

Был көн — мәҙәниәт йорттары һәм ауыл клубтары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары, ижади коллективтар етәкселәре исеменә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Уларҙы һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин сәләмләп:
— Был өлкәлә һөнәрҙәренә тоғро булғандар, арымай-талмай кешеләргә шатлыҡ өләшеүселәр генә эшләй. Нәҡ мәҙәниәт кенә кешенең рухын байыта, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, йолаларыбыҙҙы,ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә, —тине. Айрат Закир улы мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән үҙәкләштерелгән китапхананың баш китапханасыһы Ольга Кошелеваны; күп йыллыҡ намыҫлыхеҙмәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән бәйле Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаты менән район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазованы, район мәҙәниәт йортоноң сектор мөдире Венер Монасиповты, һәүәҫкәр берекмәһе етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрованы,Ҡыҙыл Еҙем күп функциялы клубының мөдире Тамара Звереваны бүләкләне. Райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, һөнәри бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Әбделмәнов, район мәҙәниәт йортоноң музыкаль бүлек мөдире Марат Рәхмәтуллин, кадрҙар буйынса белгес Анастасия Кожевникова, рәссам-фотограф Вячеслав Рудзит, костюмер Людмила Зверс, балта оҫтаһы Вячеслав Гибет, слесарь-сантехник Юрий Остряков, методика бүлеге методисы Гөлнур Ҡырымбаева, балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыу бүлеге мөдире Светлана Чернова, Ҡыҙыл Еҙем ауылының күп функциялы клубының хеҙмәт биналарын йыйыштырыусыһы Людмила Ускова, үҙәкләштерелгән китапханасистемаһы директоры Елена Мортазина, өлкән методист Светлана Рамазанова, баш китапханасы Ольга Кошелева, китапханасы Людмила Сытина, Римма Ғәлимова (Тирәкле ауылы китапханасыһы), Гөлсөм Дәүләтова (Оҙондар), Әлфиә Лапсина (Баҡалды), Ольга Голубева (Заря) бүләкләнде. Райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, һөнәри бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн һәм хаҡлы ялға сығыу менән бәйле район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары Казанка ауыл китапханаһы китапханасыһы Наталья Кершковаға, Зәйет ауыл китапханаһы китапханасыһы Зөлфирә Биктимероваға тапшырылды.Район Советы рәйесе Леонид Семенчук залда йыйылыусыларҙы тәбрикләп, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы, уңышлы эшмәкәрлеге өсөн район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән мәҙәниәт йортоноң ижади үҫеш буйынса директор урынбаҫарыЛюбовь Тюленеваны тәбрикләне. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Әбделмәнов хеҙмәттәштәрен ҡотлап, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм вазифа бурыстарын үтәгәндә айырыуса тырышлығы өсөн район мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын район мәҙәниәт йортоноң хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры һәм яҡтылыҡ буйынса хеҙмәткәр Әлфир Миңлеғәлиевҡа, баянсы Закир Өмөтбаевҡа, хореограф Алеся Хәсәноваға, хужалыҡ бүлеге хеҙмәткәре Сергей Гущинға, вахтер Галина Ҡаҙаҡҡоловаға, тауыш режиссерыДмитрий Кудисовҡа, Валентиновка мәҙәниәт йорто мөдире Любовь Горшенинаға, Орловка ауыл мәҙәниәт йорто слесары Алексей Гольцовҡа; бер төркөм китапханасылар: Гөлнара Ташбулатоваға (Тәүәкәс), Валентина Антипинаға (Ҡыҙыл Еҙем), Гүзәл Борхановаға (Үрге Ләмәз), Людмила Муценекка (Максим Горький), Наталья Барановаға (Ырныҡшы), Венера Антипинаға (Орловка), Людмила Сытинаға (үҙәкләштерелгән район китапханаһы), Гөлфинә Әбсәлиҡоваға (Абҙан), Елена Савченкоға (Михайловка) тапшырҙы. Ҡотлауҙар йырлы-моңло сығыштар менән үрелеп барҙы. Алеся Хәсәнова, Димитрий Машненков хеҙмәттәштәренә йөрәк түрҙәренән сыҡҡан музыкаль күстәнәстәрен еткерҙе.
Ф.Ғәниева.
Д.Бәҙретдинова фотоһы.