға инә. Ләкин алған һөнәре буйынса эшләргә насип булмай уға. Ун етеһе тулған егетте, хәрби комиссариат йүнәлтмәһе менән баш ҡалаға водителдәр курсына уҡырға ебәрә.

Һалдат бурысын үтәргә саҡырылған  Хәбинурға Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итергә тура килә. Ул йылдарҙы һағынып хәтерләй Хәбинур Зәбихулла улы: "Элек армияға үҙебеҙ теләп, ашҡынып бара инек бит. Һалдат булып, кирза итек кейеп, билгә ҡайыш быуып йөрөү егеттәр өсөн ғорурлыҡ һаналды. Мин дә шул йылдарҙы һағынып иҫкә алам. Бер йыл хеҙмәт иткәс, беҙҙе Новосибирский өлкәһендәге бер колхозға эшкә ебәрҙеләр. Элек урып-йыйыу кампанияһында хужалыҡтарға хәрбиҙәрҙе ярҙамға ебәрәләр ине. Ике йыл үткәс тә, йәнә дүрт ай Новосибирскийҙа эшләп, шунан ғына тыуған яҡтарға ҡайттым, " – ти Хәбинур Зәбихулла улы.

Ә тыуған яғында кисәге һалдатты түҙемһеҙлек менән һөйгәне көтә. Әйткәндәй, Флүрәһе лә Ғафури районы ҡыҙы. Ҡарағай ауылында һигеҙенсе класты тамамлаған ҡыҙ, уҡыуын артабан дауам итеү өсөн, Горный ауылына килә. Бығаса бер-береһен белмәгән йәштәр өсөн бәрәкәтле Архангел районы бәхет бишегенә әйләнә.

"Бында бит башлыса рустар, латыштар йәшәгәс, барыһы ла урыҫ телендә аралаша. Беҙ генә ике ғафури башҡортса һөйләшеп йөрөйбеҙ. Шулай танышып, дуҫлашып киттек. Йәше етеп, әрме сафтарына саҡырылғас, үҙем оҙатып ҡалдым," – ти Флүрә Шәһит ҡыҙы.

Егетенә биргән вәғәҙәһенә тоғролоҡ һаҡлап, һалдатын көтөп ала Флүрә ханым. Шул ваҡыттан алып, бына хәҙер ярты быуат иңгә-иң терәшеп, ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да бергә кисереп, ғүмер итәләр Хәбибуллиндар. Ошо йылдар эсендә улар ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдарының өлкәндәре атай һөнәрен һайлаған, уртансылары Себер тарафтарында эшләп йөрөй, ҡыҙҙары Нефтекамский ҡалаһында донъя көтә. Дүрт ейәндәре, бер ейәнсәрҙәре йәй айҙарында, каникул осорҙарында килеп, олатай менән өләсәйҙәрен шатландырып торалар.

Хәбинур Зәбихулла улы һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡас та, Максим Горький исемендәге колхозға водитель булып эшкә урынлаша. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары уртаһында хужалыҡ тарҡалғас, Хәбинур уҙаман “Газпром” предприятиеһының Өфөләге “Баштрансгаз” ойошмаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Һуңынан, үҙҙәренең Максим Горький ауылына ҡайтып, урындағы хакимиәттә машина йөрөтә, артабан мәктәп автобусына урынлашып, уҡыусыларҙы йөрөтә.

Флүрә Шәһит ҡыҙы баҡсасы ла, һауынсы ла, почта ташыусы ла, балалар баҡсаһында тәрбиәсе лә булып эшләй. Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡайҙа эшләһәләр ҙә башҡаларға өлгө күрһәтеп, тырышып эшләйҙәр улар. Әле лә ҡул ҡаушырып ултырыуҙы үҙһенмәйҙәр Хәбибуллиндар: мал тоталар, һарыҡтары ла бар, баҡса үҫтерәләр. Хәбинур Зәбихулла улы, йорт эштәрен башҡарғанда кәрәк буласаҡ әле тип, Газель машинаһы алып ебәргән.

Бына шулай Хәбибуллиндар, ауылдаштарын һоҡландырып, тирә йүнгә нур һибеп йәшәйҙәр.

Сибәғәт Рахманғолов.

Автор фотоһы.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас