

– Төркөмдәштәрем, класташтарым – минең ҡәҙерле дуҫтарым. Бергә үткән йылдар онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды, беҙ әле лә араны һыуытмайбыҙ, аралашабыҙ, осрашабыҙ, – тип уртаҡлаша Азалия.
Яҡташыбыҙҙың мәктәп йылдары — еңеүҙәр сынйыры. Ул барлыҡ олимпиадаларҙа ҡатнаша. Ҡаҙаныштары араһында — престижлы «Гагарин кубогы», халыҡ-ара «Америка бульдогы» конкурсы, төрлө фәндәр буйынса олимпиадалар. Шул уҡ ваҡытта Азалия спорт менән дә ныҡ дуҫ була: физкультура дәрестәрендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, йүгереү, волейбол ярыштарында призлы урындар яулай. Уның сыҙамлылығы, көслө рухы һәм физик әҙерлеге ГТО-ның алтын билдәһе менән билдәләнгән. Был — уның маҡсатҡа ынтылышының, үҙ-үҙен еңеүенең тағы бер дәлиле. Юғары уңыштарға өлгәшкән ҡыҙҙың фотоһүрәте әле лә мәктәп Почёт таҡтаһында эленеп тора. Был – үҫеп килгән быуынға ныҡышмалылыҡ, отҡорлоҡ, маҡсатҡа ирешеү өлгөһө. Уҡытыусылар уның күркәм холҡон, тәртибен һәм белемгә ынтылышын юғары баһалай. Азалия Вахитова шул осорҙа директор йөгөн тартҡан Алевтина Викторовна Бочкареваға, уға көс-ҡеүәт биргән, күңелен үҫтергән һәр бер уҡытыусыһына рәхмәтле, класс етәкселәрен ихлас йылылыҡ менән маҡтап телгә ала.
Күп яҡлы талант эйәһе ижад донъяһына ла күп ваҡытын бүлә. Ул Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә: фортепиано класы, вокал, гитарала уйнау һәм бейеү түңәрәге.
Уның тырышлығы бушҡа китмәй — бөгөн ҡыҙҙың үрҙә атап кителгән төрлө йүнәлештә уҡытыу хоҡуғы биргән таныҡлыҡтары бар. Азалия район мәҙәниәт йортонда барлыҡ байрамдарҙа һәм концерттарҙа даими ҡатнашҡан, сағыу сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен яулаған артист.
Ижади уңыштары тураһында һөйләгәндә, яҡташыбыҙ Балалар сәнғәт мәктәбенең етәксеһе Ирина Юрьевна Пинягинаны айырым йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Нәҡ уның оҫталығы һәләтле ҡыҙға үҙенең мөмкинлектәрен асырға, музыка донъяһын ысынлап һөйөргә ярҙам итә. Уҡыу, спорт, ижад донъяһында рәсем төшөрөү менән ныҡлап шөғөлләнеү ҙә үҙ урынын алған. Сәнғәт мәктәбен тамамлаған рәссам картина яҙыу төрҙәренең барыһын да үҙләштерә: натюрморт, портрет, пейзаж, натурға ҡарап төшөрөү. Хатта балсыҡ әүәләү (глинолепка) ҙә уның оҫталығына буйһона. Мәҡәләм героиняһы менән ысын мәғәнәһендә һоҡланам, уның миҫалында кеше мөмкинлектәренең сикһеҙ икәнлегенә инанам, тәбиғи һәләтте төрлө юҫыҡта үҫтереүгә көс, ваҡыт таба алғанына ғәжәпләнәм. Уның эштәрендә ҡабатланмаҫ эҙ, күңел йылыһы, ихласлыҡ. Һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ.
Ижади ҡаҙаныштарға ирешкән кешегә сәнғәт өлкәһенән теләгән һөнәрҙе һайларға мөмкин, тигән уй тыуа. Әммә Азалия көтөлмәгән ҡарар ҡабул итә. Аттестат алғандан һуң, ул Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағындағы 1-се һанлы медицина колледжына уҡырға инә, сөнки йөрәге шулай ҡуша, кешеләргә ярҙам итеү теләге көслөрәк булып сыға. Дипломлы белгес туҡтап ҡалмай, артабан белемен нығытыу маҡсатында медицина университетының дауалау факультетында уҡыуын дауам итә: фармацевтика серҙәрен өйрәнә, тәжрибә туплай һәм үҙенең төп маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән бара.
Медицина – бала саҡта уҡ бөрөләнгән хыял булғаны асыҡланды. Туғандары араһында ла фельдшер булып эшләүселәр бар икән. Ҡыҙ бер ҡасан да йәбешкәк бөжәктәрҙән, йылан, баҡаларҙан ҡурҡмай, киреһенсә, уларҙы өйрәнә, тотоп ҡарай. Ғөмүмән, йәнлектәрҙе, йорт хайуандарын ярата. Өйҙә һәр саҡ тереклек. Уның ялға ҡайтыуын «Кеша» ҡушаматлы тулҡынлы тутыйғошо түҙемһеҙләнеп көтә. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән тоғро дуҫтары эт менән бесәйен һағына. Һәр йән эйәһенә хәстәрлек, иғтибар күрһәткән, ярҙам итергә ашыҡҡан кешелекле әҙәм балаһы ғына медицинала уңышҡа өлгәшәлер.
Азалияның иң сағыу сифаттарының береһе — сикһеҙ изге күңеле. Ул мәктәптә уҡыған сағынан уҡ волонтёрлыҡ эшен алып бара, колледжда, университетта дауам итә. Уның портфолиоһы бай йөкмәткеле. Һәр сарала иң юғары — биш йондоҙло — баһа ала. Һуңғы йылдарҙа Азалия Вахитова Бөтә Рәсәй «Яңы йыл — һәр ғаиләгә» акцияһында ҡатнаша, «Мисс БДМУ - 2025» матурлыҡ конкурсын оҙатып йөрөй, 13-сө халыҡ-ара онкологтар съезында медицина ярҙамы күрһәтә, «Әйҙә уйнайыҡ!» Бөтә Рәсәй фестивалендә, халыҡ-ара конференцияла була, «Студентлыҡҡа бағышлау» тантанаһында ла уның ярҙамы айырым әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ ул хәйриә булараҡ ойошторолған «Щелкунчик» балет спектаклен сәхнәләштереүҙә ярҙам күрһәтә. Барлығы уның волонтёрлыҡ сәғәттәре 53 сәғәткә еткән, һәм уларҙың барыһы ла верификацияланған. Был уның яуаплылығын, әйткән һүҙендә тороуын һәм кешеләргә ярҙам итеүгә ҙур тырышлыҡ һалыуын күрһәтә.
Университеттың спорт тормошона ла битараф түгел ул. Төрлө спартакиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнаша, уҡыу йортоноң мәртәбәһен күтәрә, дәрәжәһен намыҫлы яҡлай.
Яҡташыбыҙ тәбиғәтте бөтә сағылышында ярата — ҡышын да, йәйен дә ул дуҫ-иштәре менән бергә гүзәл Башҡортостандың һоҡланғыс ерҙәренә барып, тыуған яҡ матурлығынан илһам ала, көс туплай. Ул Ирәкташта, Мораҙым тарлауығында, Павлов һыуһаҡлағысында булғаны бар. Хәйер, бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡан.
Азалия Вахитова Архангел үҙәк район дауаханаһына әйләнеп ҡайтып, үҙ белемен, яҡташтарына, районына бағышларға ниәтләй.
– Мин нәҡ шул дауаханала тыуғанмын, ғүмеремде лә уға арнарға теләйем, сөнки бында минең тамырҙарым, ауылдаштарым, үҫешемә нигеҙ һалған тыуған ерем, – ти буласаҡ табип.
Күркәм сифаттарға эйә героинямдың тормошонда атай-әсәйҙең йоғонтоһо ҙур. Улар балаһына ҙур ышаныс бағлап, дөрөҫ йүнәлеш биреп, терәк-таяныс булып йәшәй.
– Ҡыҙым менән сикһеҙ ғорурланам, — ти Рита Рафаил ҡыҙы. — Кескәйҙән ул яуаплы, изге күңелле һәм бик тырыш булып үҫте. Һәр ерҙә өлгөрҙө — музыка, рәсем, спорт. Иң мөһиме — бер ҡасан да ярҙам һораманы, барыһын да үҙе эшләне. Азалия алдына маҡсат ҡуйһа, мотлаҡ моратына ирешә торған кеше. Йылдар дауамында ул үҙенең төп хыялына — табип булып, кешеләргә ярҙам итеүгә ынтылған. Архангелға ҡайтыр, иң яҡшы табип булыр, тип ышанам.
Азалия менән беҙ ҙә ғорурланабыҙ, уға һоҡланып ҡарайбыҙ. Тыныс холоҡло, маҡсатлы, талантлы, тыйнаҡ, аҡыллы, тормошҡа етди ҡарашлы яҡташыбыҙҙың яңынан- яңы ҡаҙаныштарға, уңышҡа өлгәшеүен теләйбеҙ. Шундай йәштәребеҙ барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө һәм тотороҡло.
Әлиә Әмирова.