Инйәр
+10 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
30 Июля , 11:02

Агросәйәхәт, технологиялар һәм еңеү

9–11 июлдә Башҡортостан Республикаһының Өфө районы, Еләкле аҡлан ауылы янында «Баҫыу көнө-2026» агрофорумы уҙҙы. Был сара республикала уңыш йыйыу кампанияһына старт бирҙе.

Агросәйәхәт, технологиялар һәм еңеүАгросәйәхәт, технологиялар һәм еңеү
Агросәйәхәт, технологиялар һәм еңеү

Форумда аграрийҙар делегацияһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов етәкселегендә тәжрибә участкалары менән танышты. Бында һәр гектар тере лаборатория булып эшләй – фән практика менән осраша, ғалимдар, селекционерҙар, төрлө компания вәкилдәре, уҡытыусылар һәм студенттар һөҙөмтәләре менән уртаҡлаша, аралаша.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләгән Илшат Илдус улы «Баҫыу көнө» майҙансығының Өфө районында ныҡлы урын алыуын, бында үҫемлекселек тармағы иң яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәшеүен билдәләне.

– Бөгөн агросәнәғәт комплексында дөйөм ҡағиҙәләр юҡ, ваҡытында йүнәлеш алғандар, етеҙерәк, зирәгерәк булғандар – еңеүсе. Беҙҙең көс – компетенцияларҙа, тәүәккәллек, финанс, технологиялар менән дөрөҫ идара итеүҙә. Аграрий өс нәмәне контролдә тоторға тейеш: тәүәккәллек, сеймал сифаты һәм үҙҡиммәт.  Ошо параметрҙарға таянған осраҡта уңыш алырға һәм ергә инвестиция һалырға мөмкин, – тине министр.

Ведомство етәксеһе уңыш йыйыу кампанияһына айырым туҡталды. Быйыл ул бер-ике аҙнаға иртәрәк башланды: 6 июлдә үк тәүге комбайндар көҙгө рапсты урыуға сыҡты. Һуңғы йылдарҙа был культураның майҙаны апаруҡ артты. Артабан арыш, ә яҡынса ун көндән, һауа торошона ҡарап, көҙгө бойҙай урыласаҡ. Ураҡ кампанияһының иртә башланыуына ҡарамаҫтан, министр билдәләүенсә, осор бик ҡатмарлы: яғыулыҡ, запас частар менән тәьмин ителеүҙә ҡыйынлыҡтар бар, логистика етешһеҙлектәре һәм үҙгәреүсән һауа торошо ла кире йоғонто яһай.

«Баҫыу көнө» – уникаль формат. Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһындағы майҙансыҡ фән, белем биреү һәм ысынбарлыҡта етештереү бергә ҡушылған урынға әйләнде. Был ерҙә бөтә этаптарҙа – көҙҙән тупраҡты әҙерләүҙән алып культураларҙы сәсеүгә, бөтә талаптарҙы үтәп үҫтереүгә һәм урыу-йыйыуға тиклем – студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар профилле компаниялар менән бергә эшләй. Берҙәм эш тулыһынса үҙен аҡлай, ул биләмәләрҙә үҫемлекселек тармағын тотороҡло үҫтереүгә нигеҙ һала.

Агрофорумда техника, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ашламалар, кәрәк-яраҡ материалдар, запас частар һәм агрегаттарҙан торған ҙур күргәҙмә иғтибар үҙәгендә булды. 130-ҙан ашыу компания 140-тан артыҡ ауыл хужалығы техникаһын тәҡдим итте. 70 гектар майҙанда Рәсәй селекционерҙары 300-ҙән ашыу тәжрибә өлгөһөн күрһәтте.

– Үҙебеҙгә күп кенә ҡыҙыҡлы алымдарҙы билдәләнек, яңы препаратар менән таныштыҡ,  – тип уртаҡлашты семинарҙа ҡатнашыусылар.

Форумдың мөһим өлөшө булып «АПК-ға кадрҙар» федераль проекты сиктәрендәге һөнәри йүнәлеш эше торҙо. Борай, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Архангел һәм республиканың башҡа райондарынан 200-гә яҡын агрокласс уҡыусыһы һәм агроколледж студенты семинар майҙансығын ҡараны. Буласаҡ белгестәр өсөн алдынғы ысул, технологиялар, яңы техника һәм инновация менән танышыу ойошторолдо.

Ярыш программаһының сағыу мәле «Трактор-шоу» иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡыҙыу алышта һөрөү буйынса иң яҡшы исемен Ауырғазы күп профилле колледжының сығарылыш уҡыусыһы Максим Мартынов яуланы. Еңеүсене уның остазы, производствоға өйрәтеү оҫтаһы Илгиз Рим улы Әблиев әҙерләне – ул «Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ, тәжрибәле педагог.

Был еңеү – колледжда бирелгән юғары практик әҙерлектең сағыу дәлиле. Максимдың элек тә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне билдәле: 2025 йылда «Профессионалдар» чемпионатының төбәк этабында иң көслө бишәү иҫәбенә ингәйне, быйыл иһә һайлап алыу этабында икенсе урын яуланы.

Шулай уҡ «Трактор-шоу»ҙың йөк менән виртуоз идара итеү номинацияһында «Үҙәк» МТС-ының алдынғы механизаторы Венир Хисәметдинов сығыш яһап, өсөнсө урын яуланы. Ул тракторға беркетелгән йөктө махсус трасса буйлап алып барып, түңәрәк эсенә теүәл ҡуйыу оҫталығын күрһәтте – был етеҙлекте, иғтибарлылыҡ һәм ныҡышмалылыҡты талап иткән ҡатмарлы күнекмә.

«Баҫыу көнө» форумы аграрийҙар өсөн фәһемле, файҙалы, ҡыҙыҡлы сара. Белгестәр үҙ-ара фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, белем туплай. Улар ауыл хужалығы культураларын үҫтергәндә яңы алымдар ҡулланыуҙың, технологияларҙы ҡәтғи үтәүҙең, сорттарҙы дөрөҫ һайлауҙың уңыш нигеҙе булып тороуына тағы ла бер инанды.

Әлиә Әмирова.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас