

Тыуған ерҙең ижади көстәрен берләштергән “Берҙәм халыҡ – берҙәм ил” фестивале илебеҙ мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөнөң сағыу дәлиле булып тора. Мөһим сара өсөн беренсе майҙансыҡ итеп Горный ауыл клубы һайланды. Унда Арх-Латыш ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр артистары һәләттәрен күрһәтте. Сәхнәлә төрлө йәштәге һәм һөнәрле халыҡ мәҙәниәтенә яҡын кешеләр тамаша тәҡдим итте. Осрашыуҙың мәртәбәле ҡунаҡтары — Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Роберт Әмәкәсев, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Әбделмәнов был башланғыстың әһәмиәтен, халыҡ мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Дүрт мәҙәни-ял итеү учреждениеһының коллективтары ҡунаҡтарҙы башҡорт, рус һәм латыш халыҡтарысәнғәтенең байлығы һәмүҙенсәлеге менән таныштырҙы. Килеүселәр шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең бай күргәҙмәһен ҡараны. Бында бәйләм, сигеү, үреү техникаһы ҡулланылған эштәр урындағы оҫталарҙың һәләттәрен генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырылған халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәренә һаҡсыл ҡарашын күрһәтте.Салауат Риваль улы фестиваль-марафондың күсмә штандартын тантаналы шарттарҙа Роберт Рәмис улына тапшырҙы. Сығыштар жюри тарафынан юғары баһаланды. Сәнғәт байрамы йәнә бер тапҡыр халыҡ ижадының күңел асыу ғына түгел, ә төрлө милләтһәм быуын кешеләрен тоташтырыусы ныҡлы күпер булыуын иҫбатланы.
Гөлнур Ҡырымбаева,
район мәҙәниәт йортоноң өлкән методисы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.