

Республикала уларҙы ойоштороуға етди тотондолар. Өфөлә «Защитник» һайлау пункты эшләй, бында яңы хеҙмәткә алынғандарҙы тәүге көндән дрондар ҡоролошо һәм идара итеү практикаһы менән таныштыралар. Инструкторҙар билдәләүенсә, элекке геймерҙар һәм электроника менән эшләгән йәштәр программаны тиҙерәк үҙләштерә. Әммә курс осороуға өйрәтеү менән генә сикләнмәй — операторҙарға тактиканы, яланда ремонтлау һәм радиоэлектрон сараларға ҡаршы тороу тәжрибәһен бирә.
2025 йылда республика 9 меңдән ашыу пилотһыҙ осоусы аппарат сығарҙы. «Уфимец-150», FPV-дрондар, үҙ аллы электродвигателдәр юғары баһаланды. Предприятиелар һуғыш яланы ҡуйған талаптарҙы иҫәпкә алып, техниканы даими камиллаштыра, башҡорт дрондарын көслөрәк һәм ҡеүәтлерәк итә.
Яңы ғәскәргә йәштәрҙе әүҙем йыялар. Хеҙмәт, төрлө стереотиптарға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙерәк һанала — операторҙар алғы һыҙыҡтан алыҫ эшләй. Контракт бер йылға төҙөлә. Бөтә социаль гарантиялар, өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Студенттар өсөн бюджет урынын һаҡлап, академик отпускы бирелә.
Башҡортостан егете, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы иҫәпләү буйынса етәксе «Светлый» позывнойлы яугирҙең тарихы айырым урын биләй. Ул 2023 йылдан Рәсәй Геройы Алмас Сафин исемендәге башҡорт батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Йәйге миҙгел, уның һүҙҙәре буйынса, айырым һынау. Эҫе, саң һәм ҡуйы йәшеллек техника өсөн күҙгә күренмәҫ дошманға әйләнә: аккумуляторҙар тиҙерәк ултыра, камералар бысрана, бәйләнеш боҙола.
Иҫәп эшенең тиҙлеге — оҫталыҡ һөҙөмтәһе генә түгел, ә берҙәмлек билдәһе лә. Объектты асыҡлауҙан юҡҡа сығарыуға тиклем бер нисә минуттан алып ярты сәғәтксә һуҙылырға мөмкин. Өс оператор араһында үҙ-ара аңлашыусанлыҡ һәм ышаныс – төп фактор. «Светлый» яуҙаштарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа: яугирҙең арығанын күрһә, икенсе эшкә күсерә, ҡыҫҡа ғына ял бирә. Уның фекеренсә, ябай һөйләшеүҙәр мөғжизә яһай: «кемгәлер күңел йөгөн бушатыр өсөн эс-сере менән уртаҡлашыу ҙа етә».
Яугирҙәрҙең рухи ҡеүәтен күтәреүҙә тыуған ерҙән килгән ярҙам айырым роль уйнай. Ерле предприятиеларҙа камиллаштырылған башҡорт FPV-дрондары үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.
– Уларҙың нәҡ тыуған илебеҙҙә етештерелеүе беҙҙең өсөн — ҙур ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ, — тип билдәләй «Светлый». – Сафҡа яңы ҡушылған йәштәр үҙҙәре менән заманса ҡараш һәм дәрт алып килә. Улар эшкә дәррәү ҡушыла, тиҙ өйрәнә. Бында ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу булырға кәрәк, ләкин был уйламайынса алға сабырға тигәнде аңлатмай. Ысын ҡыйыулыҡ — тиҙ уйлай белеүҙә, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙә.
Дошман тактикаһын өйрәнгән «Светлый» уларҙың кәмселек-хатаһын билдәләй: эш бер ҡалыпҡа һалынған һәм башлыса алыҫтан идара итеүгә ҡоролған, шуға күрә яҡын алышта дошман ҡаушап, баҙап ҡала.
– Беҙ бында һәр осош аша тәжрибә туплайбыҙ. Хәлде дөрөҫ баһалау рефлекс кимәленә еткән. Ошо оҫталыҡ беҙгә өҫтөнлөк бирә, – ти яҡташыбыҙ.
Өс йыл эсендә «Светлый» төп хәҡиҡәтте аңлаған: алыш барышында кабелдең торошонан алып батарея зарядына тиклем хәл иткес роль уйнай. Тағы бер мөһим һығымта: кешеләр бер-береһенә терәк-таяныс, берҙәм булғанда, уларҙы бер ниндәй ауырлыҡ та һындыра алмай.
Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатының телефон һандары 8 (34765) 2-14-78, 8 (34774) 2-11-79.
Әлиә Әмирова әҙерләне.
Фото: Дмитрий Фадеев (Баймакский вестник)