Инйәр
+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
29 Июля , 08:12

Тормошобоҙҙо йәмләүсе

Иң ҡәҙерле кешебеҙ — инәйем Нәсимә Раян ҡыҙы Ғәзизова (Ғибәҙуллина) тураһында бөгөн матур һүҙҙәремде йәлләмәйем.

Тормошобоҙҙо йәмләүсеТормошобоҙҙо йәмләүсе
Тормошобоҙҙо йәмләүсе

Ҡәҙерлебеҙ Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламанбаш  ауылында донъяға килеп, бөгөн атайыбыҙ Тимербулат Хәйбулла  улы менән Сикйылға ауылында гөрләтеп донъя көтә.

Нәсимә Раян ҡыҙы тыуған ауылында башланғыс, артабан Бәпес мәктәбендә 8-се класты тамамлай. Яҙмыш ҡәҙерлебеҙгә бик иртә ҡаты һынауҙар ҡуя. Уны Хөпөнисә  нәнәһе тәрбиәләп үҫтерә. Үҫмер генә көйөнсә Убалар ауылына күсеп китергә тура килә.  Бында элекке леспромхозда хеҙмәт юлын башлай, йәшмен тип тормай, колхоздың төрлө эштәренә сыға.

Атайым менән оҙаҡ дуҫлашып та йөрөмәйҙәр. Киске уйында ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булған егет уны урлап алып ҡайта. Һөйөклөләребеҙ 1977 йылдан бөгөнгәсә иңде-иңгә терәп, тормош һуҡмағынан бергә атлайҙар.  Дүрт балаға ғүмер биргән улар. 1978 йылда беренсе улдары Айрат  донъяға килә. Бөгөн ул беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ, МХО-ла Ватанды һаҡлап, үҙ бурысын ҡаһармандарса үтәй. Беҙ беләбеҙ: уның ҡыйыулығы — һинең бөйөк әсәлек мөхәббәтеңдең һәм көндәлек доғаларыңдың сағылышы. Ағайыбыҙҙы өҙөлөп көтәбеҙ һәм иҫән-һау, Еңеү менән ҡайтыуын теләп  ҡалабыҙ!

Ҡайҙа ғына эшләһә лә:  Убалар ауылы леспромхозындамы,  Приураловка, Сикйылға ауылы фермаһындамы — һәр ерҙә тырышлығын, намыҫлығын күрһәтте. Быҙауҙар үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәтен ғәҙел баһалап, күп тапҡырҙар район  гәзиттәре биттәрендә маҡтап яҙҙылар, хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй ҡаҙанды. Күршеләре лә уны  ысын күңелдән ярата һәм хөрмәт итә, сөнки  инәйебеҙ киң күңелле, йомарт, ғәҙел. Һөйөклөбөҙҙөң яратҡан шөғөлдәре ифрат күп, шуларҙың береһе — кәзәләр үрсетеү һәм сәскәләр тәрбиәләү.

Ял, байрам көндәрендә барыбыҙ ҙа Сикйылғаға, атай, инәй янына ашығабыҙ. Инәйебеҙ бигерәк туған, бала йәнле. Шуға ла йортобоҙҙан кеше өҙөлмәй, ишектәр һәр саҡ асыҡ, өҫтәлендә ҡайнар аш, яратҡан тәмлекәстәребеҙ, ҡайын миндеге бешерелгән мунсабыҙ көтөп кенә тора.

Ҡатын-ҡыҙ — ғаилә усағын һаҡлаусы, тормошто йәмләүсе. Беҙҙең инәйебеҙ ошо һүҙҙәргә  асыҡ миҫал. 

Айгөл Ғәзизова-Мөхәмәтйәнова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас