

Ҡый-һай бәреп киткәндә, әй, «берәйһе йыйыр әле» тип уйлайбыҙ. Бер тапҡыр артыбыҙҙан йыймағанда әллә нәмә булмаҫ әле, тип ышанабыҙ. Әммә ошо “бер тапҡырҙар” йылдан-йыл ҡабатлана, тирә-яҡ ҡалдыҡтар менән тула. Уның һәр береһе быуаттар буйына һаҡлана, ҡот осҡос зыян килтерә. Айырым туҡталып китәйек:
Йәшәгән урындарыбыҙҙа таҙалыҡты талап итәбеҙ, әммә тәбиғәттең именлеге өсөн борсолмайбыҙ.
Кешелеклелек Кесе Ватаныбыҙға мөхәббәттән, хәстәрлек күрһәтеүҙән башлана. Үҙеңдән һуң ғына түгел, башҡаларҙың да сүп-сарын йыйып алырға көс табырға кәрәк. Йәш быуын был ғәҙәтте күреп, өлгө алып үҫергә тейеш. Тәбиғәт — беҙҙең өйөбөҙ. Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙҙы, урмандарыбыҙҙы, йылғаларыбыҙҙы таҙа тотайыҡ. Беҙҙең киләсәк быға ныҡ бәйле. Таҙа тәбиғәт — беҙҙең милли байлығыбыҙ, уны һаҡлау — һәр беребеҙҙең изге бурысы.
Әлиә Булатова.
Автор фотһы.