Инйәр
+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
23 Июль , 08:21

Мөлдөрәмә тулы бәхетегеҙ сайпылмаһын ситкә һис ҡасан

Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителде.

Мөлдөрәмә тулы бәхетегеҙ сайпылмаһын ситкә һис ҡасанМөлдөрәмә тулы бәхетегеҙ сайпылмаһын ситкә һис ҡасан
Мөлдөрәмә тулы бәхетегеҙ сайпылмаһын ситкә һис ҡасан

Ошо үҙенсәлекле ваҡиғаға арнап, үҙебеҙҙең Абҙан ауылындағы ҙур һәм татыу ғаиләләрҙе барлайым. Улар байтаҡ: Шәкирә һәм Хәсән Зөлҡәрнәевтәр (ете ул, бер ҡыҙ), Миңниса һәм Хәлимйән Кинйәғоловтар (биш ул,ике ҡыҙ), Клара һәм Миңләхмәт Хәсәновтар (ете ул, бер ҡыҙ), Флүрә һәм Ғүмәр Хәсәновтар (биш ул, бер ҡыҙ), Раҡия һәм Хажғәли Дәүләновтар (биш ул, бер ҡыҙ) һәм башҡалар.Был исемлекте дауам итергә мөмкин, ә бөгөн Факиһә һәм Ғимран Дәүләновтарҙың (биш ул, бер ҡыҙ) ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксемен.

Район халҡына ғаилә башлыҡтары бер ни тиклем таныш, ә бына балалары баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм Дим биҫтәһендә төпләнгәндәр, ата-әсә йортонда ҡунаҡ ҡына хәҙер улар. Оло ҡыҙҙары Розалиә Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлап, утыҙ йылдан ашыу ошо уҡыу йортонда (ситтән тороп уҡы бүлегендә) эшләй. Артур Ғимран улы ла ошо белем усағының урман хужалығы факультетында уҡып, диплом ала, әммә армиянан ҡайтҡас, полиция бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, икенсе эшкә күсә. Тормош иптәше Әнфисә — полиция майоры. Уларҙың балалары Аэлита колледжда уҡып йөрөй, программист булырға хыяллана. Ариана — 7-се класс уҡыусыһы, йыр буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, Әмир — бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бокс менән шөғөлләнә.

Илшат Ғимран улы — төҙөлөш өлкәһендә. Дүрт бала атаһы: Рамазан, Азалия, Асҡар, Айсар — барыһы ла мәктәп уҡыусылары, биатлон, хоккей, һүрәт  төшөрөү менән мауығалар. Ҡатыны Гүзәл — юғары белемле тәрбиәсе. Илфат Ғимран улы (Илшат менән игеҙәктәр) Дим биҫтәһендә төпләнгән, кәләше Ләйсән менән өс сабыйға ғүмер биргәндәр. Искәндәр (9-сы класс уҡыусыһы) баскетбол менән шөғөлләнә, Арыҫлан (6-сы класта) көрәш түңәрәгенә йөрөй, Иҙелиә бейергә ярата, ә әсәләре ҡорт балынан төрлө продукциялар эшләп сығарыу менән мәшғүл. Илдар Ғимран улы башта Стәрлетамаҡта мәҙәниәт техникумын, һуңынан Силәбелә мәҙәниәт академияһын, Өфөлә нефть институтын тамамлай. Әлеге көндә төҙөлөш өлкәһендә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡатыны Лилиә менән (юғары белемле уҡытыусы) өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Данияр 9-сы класта белем ала, бокс буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, Әкрәм (7-се класс уҡыусыһы) йөҙөү буйынса уңыштары менән ҡыуандыра, Кәрим көрәш менән мауыға, кескәй Диана — балалар баҡсаһында, бейергә ярата. Илдар Абҙан ауылы мәсетенә күп йылдар инде матди ярҙам күрһәтә. Ренат Ғимран улы ла аграр университетын тамамлай. Әлеге көндә торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләй. Кәләше Венера — юғары белемле, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ҡыҙҙары Ралина беренсе класҡа барҙы, Риана менән Рәдим балалар баҡсаһына йөрөй. Дәүләновтар етеш тормошта йәшәй, һәр ҡайһыһының фатиры ла, машинаһы ла бар. Ошо донъя кәрәк-яраҡтарын улар намыҫлы хеҙмәт менән булдырған.

Был ғаилә тарихының тамыры ла ҡатмарлы: Ғимран Әбделмән улының атаһы яҡлап бер туғандары Фаяз, Фәнизә, Урал, Вәсилә, Мәүсилә ғаиләләре менән төп йортҡа ҡайтып йөрөйҙәр. Ә Факиһә Сабирйән ҡыҙының туғандары Әхәт, Әлфирә, Миҙхәт, Ғәлимйән Иҫке Ҡыҙылъяр ауылында төпләнгәндәр. Өлкән апайҙары — Факиһәнең һәр эшендә тәүге ярҙамсылар. Бигерәк тә ҡаҙ өмәһе, һуғым һуйыу, бәрәңге ултыртыу-сығарыу кеүек күмәк эш ҡулы талап ителгәндә йүгереп кенә торалар. Быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Дәүләновтарҙың танышыу-ҡауышыуҙары ла үҙе матур хәтирә. Бер мәктәптә уҡыһалар ҙа, бер-береһен яҡшы белмәгәндәр, ә бына Абҙанға китапханасы кәрәк булғас, ул саҡта ауыл советында сәрәтип булып эшләп йөрөгән Ғимран Факиһәне өйөнән килеп алған. Ҡыҙҙың өләсәһе Йәнбикә әбей ул саҡта әлеге Ғимрандар яғында йәшәй башлаған була, ә ейәнсәре уға фатирға төшә. Йәштәр иртән (эшкә барғанда), кис ҡайтҡанда көн дә осрашалар.

Мөхәббәт тигәнең — утлы йәшен, бер ҡабынһа, һүндерермен, тимә. Уларға йола буйынса никах уҡытып, ҡыҙҙы (өс өй аша ғына) килен теп төшөргәндәр.

Эйе, 50 йыл — ярты быуат, биш ул, бер ҡыҙ үҫтерелгән, күпме мәшәҡәт, борсолоу-юғалтыуҙар (икеһенең дә     ата-әсәләре     мәңгелек йортҡа  күскәндәр),  яҙмыш һынауҙары, бәхетле табыштар   кисерелгән,   күрелгән, ауырлыҡтары онотолған, иң мөһимдәре    йөрәк    түренә һалынған.

Алтын туйға килеп еткәнсе   Ғимран   Әбделмән   улы ауыл советында – секретарь,“Свердлов” исемендәге колхозда — бригадир һәм башҡа эштәрҙә үҙен яуаплы белгес итеп    күрһәтә,    ә    Факиһә башта китапханасы, һуңынан Абҙан мәктәбендә йыр уҡы тыусыһы,     пионервожатый булып   эшләп,   хаҡлы   ялға сыға.  50  йәш  ни,  елкенеп торған  саҡ,  байтаҡ  йылдар ауыл    мәҙәниәт    йортонда ҡолас ташлап эшләне. Быға уның ғүмере буйы башҡорт халыҡ   йырҙарын   уңышлы итеп башҡарыуы, оҫта һөйләй, һәр яңылыҡты тиҙ отоп, ҡуллана белеүе лә ярҙам иткәндер.

Йәш саҡтарында Ғимран гармунда уйнап, Факиһә уға ҡушылып   йырлап,   мәҙәни сараларҙы  биҙәрҙәр  ине.  Ә инде  спектаклдәрҙә  уйнауҙарына ла 50 йыл тирәһе бар, әле былтыр ғына бик матур сәхнә  әҫәрендә  ҡатнашып, йәшлектәрен   иҫкә   төшөрҙөләр.   Оҫталыҡтары менән улар Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Белорет, Кушнаренко, Шишмә, Бәләбәй сәхнәләрен дә дер һелкеттеләр.

Бер бәләкәй генә хәтирә: ҡышҡы  һыуыҡта,  йөк  ма шинаһында күрше ауылға тамаша      ҡуйырға      барырға юлланғанбыҙ. Кабинала Факиһә өсәр айлыҡ игеҙәктәре (Илшат,  Илфат)  менән  ултыра,  сабыйҙар  илай,  шул көйөнә   лә   эш,   тип   юлға сыҡҡан, ул саҡта дүрт бала  әсәһе.   Ни   әйтәһең   инде, яуаплылыҡ көслө булған. Был   ғаилә   тарихы   хаҡында һөйләр өсөн бер китап та етмәҫ, һүҙемде йомғаҡлап, алты   балаһы   (барыһы   ла иҫән),  ун  ете  (ете  ҡыҙ,  ун малай)  ейән-ейәнсәре,  килен-кейәүҙәре булған татыу ғаиләнең киләсәге лә өмөтлө булһын, тиер инем.

Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.

Абҙан ауылы.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас