Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
3 Августа , 07:21

Гүзәл әсә, хәстәрлекле ҡатын донъя көтә, бейей, йырлай, туҡтата ярһыу атын

 Ҡыҫынды ауылында Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған  “Уңған килен — 2026” тип исемләнгән район-ара  фольклор-этноконкурсы үтте.  Унда  Архангел районынан — Дилбәр Яҡупова-Хисмәтуллина, Ғафуриҙән — Рима Иҡсанова, Мишкәнән Әлфиә Исламғәлиева  ярышты.

Гүзәл әсә, хәстәрлекле ҡатын донъя көтә, бейей, йырлай, туҡтата ярһыу атынГүзәл әсә, хәстәрлекле ҡатын донъя көтә, бейей, йырлай, туҡтата ярһыу атын
Гүзәл әсә, хәстәрлекле ҡатын донъя көтә, бейей, йырлай, туҡтата ярһыу атын

 Клубтың художество етәксеһе  Раушан Хәзиәхмәтов   йәштәргә   сәләмәт тормоштоң  әһәмиәтен аңлатыуҙа  үҙенсәлекле алым табыуы менән һоҡландырҙы. Бындай бәйге тәүге тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, киләсәктә дауам итһен ине тигән теләк  уянды. Сөнки  “Уңған килен”дә башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, ғаилә тәрбиәһенә, уның тотороҡлоғона, өлкәндәргә, тормош иптәшенә һәм туғандарына ҡарата яғымлы,  ихтирамлы мөнәсәбәткә  баҫым яһалды.

  Этнографик күргәҙмәләге  һәм сәхнәләге күҙ яуын алырлыҡ  әйберҙәр: биҙәкле балаҫтар, сигеүле таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, ҡорамалар, әлбиттә, халыҡтың  иғтибар үҙәгендә булды.

     Зифа Абдуллина етәкселегендәге “Ағинәйҙәр”  ойошмаһы ағзалары сәхнәләштерелгән тамашала  “Килен билбауын сисеү”  йолаһы менән кисәне  асып ебәрҙе: “Ата-баба йолаһы боронғонан аманат, был йолаларҙы онотһаҡ, беҙгә булыр яманат”...  Йыр-моңдары   килендәр һәм ҡәйнәләр, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар темаһын күтәрҙе. Һәр береһенең  йәш киленгә әйтер һүҙе, өгөт-нәсихәте шиғри юлдарҙа яңғыраны. Барыһына ла уның  бүләктәре  таратылды.

“Мин үҙемде маҡтайым” визиткаһында  Әлфиә  Рәшит ҡыҙы үҙенең маһирлығы тураһында һөйләне.

Дилбәр Фәйез ҡыҙының сәсәниәләргә хас сығышын һәр кем яратып ҡабул итте:  “Таныш булайыҡ — исемем Дилбәр, атам-әсәм биргән исем. Ҡыҫынды — тыуған ауылым. Тәүәкәстең киленемен. Фәйез менән Миңзәләнең ҡыҙы, нәҫел ебен алға һуҙамын. Тәүәкәстең батыр егете бар: Урал — минең тормош иптәшем. Шул ауылда бергә донъя ҡорҙоҡ. Шунда беҙҙең көнөбөҙ итмеше. Ғаиләбеҙ беҙҙең — ҙур бер ҡәлғә, усағыбыҙ һүнмәҫ, гел яныр. Өс баланың бәхетле әсәһе мин, улар менән донъям йәм табыр. Уңған килен үҙем, ҡулымдан килә бөтә эш. Тегә беләм, сигәм, бешеренәм, йырлап-бейеүем дә ҙур уңыш. Йөҙөм аҡ минең, күңелем пак, бәйгегә килдем һыналырға. Хисмәтуллиндарҙың килене тип, һеҙҙең алда танылырға”.

 Рима Фәйзрахман ҡыҙы ла ҡалышманы: “Бөгөн сәхнә түрендә уңған килен, йырлап ҡына асылһын минең телем! Ҡыҫынды ауылы ҡыҙы инем, йәмле Ғафури районы  Һабай ауылында таштай баттым. Йән йәрем, таянысым — Әмир, уның менән йәшәүҙәре — үҙе бер ғүмер.   Ҡыҙым — өйөбөҙҙөң яҡты нуры, улым — киләсәктең  терәге, донъя ҡото. Ҡулымдан килә бөтә эш: ҡурмас ҡурам, өйҙө таҙа тотам, аштарға саҡырам, егәрле килен исемен аҡлап йәшәйем. Һынауҙарҙан ҡурҡмай алға барам: ”Уңған килен” бәйгеһендә еңеүгә юл ярам!”

Тамашасылар өс  бәйгесене лә алҡыштар менән дәртләндерҙе.

“Тәмлекәс”кә  Әлфиә Исламғәлиева — бәлеш,  Дилбәр Яҡупова–Хисмәтуллина — тултырма һәм ҡоймаҡ, Рима Иҡсанова ваҡ бәлеш бешереп килтергән. Һәр хужабикә  айырыуса  тырышҡан: милли аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, тип билдәләне  баһалама ағзалары.

“Ҡомартҡы” һынауында  уңғандар олатай-өләсәйҙәрҙән мираҫҡа ҡалдырылған, боронғолоҡто сағылдырыусы иҫтәлекле әйберҙәр  тураһында һөйләргә һәм уның тормошта урын  биләүен дәлилләргә тейеш ине. Был етди  һорауға  гүзәлкәйҙәр яуаплы ҡараған.

 Әлфиә Исламғәлиева өләсәһенән ҡалған беләҙектәрҙе быуаттарҙы-быуаттарға тоташтырыусы ҡиммәтле ҡомартҡы тип,  ошо турала һөйләне: “Был беләҙектәр яман күҙҙәрҙән һаҡлай, үҙ тамырҙарымды онотмаҫҡа өндәй, уңған килен  ғаилә тарихын ололарға, ҡәҙерләргә бурыслы”.

Дилбәр Яҡупова-Хисмәтуллина йыр ыңғайына бейеп, 1898 йылда сығарылған  еҙ самауырға дан йырланы:  “Ябай түгел еҙ самауыр, йырлап ҡына ул ҡайнай, барыбыҙҙы бергә йыйып, тәмле сәй менән һыйлай. Мең йәшә, еҙ самауыр, үҙеңә рәхмәт яуыр”.

Ғафури килене Рима Иҡсанова  һуғылған балаҫын  алып килгән. Хәҙерге заман балаҫы менән сағыштырып, элекке ғаилә ҡото булған аҫалы балаҫтың әсәһенең күҙ нурҙары түгелеп туҡылғанлығын, бөгөн дә йәшәйешенә бәрәкәт биреүен, уны ҡәҙерләп һаҡлауын әйтте.

Киленкәйҙәр “Бишек йыры”нда  инәйҙәрҙән һәм өләсәйҙәрҙән ишетеп, отоп алған  йырҙы көйләп,  туған телдә йырлап, сәңгелдәктәге баланы йоҡлатырға кәрәклекте лә  матур үтәне. Төп мәҙәни код һалынған әсә телен  сабый бишектә үк  ишетә, үҙләштерә.  Үҙҙәре лә әсәй бит,  моңло тауыштары бәпесте иҙерәтте,  тиҙ арала йоҡлап та китте.  Дилбәр Фәйез ҡыҙы был һынауға ентекле әҙерләнгән:   бәләкәстең зал яңғыратып илап ебәреүе, уны тынысландырып ҡулына алып бәүетеүе һәм үҙҙәренең ҡыҙҙары һәм туғанын да түшәктәр йәйеп,  йоҡларға һалыуы отошло булды, ғәжәп итте.

Алып барыусы Гөлдәр Абдуллина һәм Раушан Хәзиәхмәтов конкурсанттарға тағы ла мәрәкәлерәк һынауҙар  әҙерләгәйне:

  1. Ир-егеттәр галстугын тиҙ арала бәйләп күрһәтергә.
  2. Көслө зат эш хаҡы алһа, уның бер өлөшөн йәшереп маташа, бөгөн Раушан Фәйзрахман улы үҙендәге “заначка”ны кем йәһәт табыр тигән һорау ҡуйҙы.
  3. Көйәнтәгә эленгән биҙрәләрҙәге һыуҙы сайпылтмай ғына тар ғына баҫма буйлап үтеү мотлаҡ.

Гүзәл заттарҙың фантазияһы бай: уларҙы үтәгәндә ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, көлкөлө лә мәлдәр  тамаша залын ҡорт күселәй гөжләтте.

  Жюри ағзалары (район мәҙәниәт йорто директоры Фатима Ҡускилдина, Ҡыҫынды ағинәйе Мөнирә Хәлиуллина, “Инйәр”  гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Бәширова)  “Уңған килен — 2026” район-ара фольклор-этноконкурсында ҡатнашыусыларҙы  түбәндәге номинацияларҙа билдәләне:

“Моңло килен” — Рима Иҡсанова, “Йолаларға тоғролоҡ” — Дилбәр Яҡупова-Хисмәтуллина. “Оҫта хужабикә” — Әлфиә Исламғәлиева,  Шулай уҡ  Дилбәр Фәйез ҡыҙы махсус номинацияла “Иң уңған килен”,  тип танылды.  

Мөһим сараның бағыусыларына (“Ағинәйҙәр ойошмаһы” етәксеһе  З.Абдуллинаға, район мәҙәниәт йорт директоры Ф.Ҡускилдинаға, Ҡыҫынды ауылынан А.Ғәлиуллинға)  барыһы ла бик ҙур рәхмәт белдерҙе.

Миләүшә Бәширова.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас