

Сара VIII “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” Республика үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары фестивале сиктәрендә үткәрелде.
Тап ошо тамаша барышында улар маҡтаулы исемдәрен раҫланы ла инде. Проект өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Уның Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылында ойошторолоуы айырыуса ҙур мәғәнәгә эйә.
Районда бөгөн туғыҙ ижади коллектив оҫталыҡтарын шымартып, уңышлы эшләп килә. Үткән йыл Абҙан ауылы мәҙәниәт йортоноң “Өмөт” халыҡ театры “Алтын тирмә” төбәк-ара конкурс-фестивалендә статусын иҫбатлағайны. Был юлы район мәҙәниәт йортоноң академия хоры, “Заряница”,“Берегиня” рус йыры хорҙары (Валентиновка), “Рус биҙәктәре” рус йыры фольклор, “Цвет Калина” фольклор ансамбле (Ҡыҙыл Еҙем), район мәҙәниәт йортоноң тынлы оркестры, “Мозаика” биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы (Орловка) “халыҡ” исемен яҡланы. Балалар сәнғәт мәктәбенең “Умырзая” башҡорт фольклор ансамбле “өлгөлө” исемен лайыҡлы аҡланы. Абруйлы “Халыҡ үҙешмәкәр коллективы” исеме район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” фольклор ансамленә һәм “Таволга” казак йыры хорына бирелде.
Дилара Янбаева.
Автор фотоһы.