Инйәр
+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
12 Августа , 09:15

«Позывной «Башҡорт» – йөрәк һәм ваҡыт ҡушыуы буйынса яҙылған

Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның МХО геройҙары тураһында «Позывной «Башҡорт» тигән яңы китабы «АСТ» һәм «Ленинград» нәшриәттәрендә баҫылып сыҡты.

«Позывной «Башҡорт» – йөрәк һәм ваҡыт ҡушыуы буйынса яҙылған«Позывной «Башҡорт» – йөрәк һәм ваҡыт ҡушыуы буйынса яҙылған
«Позывной «Башҡорт» – йөрәк һәм ваҡыт ҡушыуы буйынса яҙылған

Баҫма махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҙмыштарына, Ватан һаҡсыларының батырлығына һәм уларҙың ғаиләләренең рух ныҡлығына бағышланған. Сарала республика башҡарма органдары вәкилдәре, йәмәғәт, ижади ойошмалар, журналистар, шулай уҡ геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Почетлы ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә Рәсәй Һәләк булған Ватан һаҡсыларының ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гөлфирә Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Ғәлимә Ғәлина, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат Закирова һәм районыбыҙҙың “Башҡорт” позывнойлы яугирҙәре, уларҙың ата-әсәләре бар ине. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындарының килеүе айырыуса әһәмиәтле булды, уға тәрәнлек, ихласлыҡ һәм көслө эмоциональ йөкмәтке өҫтәне. Уларҙың ғәзиздәренең яҙмышы, хәтирәләре был китапта сағылыш тапҡан. Китап авторы билдәләүенсә, баҫма, нигеҙҙә, журналист яҙмаларынан, интервьюларҙан һәм геройҙар, уларҙың ғаиләләре менән шәхси аралашыуҙар мәлендә теркәлгән материалдарҙан тора. Автор факттарҙы ғына түгел, ә осрашыуҙар мөхитен, интонацияларҙы, эске кисерештәрҙе һәм яҡташ геройҙарының эске көсөн дә еткерә алған. Баҫма хәҙерге Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора. «Мин был китаптағы һәр тарихты үҙем аша үткәреп яҙҙым. Унда уйлап сығарылған сюжеттар юҡ, ә тере ысынбарлыҡ – беҙҙең яугирҙәрҙең яҙмышы, һынауҙар алдындағы көсө һәм рухы сағылышы. Был хәтирәләрҙе ысынбарлыҡҡа тоғро ҡалып ҡына һаҡлау мөһим ине», – тип билдәләне Лариса Абдуллина.
Айһылыу Мөхәмәтйәнова.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас