Инйәр
+10 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
29 Июля , 08:38

Хеҙмәттә нығынғандар

Йыл һайын августың беренсе йәкшәмбеһендә байрамдарын билдәләйҙәр.

Хеҙмәттә нығынғандарХеҙмәттә нығынғандар
Хеҙмәттә нығынғандар

Тимер юлы райондарында, станциялар һәм разъездарҙа, аралыҡтарҙа һәм күперҙәрҙә  ҡыҙғылт-һары жилеттарҙағы кешеләрҙе осратабыҙ. Был кешеләрҙең кем икәнен мәктәп уҡыусыһы ла белә. Халыҡта уларҙы “юлсылар” (“путейцы”) тип атайҙар.

Поездар хәүефһеҙ һәм график буйынса хәрәкәт итһен өсөн юлдарҙы төҙөк хәлдә тотоу зарур. Быларҙы юл дистанциялары күҙәтә. Һәр дистанция юл мастерҙары етәкләгән участкаларға бүленә.

Тимер юлсылар көнө алдынан “Инйәр” Белорет дистанцияһының кисектергеһеҙ эштәр буйынса 1-се бригаданың юл мастеры Илнур Солтанов менән осрашты. Райондашыбыҙ тимер юлына  31 йыл ғүмерен  биргән. Һөнәре уның ниндәй сифаттарын асҡан һәм ни өсөн улар  тураһында өйҙә һөйләмәҫкә тырыша — беҙҙең материалда.

“Ташлармын тип уйлағайным, өйрәнеп киттем”

Илнурҙың һәр ваҡыт йәне техникаға, тимергә ята. Ул хатта водитель булырға уйлай, сөнки төрлө механизмдарҙы тиҙ аңлай, оҫта эш итә. Әммә яҙмыш уға башҡа пландар ҡора.

— Туҡһанынсы йылдарҙа бер ҡайҙа ла эш юҡ, эш хаҡы түләнмәй. Өфө төҙөлөш техникумынан һуң, тыуған ауылым Тәүәкәскә, колхозға ҡайттым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалыҡ тарҡалды. Ҡайҙа барырға? Ул ваҡытта, минеңсә, тимер юлында ғына хәл тотороҡло: кешеләр эшле лә, аҡсалы ла. 1995 йылда Белорет юл дистанцияһына монтер булып урынлаштым, — тип хәтерләй Илнур Солтанов. —Дөрөҫөн әйткәндә, башта ҡыйын булды. Ауыр лом, сукештәр менән ямғырҙа ла, буранда ла, йәйге селләлә лә  көнө буйы асыҡ һауала рельс, шпалдар   йүнәтеүҙән ҡулдар күтәрелмәй, һыҙлай. Юҡ, ташлап китәм, тип уйлай торғайным. Ә һуңынан, өйрәнелде, ныҡышмалылығым үҙенекен итте. Һәм бына инде 31 йыл үтеп тә киткән.

Бригадабыҙ төп юлдың 49 километрын хеҙмәтләндерә, шуларҙың 7,5  километры— станция һәм ҡабул итеү-оҙатыу юлдары, 21-е —  стрелкалы күсереү (Приуралье станцияһында 15 стрелка, Раутауҙа — 6). Ҡарламан ауылынан Раутауаға тиклемге 57  километрҙа электр хәрәкәтсән составтың өҙлөкһөҙ хәрәкәтенә лә яуап бирә.

Илнур юл монтеры булып  ике йыл эшләй, 1997 йылда  өлкән монтер итеп тәғәйенләнә. Ә тағы дүрт йылдан — юл бригадиры, 2023 йылдан  юл мастеры вазифаһында.

“Рәхмәт, ир-егеттәр!”

— Юл мастеры бурыстарына поездарҙы хәүефһеҙ үткәреүҙе тәьмин итеү инә. Айырыуса пассажирҙар хәрәкәте мөһим, уға айырым иғтибар бирелә. Беркетелгән участкала бөтә нәмәне лә тейешле атҡарырға тейешбеҙ. Ғөмүмән,  эш көсөргәнешле, яуаплы, һәр ваҡыт уяу  булырға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итә белергә кәрәк, — тип аңлата әңгәмәсем.

Уның ҡарамағында ике өлкән монтер, бер бригадир, бер линия участкаһы технигы, 15 юл монтеры. Илнур Хәйрислам улы үҙенең коллективын Белорет дистанцияһында иң яҡшыһы тип иҫәпләй.

— Мин маҡтанмайым, был ысынбарлыҡ. Юл бригадирҙары һәм монтерҙары берҙәм, эшһөйәр, айырыуса бригадирҙарҙы айырып күрһәтәм. Дөрөҫөн әйтәм: улар афариндар! — ти хеҙмәттәштәре хаҡында.

 Ваҡыт үтеү менән  командаһында үҙ эшен ысын күңелдән яратыусылар һәм уны ихласлыҡ менән башҡарыусылар ғына ҡала. 31 йыл эсендә Илнур Хәйрислам улының кешеләргә ҡарата һиҙгерлеге үҫә: тимер юл өсөн кеше яраймы, юҡмы икәнен шунда уҡ күрә. Ялҡауҙарға ваҡытын сарыф итмәй —  ундайҙар  оҙаҡҡа ҡалмай. Ә тырыш, яуаплыларға ярҙам итеп, үҫешкә этәрә.

— Тимер юлы —  хәүефле урын. Төрлө ваҡиғалар булып тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, тиҙ арала яуап бирергә кәрәк. Иптәштәрем кәрәк саҡта сменанан һуң да ҡала, төндә лә сыға. Шылтыратыу менән эшкә тотоналар. Бындай ҡараш, әлбиттә, кешенең холҡона бәйле, — тип иҫәпләй ул. — Мин Рәсәй тимер юлдарында (РЖД) берҙәм коллективта хеҙмәт итеүемә һөйөнәм. Рәхмәт һеҙгә, ир-егеттәр!

“Оҡшамаһа, әллә ҡасан китер инем...”

РЖД кешеләрҙе үҙгәртә. Илнур әйтеүенсә, ул бында ныҡлы дисциплинаға, бынан тыш,  кешеләрҙе яҡшыраҡ аңларға, уларҙың нимәгә һәләтле булыуын һиҙемләргә өйрәнгән.

Яуаплы, еңел булмаған эш күп шәхси ваҡыт талап итә.

— Бушағанда ғаиләмә күберәк иғтибар бүлергә тырышам. Сөнки эшемдең  режимы нормалаштырылмаған. Быға күнеккәндәр, уның ҡарауы —  эш хаҡы яҡшы, ә иң мөһиме — һөнәрем  оҡшай. Кире осраҡта  күптән ташлар инем, — тип йылмая әңгәмәсем.

Илнур Хәйрислам улы хәләл ефете Лилиә Шәфәғәтулла ҡыҙы менән ике ул үҫтергәндәр. Егеттәр ҙә, аталарына оҡшап, техника менән ҡыҙыҡһыналар.

— Тимер юлсыларҙың ҡатындары иң аңлаусан. Улар хәрбиҙәрҙеке кеүек: тоғро, сабыр. Эштәге ҡыйынлыҡтар хаҡында һөйләмәйем, көсөргәнешлектән арынам. Өйҙә саҡта күмәкләшеп   ҡайҙалыр барып ҡайтабыҙ, йорт-тирәһендә ҡатыныма ярҙамлашам, малайҙар менән техниканы һүтеп-йыябыҙ, ҡыҫҡаһы, ял итәм, —  тип уртаҡлашты Илнур Хәйрислам улы.

Дилара Янбаева.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас