Инйәр
+20 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
3 Августа , 07:37

Һауаларҙа осҡан утын

Ғәйфулла төнөн дуҫы Ғәйнулланың һарай башына менеп, төнәгән тауыҡтарҙы ҡурҡытып йөрөгәнен төшөндә һымаҡ ҡына иҫләй. Ниңәлер таң менән Алйөҙөм әбей ҙә Ирфәйез ағайҙы әрләй ине. Быға тиклем татыу йәшәгән күршеләрҙең тауышланыуы егеткә ҡыҙыҡ булып күренде.

Һауаларҙа осҡан утынҺауаларҙа осҡан утын
Һауаларҙа осҡан утын

Ғәйфулланың атаһы ла:

— Алйөҙөм еңгә Ирфәйезде туҙҙыра. Әллә уныһы еңгәнең утынын алып ҡайтырға итә инде? Кисә генә Ирфәйез үҙе бер трактор йөгө утын килтерҙе, үҙем күрҙем, — тип урамда һөйләнеп йөрөй.

Егет Ғәйнулланы сәй эсергә саҡырырға тип, һарай башына менгәйне, тегенең урыны буш икәнен күрҙе. Ун балаһы булған Ғәйфуллаларҙың ғаиләһендә үтә шуҡ, гармунсы һәм бейеүсе Ғәйнулланы ярата инеләр. Хатта уның шуҡлығына халыҡ зарланһа, Хәлиулла ағай:

— Ул әле өйрәтелмәгән тай ғына. Ҡамыт кейһә, туҡтар әле. Таланттар был донъя кешеләре түгел. Зыяны юҡ, — тип, ауыҙҙарын япты.

Бынағайыш, урамда тауыш көсәйгәндән-көсәйә. Былай ҙа йыуаш Ирфәйез ағайҙы Алйөҙөм әбей һаман туҙҙыра:

— Һин үҙеңә утын килтерҙе тиһең, миңә лә килтерҙеләр! Ул ни эшләп һинеке булһын? Ҡайҙа мисәте, ҡайҙа ҡағыҙы? Юҡмы? Улайһа шым! Ана, нисәмә малайың бар. Урманда утын бөтмәгән, тағы ал да ҡайт.

Алйөҙөм әбей, ҡарты булмағас, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған. Шуғаламы бәләкәй генә булып ҡалған. Әллә ни йәше лә оло түгел. Бөгөн иртүк урамға сыҡһа... хайран ҡалды. Ихата эсендә — бер трактор йөгө кипкән йыла утыны матур, итеп өйөп ҡуйылған. Кисә кисен генә бөтә хәсрәте нисек итеп ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү, уны ҡайһылай килтереү ине. Бөгөн иһә үҙе үк осоп килеп тә еткән. Урамда трактор кеше эҙе лә күренмәй. Тик көтөү ҡыуғандан һуң, ҡапҡа алдында һыйыр “тәрилкәләре” генә ҡалған. Малдар йәш үләнде тапап бөткән.

Аптырау, шаҡырайып кипкән йыла утын бер кемгә лә әйтмәгән хыялым ине. Ғүмере силсәүит ебәргән ярылмай торған боролош-боролош ҡараманы, йә һыуы сығып торған мәшкә уҫаҡты быҫҡытып үтте. Аллаға шөкөр, кисә доғамды уҡыным да иртә менән ятып йоҡланым, бер генә төш күрһәмсе. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәне шул булалыр, күрәһең. Нисек тимер сыбыҡты утындар күктән осоп килгәндә өҙмәне икән, — тип, әбей бағаналарға эленеп торған электр сымдарына ҡарап оҙаҡ ҡына уҡынып торҙо.

Кистән Ирфәйез утын килтерткәс, тракторсы менән бик оҙаҡ ултырмай, тейеш булған бер “аҡты” һуҡтылар ҙа, уныһы ҡайтып киткәс, карауатына ауып тәмле йоҡоға талды. Иртән ҡатыны үҙе һыйыр ҡыуғас, Ирфәйез һуң ғына торҙо ла тышҡа сыҡты. Кисә генә утын менән тулған урам яҡтағы ихата алды... буш ине. Йорт хужаһы күҙен ыуғыланы, йүнһеҙ араҡы һатҡан магазин һатыусыһын тиргәп, тағы ихата алдына күҙ йүгертте. Унда, ысынлап та, бер трактор арбаһы йыла утыны юҡ! Ирфәйез өйгә ингәс, ҡатынынан:

— Һин төндә берәй нәмә ишетмәнеңме? — тип һораны.

— Кисә ни үҙең доңғорҙатып урам яғына утын бушаттың бит, мин һыйырҙарҙы көтөүгә арт яҡтан сығарҙым! — тине ҡатыны, мейес артында сәй әҙерләп.

Хәлиулла ағайҙың картуф баҡсаһы арт яҡлап Алйөҙөм әбейҙекенә сиктәш, ә икеһенең дә өйҙәре урамға ҡарай. Шулай ҙа әбейҙең урамындаға шау-шыу Хәлиулла ағайға ҡыҙыҡ күренде. Күңелендә шик тыуып:

— Ғәйфулла, төндә беҙгә Ғәйнулла килмәнеме? — тип һораны.

Ғәйфулла Ғәйнулланы “күрмәү” һәр саҡ хәйерле икәнен белеп:

— Юҡ, атай. Нишләптер ике-өс көн күренгәне юҡ, — тине.

— Ах, шайтан, ай заразы малай, — тип Хәлиулла ағай мыйыҡ аҫтынан ғына көлдө.

Апаруҡ әрләшкән Ирфәйез, инде талпан кеүек йәбешкән, кибеп бөткән әбейгә ҡарап:

— Һин, исмаһам, миңә лә утын кәрәк, тип әйтһәң, килтереп бирер инем. Хәҙер ни эшләргә? — тип, Хәлиуллаларға юл тотто.

Уныһы — өҫтәлгә профсоюз кенәгәһен һалып, Ирфәйез ағайҙың исеме яҙылған “ведомост”кә ҡарап, баш һелкеп ултыра. Совхоздың кадровый эшсеһе, профсоюз ойошмаһы ағзаһы ун ай буйына взнос түләмәйенсә йөрөй! Уның бөгөн килеүенә профоргтың иманы камил. Шуға алдан уҡ исемлекте әҙерләп, профсоюз маркаларын өҫтәлгә һалып ҡуйҙы. Ишектән кереп ингән ирҙе бер аҙ танымаған булып:

— Ә Ирфәйез, һаумы! Ике көндән миңә отчет менән барырға контораға, взностарыңды килтерҙеңме, үәт, маладис! — тип, уға ултырғыс шыуҙырҙы.

— Шулай шикелле, Хәлиулла ағай, тик минең тағы бер йомошом бар бит әле, — тине уңайһыҙланып ҡына тегенеһе. — Минең утынды Алйөҙөм апай урлап алып ҡайтҡан, кире бирмәй. Бер трактор йөгө утын!

— Ирфәйез, һиңә бит совхоздан утын бирелде, һин тағы төнөн шым ғына берәй ерҙән алып ҡайттыңмы? Түләгән квитанцияң бармы? Утынға накладнойыңды бир әле, ҡарайым, — тип ҡулын һуҙҙы.

— Хәлиулла ағай, бына сразы ун ике айға взносты түләйем әле, — тип, профоргҡа бирергә теләмәгән, ләкин кеҫәлә йөрөткән аҡсаһын һуҙҙы.

— Үәт, быныһы һәйбәт, мә ҡултамғаңды төшөр. Шулай ҙа ниндәй утын һөйләйһең ул, аңламаным. Алйөҙөм еңгә бер үҙе ташығанмы? Булмаҫ, кибеп бөткән әбей нисек бер трактор утынды бер төндә ташып бөтһөн ти. Кеше юлы бармы, ат арбаһы, әллә трактор юлы күренәме?

— Хәлиулла ағай, бер ҡағыҙ ҙа юҡ. Кисен үҙем тракторсы менән арбаны күтәртеп, ихатаға бушаттырҙым. Ә бөгөн торһам, утын Алйөҙөм апайҙың ихатаһына өйөп ҡуйылған.

— Утынды нисек танының? Лесник һуҡҡан сүкеш эҙе бармы әллә?

— Юҡ, тик утын минеке! — тип еңмеште Ирфәйез.

— Улайһа милицияға ғариза яҙ, — тине Хәлиулла. — Тик бынан һиңә еңел булырмы? Ә Алйөҙөм апай ғүмере буйы, һин ҡушмаһаң да, малайҙарыңа күҙ-ҡолаҡ булып торҙо, нисәмә мәртәбә бәпкәләрегеҙҙе ҡарғанан алып ҡалды. Совхоз уға утын да, бесән дә бирә алмай. Силсәүит биргән серек, еүеш түңгәктәрҙе быса ла, ярала алмай интегә, бисара. Ә һин ярҙам итеү урынына, ғауға күтәрәһең? Яңылышма, энем, взносың алынды, ә ғаризаң булмағас, ала алмайым. Яҙһаң, үҙең беләһең, бының менән кемдәр аҙаҡ булышасаҡ икәнен. Ярай, һау бул, ҡустым! Күршене Хоҙай бирә, яҡшы күрше — яман туғаныңдан һәйбәт тип бушҡа әйтмәгәндәр, — тип Хәлиулла ағай Ирфәйезде урамға сығарып оҙатып ҡалды.

Ирфәйез юл ыңғайында һаман шылтырап торған ҡоро йыла олондарын ниҙер уҡынып һыйпап йөрөгән Алйөҙөм апай янына барҙы ла:

— Ярай апай, утын һинеке булһын. Шулай ҙа һин нисә йыл күрше тораһың, утын әҙерләргә ҡушһаң, эшләр инем. Изгелеген күр! — тине лә өйөнә йүнәлде.

Алйөҙөм әбей был ваҡытта инде утындың күктән төшкәненә тулыһынса инанып бөткәйне. Ирфәйездең әйтеүен әллә ишетмәне, әллә ишетмәмешкә һалышты.

Алйөҙөм әбей был утынды ике йыл буйы бәләкәй генә өйөн йылытыу өсөн тотондо. Шаҡылдап торған йыла утын гөлт итеп янып китеп, сирышып бөткән ҡарсыҡтың йөҙөн гел яҡтыртып торҙо. Һәр көн мейескә утын тоҡандырғанда, Ҡөрьәндән иң кәрәкле сүрәләрҙе уҡып, утынды күктән тик уның ихатаһына төшөргән өсөн Хоҙайға рәхмәттәр уҡыны. Кем урманда утын киҫкән, уны ихатаға тиклем алып килеп еткерергә ярҙам иткән миһырбанлы ауылдаштарына иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләне.

Был ике йыл эсендә, законһыҙ әҙерләнгән һәм килтерелгән утынды етем әбейгә тауыш-тынһыҙ ташыуҙы ауыл малайҙары менән ойошторған Ғәйнулла армияла иҫән-һау йөрөп ҡайтты. Уны күрмәмешкә һалышҡан дуҫы Ғәйфулла ла ике йыл Латвияла һалдат бутҡаһын туйғансы ашап, өлкән сержант булды. Үҫеп килгән дүрт ҡустыһына өлгө булып, уларҙан тағы Совет Армияһына өс старшина һәм бер сержант үҫтерергә ярҙам итте.

Ә Хәлиулла ағайҙы, эштең ниҙә икәнен шунда уҡ аңлағас һәм ирҙәрсә хәл иткәс, Алйөҙөм әбейҙең доғаһы килешеп, бригадир итеп үрләттеләр. Тағы ла ул әллә күпме кешегә ярҙам итергә өлгөрҙө. Шуға күрә өс класс ҡына белеме булған кешенең ауыл клубында байрамдарҙа сәғәт ярымлыҡ докладын ауылдаштары себен осһа ла ишетелерлек итеп тыңлай ине. Ә был инде уҡымышлыларға ла, ҙур-ҙур түрәләргә лә бик тәтемәй.

Ғәлим Байһарин.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас