Инйәр
+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
12 Августа , 09:27

Төҙөлөшкә ғашиҡ оҫта

Һәр август айында беҙ Төҙөүселәр көнөн билдәләйбеҙ. Был — тораҡ пункттарға яңы төҫ индергән, кешеләрҙең торлағын матурлаған, йәшәү урыны менән тәьмин иткән хеҙмәт оҫталарының көнө. Шундайҙарҙың береһе — яҡташыбыҙ Илмир Кинйәбулатов. Ул — һайлаған һөнәренә мөкиббән ғашиҡ, эшен яратып башҡарған, һәммәбеҙҙең йәшәү шартына уңайлыҡ, йылылыҡ, йәм өҫтәгән шәхес.

Төҙөлөшкә ғашиҡ оҫтаТөҙөлөшкә ғашиҡ оҫта
Төҙөлөшкә ғашиҡ оҫта

Илмир Максим Горький ауылында тыуып-үҫкән. Бала саҡтан төҙөлөш өлкәһе менән ҡыҙыға. 14 йәшлек сағында уҡ «Шәфҡәтлелек» Архангел оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн социаль хеҙмәтләндереү йортонда электр сымдарын үҙаллы һуҙып йөрөүе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Һәр эшкә маһир, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән үҫмер урындағы мәктәптә 11-се класты тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының 70-се лицейында «Эске биҙәү эштәре оҫтаһы, штукатур-буяусы, плитка һалыусы» һөнәрен үҙләштерә.  Уҡыу үҙәгендә электрик курсын да уңышлы үтә.

– Тормош — үҙе уҡытыусы. Күп нәмәгә мин үҙ аллы өйрәндем,  – ти мәҡәләм геройы ихлас йылмайып.

Хеҙмәт юлын Илмир Шамил улы вахта ысулы менән башлаған. Яҡут яҡтарының һалҡын тундраһында, Магадандың ел-дауылында, Калининградтың диңгеҙ елдәрендә, ғөмүмән, илдең төрлө тарафтарында уның ҡул эҙе ҡалған. Ҡайҙа йөрөһә лә, белемен камиллаштырып, тәжрибә туплай. Бөгөн яҡташыбыҙ — шәхси эшҡыуар, ысын һөнәр эйәһе. Ул 6-сы разрядлы плитка һалыусы, арматурасы-бетонсы. Төҙөлөш тармағындағы хеҙмәт стажы инде 14 йыл.

Илмир бер урында тапанырға яратмай, яңылыҡтарҙан ҡалышмай: яңы технологияларҙы өйрәнә, заманса материалдар менән таныша, әүҙем үҫешә. Ул әйткәнсә: «Төҙөүсе өсөн иң ҡурҡынысы — белемһеҙ ҡалыу. Уҡығың, өйрәнгең килмәй икән, эшең дә бармай». Шуға ла уның эштәре сифатлы, клиенттары ҡәнәғәт.

Ғаиләлә төҙөлөш «ен»е бер Илмирға ғына ҡағылмаған икән. Уның игеҙәк туғаны Илнур ҙа ошо өлкәлә эшләй. Ул да 14 йәшендә үрҙә атап үткән учреждениела стеналарҙы шпаклевкалаған. Башта ике бер туған фатирҙарҙы тулыһынса ремонтлап, эске биҙәү эштәрен башҡарған. Хәҙер һәр ҡайһыһы айырым тир түгә, шуға ҡарамаҫтан, уларҙың  ҡәрҙәшлек бәйләнештәре көслө, кәңәш-төңәш, ҡул ярҙамы – тәү сиратта. Өлкән ағаһы Наил да төҙөүсе. Бәлки был өлкә менән мауығыу нәҡ унан башланғандыр ҙа, кем белә.

Тормош көтмәгәндә ҡаты һынауҙарын үткәрә. 2021 йыл ғаилә өсөн иң ауыр йылдарҙың береһе булғандыр. Илмир Ырымбурҙа вахтала саҡта, ата-әсә йортонда янғын сыҡҡан. Торлаҡ та, йыһаздар ҙа, төҙөлөш ҡоралдары ла  көл-күмергә әйләнгән. Өс оҫтаны ауырлыҡтар ҡаҡшатмаған, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ берләштергән. Туғандар ең һыҙғанып, бөтә көсөн һалып, өр-яңы матур өй төҙөгән. Хәҙер уларҙың һәр береһенең үҙ йорто бар — барыһы ла үҙ ҡулдары менән һалынған. Торлаҡтарҙың һәр ташында — ғаилә йылыһы.

Илмир Шамил улы — тирә-яҡта хөрмәт яулаған, ышаныслы төҙөүсе. Ул нигеҙ һала, стена күтәрә, ҡыйыҡ яба, эске биҙәү эшен башҡара, тәҙрә, ишектәр ҡуя, плитка йәбештерә, электр сымын һуҙа, фасадтарҙы төҙөкләндерә, уларҙың вентиляция системаһын монтажлай, санитар-техник йыһазлай, стеналарҙы йылыта, барлыҡ инженер төҙөлөш эшен үтәй. Универсал оҫта клиенттар менән бөтә нескәлектәрҙе иҫәпкә алып, асыҡтан-асыҡ фекер алыша, проектты бергәләп уйлай, материалдар һайлай, кәңәштәр бирә. Һәр эш ваҡытында һәм сифатлы башҡарыла. Мәҫәлән, Өфөлә бер ханым фатирҙарын да, офистарын да тәртипкә килтереүҙе бары тик Илмирға ғына ышанып тапшыра. Ул оҫтаның хеҙмәтен юғары баһалап ҡына ҡалмай, талапҡа инмәһә лә, үҙ теләгенә буйһоноп, төшкө аш менән һыйлай. Был эшкә түгел, ә кешегә ҡарата ихтирамдың иң күркәм ишараһы. Даими клиенттарға ташлама ҡаралған — сөнки Илмир кешелекле мөнәсәбәттәрҙе аҡсанан өҫтөн ҡуя.

Яҡташыбыҙ фекеренсә, төҙөүсе маҡсатлы, белемле, яуаплы булырға тейеш. Эшләмәгән кеше генә яңылышмай, тиҙәр. Хаталар ҙа бушҡа бирелмәй, улар күп нәмәгә өйрәтә. Бурысына яуаплы, үҙ-үҙенә талапсан Илмир Кинйәбулатов ҙур хаталарға юл ҡуймаған. Уның һәр алымы ентекле, төптән уйланылған, үлсәнгән, иҫәпләнгән. Оҫта әйтеүенсә, бөгөн өй һалырға теләүселәр күберәк панель, шлакоблок, газоблок материалына өҫтөнлөк бирә, сөнки кирбес ҡиммәткә төшә, брус тиҙ серей. Иң мөһиме — нигеҙ ныҡ булырға тейеш, тип иҫкәртә белгес. Бөтә йорттар ҙа өҫтәмә йылытыла, заман талаптарына яуап бирә.

Илмирҙың тормошонда төҙөлөш менән бергә иң ҙур байлығы — ғаиләһе. Ҡатыны Айгөл – уңған, хәстәрлекле хужабикә. Дуҫ, татыу ғаиләлә өс бала үҫеп килә. Ҡыҙҙары Азалия – өсөнсө, Зарина икенсе класты тамамлаған, бәләкәй улдары Азатҡа өс йәш. Ҡәҙерлеләре һәр саҡ эштән түҙемһеҙләнеп, ҡыуанып көтә. Улар янында арыу-талыу ҙа юҡҡа сыға. Ошо мәлдәрҙә үҙен донъялағы иң бәхетле кеше тип һанай. Хәҙер инде ул ғаиләһенә икенсе ҙурыраҡ йорт төҙөргә йыйына.

Илмир Шамил улы — заманса төҙөүсенең өлгөһө. Эшен ярата, кешеләрҙе хөрмәт итә, ғаиләһен ҡәҙерләй, белемгә ынтыла. Уның кеүек оҫталар барында беҙҙең йорттар ныҡ, ә тормош йылыраҡ һәм күркәмлерәк.

Әлиә Әмирова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас