Инйәр
+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
23 Июль , 06:01

Эшсән парҙың татыулығы Ғәзиздәренә өлгө

Ауыл уртаһындағы ҡарағай йорт янында туҡталып, урман-тауҙарға ҡарап хайран ҡалам: ожмахҡа тиң ерҙә ғүмер кисерә класташым Әминә һәм уның тормош иптәше Хантимер. Һулап туйғыһыҙ саф һауа, еләкле, бәшмәкле ялан-ҡырҙар! Иркен ихатаға инеү менән тирә-яҡтағы бөхтәлек күҙгә ташлана. Сәскәләр, емешле ҡыуаҡтар тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. Ҡыйып баҫҡыһыҙ  йорт  хужалары мине  яҡты йөҙ менән ҡаршылай. 

Эшсән парҙың татыулығы Ғәзиздәренә өлгөЭшсән парҙың татыулығы Ғәзиздәренә өлгө
Эшсән парҙың татыулығы Ғәзиздәренә өлгө

Убалар үҙенең уңған кешеләре, ҡул эше оҫталары менән электән үк билдәле. Леспромхоз  һәм урындағы мәктәп  шаулап-гөрләп торған саҡтарҙа уҡ йәштәрҙең байтағы өлкәндәр кәңәшен тотоп, сит тарафтарға сығып китмәй, ә тыуған яҡтың ҡот-бәрәкәтен арттырырға  тейешлекте аңлай. Хантимер Юламанов шундай ир-егеттәрҙең береһе.

 10-сы класты тамамлағас,  ул урман хужалығына  урынлаша.  1975 йылда әрмегә алына,  Көньяҡ–Сахалинда механик-водитель  булып ике йыл хеҙмәт итә. Ҡайтыу менән шул уҡ урмансылыҡта ауылдаштары, туғандары менән бер рәттән тир түгә. Уңған трактористың тырышлығы етәкселек тарафынан даими билдәләнә:  фотоһы Почет таҡтаһына  ҡуйыла, социалистик  ярыш алдынғыһына аҡсалата премиялар  бирелә, хеҙмәт кенәгәһенә маҡтау һүҙҙәре лә теҙелә бара. Хантимер Мәхәмәтулла улы бигүк маһайырға яратмай, беҙҙең башҡорт  ир-уҙамандары  баҫалҡы холоҡло, маҡтанырлыҡ урында ла,  шымып ҡала бит ул. Әңгәмәләшеү барышында хужа бер аҙ асыла төштө:

—  Бүрәнә, ағас ташыу, уны билдәле тәртиптә бысыу, утын әҙерләү еңелдән түгел. Башҡалар  баш баҫып эшләгәндә, ҡул ҡаушырып тороп булмай. Ҡыйынлыҡ алдында бөгөлөп төшмәнем. Сынығыу мәктәбе лә  үткәнем.  Атайым, инәйем әйткәне лә гел хәтерҙә. Беҙ ғаиләлә ете бала:  Әхәт, Рәмил ағайымдар мәрхүмдәр инде, апайым Фәриҙә, энем Салауат  ауылда йәшәйҙәр, Юлай һәм Вәзир — ситтә. Ялда тыуған  яҡты һағынып беҙгә ҡайтып төшәләр. Ололарҙың өгөт-нәсихәтен тыңлап, эштең, аштың ҡәҙерен белеп, ҡәҙерлеләремдең  йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем.  Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем бер урында ғына стажымды тултырҙым, -ти Хантимер Мәхәмәтулла улы.

   Тәрбиәле егеткә кәләштең дә бына тигәне тура килә. Яңы йылда  ҡунаҡҡа килгән Ҡауарҙы һылыуы Әминә Хәйҙәр ҡыҙын осратыуы ғүмерлеккә була. Шул осор мәктәптә уҡытыусылар  етешмәй. Әминә Мөхәмәтйәнованы Убаларға башланғыс кластарҙы уҡытырға саҡыралар.

  Егеттең ғаилә ҡорорға яһаған  тәҡдиме ҡыҙҙы бер аҙ ҡаушатһа ла,    төҫкә-башҡа арыу ғына  Хантимерҙе   оҡшата.  Ризалығы оҙайлы йылдарға һуҙылмай,  ике йәш йөрәктең уй-ниәтен, ата-әсә фатихаһында никах һәм туй  берләштерә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы туғанлыҡ ептәре  яҡынайта.

— 1978-1979 йылдар айырыуса иҫтәлекле. Яңы тормош башланды. Хантимергә кейәүгә  сығып яңылышмағанмын. Эшһөйәр һәм барыбыҙ өсөн дә өҙөлөп тора. Иғтибарлы, ихтирамлы.  Өйләнешкәс, ҡайным-ҡәйнәм менән өс йыл бергә йәшәнек. 1982 йылда үҙ торлағыбыҙҙы ҡалҡытып, башҡаландыҡ.  Артабан уҡыу кәрәклеге тураһында онотманым, уҡытыусы белемен камиллаштырырға тейеш, ирем дә теләктәремде  хупланы. Тәүҙә Өфөлә —  педагогия училищеһында, аҙаҡ    Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланым. Һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды, директор Әлмира апай Юламанова ине. Коллектив татыу, берҙәм. Физик мөмкинлектәре сикле балаларҙы өйҙәрендә  уҡыттым. Улар мине түҙемһеҙлек менән көтә, һәр дәресте иғтибар менән тыңлай торғайны. Байрамдар, бәйгеләр, кисәләр, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Хәҙерге көндә күптәре рәхмәтле. Сәнғәт институтында уҡыған Инсаф Абдуллин, мәғариф өлкәһен һайлаған Ләйсән Юламанова, Әлфирә Иҙрисова-Әбдрәшитова,  Мәскәүҙә юғары белемле Рәмзил Исхаҡов, һанаһаң, бихисап уҡыусыларым. Һәр береһе осрағанда хәлемде һораша, аҡыллылар.  Тыныс һәм матур осор һөйләргә генә ҡалды. Бушаған арала ҡулыма бәйләм алам, дини китаптар күңелемә тыныслыҡ бирә, биш намаҙымды ҡалдырмайым, бәләкәстәрем килһә, бешеренәм, тәмле-татлыны бигерәк яраталар. Икмәк һалам, аҡтан өҙөлгәнебеҙ юҡ. Өҫтәлдә барыһы ла бар: бал, ҡорот, ҡаймаҡ, һөт-ҡатыҡ,  Хоҙайға шөкөр, - ти класташым.

Татыулыҡ нигеҙе — мөхәббәт, бер-береңә ихтирамлы ҡараш. Юламановтар өс бала үҫтергән.  Бөгөн улар — ата-әсә ғорурлығы: Эльвира һәм Рәфис кейәүҙәре  баш ҡалала төпләнгән, улар ҙа өс тағанлы: ҡыҙҙары Рәғиҙә Арсений кейәүе менән  5 айлыҡ Самираны һөйөү-наҙға күмеп тәрбиәләй. Бүләсәрҙәре тыуыуына ифрат шат, яңы статус ҡартәсәй һәм ҡартатайҙы бирешмәҫкә өндәй! Иҙел нефть университетын тамамлап, уҡыта. Йәнбулат 20-се башҡорт гимназияһында уҡый,  2-се класҡа күскән.  Азамат һәм килендәре  Гүзәл дә  өс тағанлы: Азалия — 3-сө курс  студенты,  Айзилә (9-сы класс),  Арслан  (5-се класс)   2-се Архангел мәктәбендә белем ала.  Азат менән килендәре Венера өс балаға ғүмер биргән: Камила (2-се класс), Йәсминә (7 йәш) һәм   Йософ  (2 айлыҡ).  Юғары белемгә эйә улдары, ҡыҙҙары, кейәү-килендәре  һәр береһе һөнәрле, ҡыуандырып, йыш ҡайтып торалар. Яңы һәм иркен йорт төҙөүҙә Рәфис кейәүҙәре, балалары, туғандары  ихлас булышҡан.

 Мәрүә Хажмөхәмәт  ҡыҙы һәм Хәйҙәр Ғиниәт улы — Әминәнең инәһе һәм атаһы. “Мағаш” колхозының алдынғылары. Улдары-ҡыҙҙарына матур тәрбиә биргән хөрмәтлеләре. Гәүһәр, Харис, Ғәзим (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҡыйлыҡта),    Ғәзиз 1-се башҡорт гимназия интернатынан һуң, ауыл хужалығы институтына уҡырға керә, 3-сө курстан һуң  һалдат һурпаһы татып, Чернобылгә эләгә, һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып, һаулығы ҡаҡшай. Бөгөнгө көндә Красноусолда йәшәй.  Жәлил энеһе  Максим Горький мәктәбендә йәш быуынға белем биреүҙә арымай-талмай ең һыҙғана. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе  ҡатыны Сәриә менән Илһам, Айтуған, Алтынайҙың белемле, тәүфиҡлы, рухлы булыуҙарын теләй. Гөлгөнә  Ҡауарҙыла башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ире  Асҡар менән  Алмаз һәм Алһыуға ғүмер биргән. Төпсөктәре Фидан  — баш ҡалала, ҡатыны Гүзәлиә  менән  өс   ғәзизенә хәстәрлекле атай-әсәй. Әминә туғандарының  хәлен белеп тора, яйы тура килгәндә  күрешеү һәм  әруахтарға бағышлап аят уҡытып, Ҡөрьән аштарын бергәләп уҙғаралар. Һәр береһе уның күңелендә тик яҡшы тойғолар уята, бала саҡтың   ғәмле һәм тынғыһыҙ мәлдәрен, яҡындарының изгелекле мөнәсәбәтен, әлбиттә, оноторлоҡ түгел. Шуға ла Юламановтар һәр нәмәнең ҡәҙерен, бәҫен белә, үҙҙәренең нәҫел дауамдарына ла ошо хаҡта төшөндөрөп, хаҡ, иманлы юлда яңылышмаҫҡа өйрәтә.

Хеҙмәт ветерандарының   яҡты яҙмыштарында  иҫкә алырлыҡ ваҡиғалар, күңелле саралар күп. Туғанлыҡ хистәрен  һыуытмай улар.  Эшсән парҙың татыулығына, бер-береһенә һөйөп ҡарап көндәлектәге йорт, донъя мәшәҡәттәрен башҡарыуҙағы әүҙемлектәренә  хайран ҡалырлыҡ!

Миләүшә Бәширова.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас