Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
12 Августа , 09:53

Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?

Ғөшөр саҙаҡаһы —  баҡсала үҫтерелгән йәшелсә, еләк-емештән бирелә торған саҙаҡа. Ул беҙҙең малыбыҙға бәрәкәт килтерә.

Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?
Ғөшөр саҙаҡаһы. Уны ҡасан һәм кемгә бирергә?

Был саҙаҡаны өләшеп, үҙем ризыҡһыҙ ҡалам тип уйлау дөрөҫ түгел. Ғөшөрҙө генә түгел, башҡа саҙаҡаларҙы ла ихлас күңелдән таратаһың  икән, уны Аллаһы Тәғәлә икеләтә арттырып ҡайтарасаҡ.

Ғөшөр - ул зәҡәттең бер төрө. Уның теүәл генә күләме булмаһа ла , йылына бер мәртәбә йыйылған уңыштың ундан бер өлөшөн фәҡирҙәргә биреү фарыз һанала. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Йыйып алған уңыштың ямғыр һәм йылға һыуҙары менән үҫтерелгән өлөшөнән ундан берен, ә хеҙмәт итеп, һыу һибеп үҫтерелгән өлөшөнән егерменән бер өлөшө саҙаҡа итеп бирелергә тейеш”, - тигән. Ибраһим сүрәһенең 7-се аятында Аллаһы: “Мин биргән ниғмәттәргә шөкөр итһәгеҙ, арттырып ҡайтарырмын. Әгәр биргән ниғмәттәремә шөкөр итмәһәгеҙ, ғазабым ҡаты булыр”, - тигән. Был ғәмәлде үтәп, беҙ ярҙамға мохтаждарҙы ҡыуандырып сауаплы булабыҙ. Уны бер кемгә һөйләмәйенсә, йәшереп тапшырыу яҡшыраҡ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гөнаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡар.

Ғөшөр саҙаҡаһын кемгә бирергә?

Мохтаждарға, йәтимдәргә, ауырыуҙарға, кем үҙ-үҙен ҡарай алмай, шуларға өлөш сығарыу сауаплы.

Ғөшөрҙө элек-электән мәҙрәсә шәкерттәренә биргәндәр. Теләге булғандар мәҙрәсәләргә, дини уҡыу йорттарының ашханаларына килтерә ала.

Ғөшөр саҙаҡаһы ҡасан бирелергә тейеш?

Тәғәйен генә ваҡыты юҡ. Уңыш йыйып алынғас та өләшергә тырышалар.

Уны  еләк-емештән ҡайнатма, йәшелсәләрҙән салаттар рәүешендә бирергә буламы?

Улай тағы ла яҡшыраҡ, әҙерләнгән баҡса ниғмәттәре боҙолмай, уларҙы оҙаҡ ваҡыт һаҡлап була.

Туғандарға бирергә яраймы?

Мохтаж туғандар булһа, ярай. Ләкин баҡсанан алынған уңышты, күстәнәс итеп, бай йәки урта хәлле туғандарыңа биреү ғөшөр саҙаҡаһы булып ҡабул ителмәй. Был күстәнәс булып һанала.

Саҙаҡа мохтаж кешеләргә тапшырылыуын беҙ аңларға тейешбеҙ, ул ауыр хәлдәге кешегә ярҙам күрһәтеү булып һанала. Ундай туғаның булһа, ғөшөр саҙаҡаһы биреү сауаплы.
Мөмкинлегең була тороп та әлеге саҙаҡаны бирмәү – гөнаһ. Уны биреүҙән ҡурҡмағыҙ, Аллаһы Тәғәлә беҙ өләшкән саҙаҡабыҙҙы күберәк итеп ҡайтарасаҡ.

Фәнзил хажи Хисаметдинов,

Архангел районы “Зифа” мәсетенең имам-мөхтәсибе.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас