Инйәр
+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
23 Июль , 05:36

Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға…

Һәр дарыу үләненең йыйыу ваҡыты бар. Тап ошо осорҙа улар файҙалы матдәләрҙе үҙенә туплай. Июль айында ошондай үләндәрҙе йыйырға кәрәк.

Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға…Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға…
Июлдә ниндәй дарыу үләндәре йыйырға…

Аҡ сәскә (ромашка). Тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, тирҙе ҡыуҙыра, дезинфекциялай, тамаҡ ауыртҡандан ярҙам итә.

Меңъяпраҡ. Матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡан йөрөшөн яҡшырта, ҡанды таҙарта.

Һары мәтрүшкә. Һалҡын тейгәндән файҙалы, микробтарға ҡаршы көрәшә, күҙ күремен яҡшырта.

Алтынбаш (золототысячник). Ауыртыуҙарҙы баҫа, ҡан китеүҙе туҡтата, эс күбеүҙән ҡотҡара.

Календула. Стоматит, гепатит, ангина, пародонтоз, холицистит, невроздан ярҙам итә.

Ҡурай еләге. Тән температураһын төшөрә, депрессия, невроз, йоҡоһоҙлоҡтан файҙалы. Токсикоздан ярҙам итә. Ҡан тамырҙарын нығыта, барлыҡ ағзаларҙы көйләй. Аппетитты аса, эсәктәрҙе таҙарта.

Әрем. Ҡаҡырыҡты, паразиттарҙы сығара, матдәләр алмашыныуын көйләй, майҙарҙы яндыра, ябығырға ярҙам итә.

 Һуҡыр кесерткән. Ҡан баҫымын төшөрә, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, ҡан тамыры-йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы. Нервы системаһын нығыта, эшсәнлекте арттыра.

Меңъяпраҡ. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, үт ҡыуҙырыу ағзаларына файҙалы.

Өс төрлө миләүшә. Шешеүҙәрҙе бөтөрә, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын көйләй.

Ҡандала үләне. Һулыш юлдарына файҙалы, ауыртыуҙы баҫа, яраларҙы төҙәтә, йүткереү, бронхит, грипп ваҡытында ҡулланыла.

Кесерткән. Витаминдарға бай. Ҡан китеүҙе туҡтата, гипо һәм авитаминозды, атеросклерозды дауалау һәм профилактика сараһы булараҡ ҡулланыла, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра.

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас