

Яугир әйтеүенсә, бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары разведка алып бара, ут йүнәлешенә төҙәтмәләр индерә, удар бурыстарын үтәй, шулай уҡ боеприпастар һәм медикаменттар килтереүҙә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта дрон менән идара итеү күнекмәләре тыныс тормоштоң төрлө өлкәләрендә лә талап ителә.
Ял ваҡытында уны туғандары ғына түгел, тыуған ауылы халҡы ла йылы ҡаршы ала. Әле яугир ғаиләһе ҡатыны һәм өс балаһы менән ваҡыт үткәрә.