

Артур күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә, унда биш бала үҫә. “Көслө тыл” төшөнсәһе уның өсөн йәшәү принцибы булып китә. Бөгөн ул үҙе лә өс бала атаһы. Ҡатыны менән ике ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Йорттоң ысын хужаһы, ғаиләнең ышаныслы таянысы һәм ғзиздәренең яратыусан атаһы.
Һалдаттың миҫалы бөтә ғаилә өсөн юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора. Уның артынса ике һеңлеһе лә махсус хәрби операция зонаһына юллана: Лилиана (2023 йылдан) хәрби табип булып хеҙмәт итә, көн һайын алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡара, Илнара (2024 йылдан) хәрби элемтәсе һөнәрен һайлай, фронт һыҙығында өҙлөкһөҙ элемтә тәьмин итә.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең өлкән операторы хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен дауам итә. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул Рәсәй Федерацияһының юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған.
Был ғаилә — Рәсәй халҡының ҡеүәтен һәм рухын нығытып, Ватанға хеҙмәт итеү традицияларының быуындан-быуынға тапшырылыуына сағыу миҫал. Пилотһыҙ системалар подразделениеларына ҡушылырға теләгән Башҡортостан халҡы был перспективалы ғәскәр төрөндә хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре тураһында актуаль мәғлүмәт менән тулыландырылған башбат.рф порталында бөтә нескәлектәрҙе белә ала.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Бөгөн беҙҙең, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң төп кешеләр – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – МХО-ға ярҙам итеү.
Мәғлүмәт һәм фото https://www.bashinform.ru/ сайтынан