Инйәр
+24 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
29 Июля , 08:41

"Ҡанатлы пехота"ға эләгеүе менән ғорурлана

Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә.

"Ҡанатлы пехота"ға  эләгеүе менән ғорурлана"Ҡанатлы пехота"ға  эләгеүе менән ғорурлана
"Ҡанатлы пехота"ға эләгеүе менән ғорурлана

Һәр ғәскәрҙең үҙенсәлекле көнө бар. 2 август — Рәсәй армияһының иң хәрби һәләтле подразделениеларының береһе булған десантсылар байрамы.

Зәңгәр берет кейгәндәр, ҡанатлы пехотала хеҙмәт иткәндәр араһында яҡташтарыбыҙ  байтаҡ. Уларҙың береһе — Ислам Бәширов. Ул 2023-2024 йылдарҙа Һауа-десант ғәскәрендә (ВДВ) изге бурысын үтәй.

Ислам — Яңы Шәрәй ауылынан. Ул ябай ауыл егете. Благовещен мәктәбендә, Өфө һөнәри колледжында  уҡығанда уҡ НВП (башланғыс хәрби әҙерлек) дәрестәрен ярата, атыу менән шөғөлләнә, спортты ла үҙ итә.

— Иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алғас та армияға саҡыртылдым. Шишмәнән Айназ Кинйәбулатов менән бергә һауа-десант ғәскәрҙәренә барырға тип уйлашҡайныҡ, шулай килеп сыҡты ла! Беҙ башта Омск өлкәһендә дүрт ай хәрби әҙерлек үттек.

Хәрби ант биргәндән һуң, ныҡлы хеҙмәт башланды.  Аҙаҡ  мине Ставрополгә һәм икенсе (исеме сер) хәрби часҡа йүнәлттеләр. Шунда  ғүмеремдә беренсе тапҡыр “АН-2” парашюты менән самолеттан һикерҙем.  Минең иҫәбемдә барлығы ике һикереү, һауалағы еңеллек тойғоһо әле лә хәтеремдә.

 Хәрби әҙерлек, әлбиттә, еңел булманы. Әммә беҙ тиҙ яраҡлаштыҡ һәм  дуҫ ғаилә кеүек йәшәнек.

Ғөмүмән, парашют менән һикереү ул тулҡынландырғыс та, бер үк ваҡытта яуаплы ла. Әгәр баш тартһаң, бөтә экипажды ҡыйын хәлдә ҡалдыраһың, —  тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ир-егет.

Ул ваҡытта яҡташыбыҙ өлкән уҡсы хәрби-иҫәп һөнәре ала,  отделение командиры дәрәжәһенә тәғәйенләнә. Бындай егеттәр ВДВ-ла бик кәрәк.

— Бәхеткә күрә, туранан-тура бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килмәне. Әммә ҡайһы берҙә тауҙарҙа уҡыу хәүефе ваҡытында шикле әйберҙәр таба торғайныҡ. Малай саҡтан һалдат булырға хыялланғайным. Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеүем менән ғорурланам,  —  ти десантсы.  

Армиянан ҡайтҡас, Ислам Илдус улы Өфө ҡалаһының бер ойошмаһына  экскаваторсы булып эшкә урынлаша. Кәләше Линара мекнән Әмирлан исемле ул тәрбиәләйҙәр.

Армия хеҙмәтенән һуң, ике йыл үтһә лә, ул десантсыларҙың хәрби туғанлығын һаҡлап, хеҙмәттәштәре менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә.  

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас