Инйәр
+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
23 Июль , 05:30

Муйыллы һиртмәк

Ғәлим Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Инйәр совхозында инде икенсе йыл эшләй башлағас уны совхоз директоры Михайловка бүлексәһенә агроном итеп ебәрҙе. Йәш агроном Фроловка ауылында Катя әбейҙәрҙә фатирға төштө лә, бынан 8 километр булған Төркмән исемле башҡорт ауылына киске уйынға йөрөй башланы.

Муйыллы һиртмәкМуйыллы һиртмәк
Муйыллы һиртмәк

Төркмән ауылы ҙур түгел. Ләмәз йылғаһының ары текә яры башына урынлашҡан. Халыҡ йылға аша инде нисә йыл аҫылмалы күпер аша йөрөй. Яҙын көҙөн йылға ташһа, машиналар бөтөнләй йөрөмәй башлай. Иң һәйбәт транспорт был яҡта – эйәрле ат!

Төркмән егеттәре үҙенсәлекле холоҡло, йор һүҙлеләр. Бер-береһен төрттөрөп алыу, улар өсөн бер нис тормай. Ләкин улар берҙәм халыҡ. Тирә-яҡ ауылдар халҡы төркмәндәрҙе арыу-талыу белмәҫ һәм ҡурҡмаҫ һунарсылар тип беләләр. Совет власы урынлашыуға алтмыш йыл үтеү менән, бында бер ниүҙгәрмәгән тиерлек. Силәбе һәм Башҡортостан сигендә урынлашҡан һәм “оло ер” менән транспорт бәйләнеше булмағас, бында “цивилизация” килеп етмәгән.

Ауыл егеттәренең бер нисәһе Михайловка бүлексәһенең Михайловка ауылы фермаһында мал ҡарайҙар ине. Шуларҙың бер шуғы – Бәйтулла менән Ғәлим дуҫлашып та киткәндәр ине. Өсөнсө дуҫ – ошо фермала ветфельдшер булып эшләгән, Ғәлимдең ауылдашы Фаяз ине. Фаяз менән Ғәлим, совхоз белгестәре булғас, уларҙы урындағы халыҡ ихтирам итә, хатта Төркмән ауылына килгәндәрен белһәләр уларҙы һыйларға тырышалар ине.

Иртәгәһе шәмбе тигән көн Михайловка фермаһы ҡыҙыл мөйөшөндә осрашҡан өс дуҫ, шәмбе кис тансыла осрашырға булдылар ҙа таралыштылар. Ауыл ерендә көндәр йылдам үтә. Шәмбе кис дуҫтар яр башындағы усаҡ янында бик оҙаҡ ҡалып Ғәлимдән гармун уйнатып бейенеләр ҙә, пар эҙләп, күҙләгән ҡыҙҙарҙы эйәртеп ҡайтырға булдылар. Тик был эштә бик ҙур бәлә сыҡты. Фаяздың һәм Бәйтулланың күҙҙәре төшкән Төркмән бер сибәр һәм сая ҡыҙы, гармунсы Ғәлим менән ҡалам тип ҡырт киҫте. Бер ни аңламаған Ғәлим был ҡыҙҙы оҙата китергә мәжбүр булды.

Ауылда төн тиҙ төшә. Әгәр ямғыр болото килә башлаһа, тирә-яҡ дөм ҡараңғыға әйләнә. Төркмәнгә ат атланып килгән көндөҙгө саҡта ике йәшкә оло Фаяз Ғәлимгә юлды күрһәтеп килде. Юл буйы ул кәрәкмәгән хәбәр һөйләне, юл тигәндәре ат һуҡмағы, гел Ләмәз буйынан килә. Ә йылға буйы ҡуйы муйыллыҡ, таллыҡ. Һәр боролошта Фаяз:

– Бында ике туристы айыу тотоп ашаған, хатта баштарын алып киткән. Уларҙың йәне төндәрен баштарын эҙләп яфаланалар, имеш. Юлда бер үҙе булған кеше осратһалар – улар был кешенең башына дәғүә итәләр, икән! – тине Фаяз бер ҡара ятыу янынан уҙған саҡта. – Ә бында кәмәлә Ләмәзде сыҡҡанда бер бәләкәй баланы ғаилә һыуға түңкәрелеп харап булған икән. Әле атаһы төн етһә һыуға аҡҡан балаһын яр һалып ҡысҡырып эҙләй икән.

Ә уйламаған ҡыҙҙы оҙатып ҡайтып килгән Ғәлим әлеге ҡурҡыныс урындарға етеп килгәнен һиҙемләй ине. Тик уң яҡлап шаулап аҡҡан йылғанан башҡа, юлда бер ниндәй ҙә ориентир юҡ. Ғәлимгә совхоздан беркетелгән көйҙөрөлгән Орлов тоҡомло бейек кәүҙәле юртаҡ, үҙе генә белгән һуҡмаҡтан тамғыл ғына алға юрта.

Туристарҙың баштарын айыу алып киткән тигән ерҙәге урынға еткәс, Ғәлимде кемдер эйәрҙән ике ҡуллап тотоп алып артҡа сөйҙө. Атына зыңҡ итеп барып ултырған Ғәлимдең аңы юғала яҙҙы.

Алда һәүетемсә юртҡан аттың тояҡ тауышынан башҡа, юл тып-тын. Тик тынсыу һәм еүеш һауала фырлап ярғанаттар оса. Улары Ғәлимдең башына бәрелергә ниәтләйҙәр. Бер ни аңламаған Ғәлим һуҡмаҡҡа баҫты ла:

– Прилив, Прилив, вернись! – тип яғымлы ғына команда бирҙе. Хужаһынан гел тәмле шәкәр ашап өйрәнгән аҡыллы юртаҡ, бышҡырып килеп тә етте.

Тиҙ арала эйәргә һикереп менгән Ғәлим, яй ғына атты алға атлатты. Шул саҡ уны эйәр өҫтөнән дуғаланып тороп юл ашаһына бөгөлгән йәш муйыл ағасы тағы ла ергә осорманы. Муйыллы һиртмәкте көндөҙ был һуҡмаҡты үткәндә эйешеп үткәнен Ғәлим әле саҡ иҫләне лә көлөп ҡуйҙы.

Ғәлим Байһарин.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас