Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
29 Июля , 08:45

Һәр ваҡыт хәбәрҙар булып, тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк

“Инйәр”гә яҙылып, бүләк отҡан яҡташтарыбыҙ тураһында гәзит биттәрендә яҡтыртып барабыҙ.

Һәр ваҡыт хәбәрҙар булып,  тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәкҺәр ваҡыт хәбәрҙар булып,  тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк
Һәр ваҡыт хәбәрҙар булып, тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк

Ошо көндәрҙә редакцияға Архангел ауылынан Нәйлә Ғәли ҡыҙы Хәмзина килеп китте. Уға бүләккә электр теш щеткаһын тапшырҙыҡ.

 Нәйлә Ғәли ҡыҙы инде байтаҡ йылдар үҙәк район дауаханаһында фельдшер-лаборант булып эшләй.

 — “Районка”ға йыл һайын  яҙылып, беренсе тапҡыр бүләк эләкте. Еңеүселәр араһында үҙемдең фамилияны күргәс, ышанмайыраҡ торҙом. Бындай сараны ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ. Эш, әлбиттә, бүләктә генә тормай, иң мөһиме, гәзит биттәрендә район тормошо һүрәтләнә, уҙғарылған ваҡиғалар халыҡҡа еткерелә, һәр ваҡыт хәбәрҙар булып, тормош менән ҡайнап йәшәргә кәрәк, — ти Нәйлә ханым.

Дилара Янбаева.

А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас