

Йылдың бер генә көнө бар — 28 июль — ул теләктәр теләү мәле. Ошо тылсымлы дата айҡанлы беҙ райондаштарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, уларҙың хыялдары, мөғжизәгә ышаныуҙары тураһында һораштыҡ.
Гүзәл Бикташева: «Теләк — ут атыу кеүек булырға тейеш»
— Минеңсә, әгәр ышанаһаң, теләһә ниндәй көн тылсымлы була ала. Мин үҙем бер ҡағиҙәгә эйә: теләк «түгел» тигән киҫәксәһеҙ һәм бик аныҡ булырға тейеш. «Ауырмаҫҡа теләйем» тип әйтмәйбеҙ, ә «сәләмәт, көслө, ҡеүәтле булырға теләйем» тиергә кәрәк. Ғаләм ике мәғәнәлелекте аңламай. Тағы ла бер миҫал, ул урыҫса теләккә ҡағыла: «чтобы счастливы были, успешны, здоровы были». Улар үткән заманға ҡағыла. «Беҙ бәхетле, уңышлы, имен» тиһәк хәҙерге ваҡыт тураһында һүҙ бара. Һәр уй-фекер, теләк тормошҡа ашырға һәләтле.
Артур Шаһимарҙанов: «Ҡысҡырып, йылмайып-көлөп хыялланырға кәрәк»
— Беҙҙең халыҡ элек-электән аяттар уҡытып, доға ҡылып, аҙағынан теләк әйтеп ҡуя. Миңә ҡалһа, хыялыңдың тормошҡа ашырын билдәһеҙ киләсәктә күҙ алдыңа килтерергә түгел, ә уны бөгөн, әлеге мәлдә тормошҡа ашҡан тип хис итергә, уға эйә булыу ҡыуанысын тойорға кәрәк. Уй-фекер материаль тигәнде күптән дәлилләнеләр. Ҡайһы бер бәғзеләр алама теләк теләй. Был бик насар ғәҙәт. Кеше күңелендә ихласлыҡ, сафлыҡ булырға тейеш. Һәр кем үҙенә генә түгел, яҡындарына ла файҙа килтерергә бурыслы.
Айбулат Баһауетдинов: «Йолалар — изге ғәмәл, тырышлыҡ — уңыш нигеҙе»
— Йылға, шишмә, һыуға аҡса ташлау йәки йондоҙға ҡарап теләк теләү — боронғо йолалар. Әммә тормошта маҡсатҡа ирешер, ниндәйҙер юғары кимәлгә етер өсөн теләк кенә аҙ. Ул бары тик башланғыс нөктә. Унан һуң хыялға табан аҙымдар яһарға, тырышырға, көс һалырға кәрәк. Шул саҡта теләк ҡабул буласаҡ.
Үҙ мөмкинлегегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Төп шарт — мөғжизәгә ышанығыҙ, ул мотлаҡ ҡыуандырасаҡ.
Әлиә Әмирова.