Инйәр
+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
22 Июль , 10:57

Йәрәк ҡушыуы буйынса

Районыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы матур ғүмер байрамын ҡаршылай.

Йәрәк ҡушыуы буйынсаЙәрәк ҡушыуы буйынса
Йәрәк ҡушыуы буйынса

Зәйет ауылында йәшәүсе Илүзә Усман ҡыҙы менән Зәғәфүрән Сәмиғулла улы Ғафаровтарҙың ғаиләһе күптәргә таныш. Улар райондаштарыбыҙ өсөн  берҙәм, ныҡлы ғаилә өлгөһө.

Тыуған районы яҙмышына битараф булмаған, халыҡ араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған Зәғәфүрән Сәмиғулла улы ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

— Әхмәтвәли олатайым тамырҙары менән Татарстандан. Революцияға тиклемге осорҙа бер бай уны малай көйө генә Ҡырмыҫҡалы районына алып ҡайтып, хәлле генә танышына эшсе итеп тапшыра. Изге күңелле хужа үҫмергә яҡшы мөғәләмәлә була, тегенсе һөнәренә өйрәтә. Егет ҡорона еткәс, хужаһы уны районыбыҙҙың Зәйет ауылынан Махиямал исемле ҡыҙға өйләндереп, теген машинкаһын тоттороп, фатихаһын бирә лә, үҙ аллы тормошҡа сығара.

 Йәштәр ауылдан-ауылға йөрөп, кейем-фәлән тегеп, көн күрә. Абҙанда туҡталғанда, ауыл кешеләре уларға бәләкәй генә өй биреп, ошонда төпләнергә кәңәш итә. Шулай башланып китә лә инде беҙҙең бындағы ғаилә тарихы. Әхмәтвәли олатай менән Махиямал өләсәй ете балаға ғүмер биргәндәр.

 Өй эсендә татарса һөйләшһәләр, урамда тик башҡортса аралашҡандар. Ә бына атайым Сәмиғулла ни өсөндөр татарса бер ауыҙ һүҙ әйтмәгән. Дүрт класс ҡына белемле үҫмер  ауыл хужалығы мәктәбендә ярты йыл һабаҡ алғас, колхоз эшенә сыға. Йосоповтар нәҫеленән Фәғилә Исламғол ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләгәс, атай йортонда йәшәйҙәр. Хәләф, Зәйтүн ағайҙарыма, Ғәлиә апайым һәм миңә матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр, — тип хәтирәләргә бирелде аҡһаҡал.

Әңгәмәсем тормош юлын һалмаҡ  тауышы  менән дауам итте.

— Атайым: “Мин дәүләткә 75 процент юғары белемле граждандар үҫтерҙем”, ти торғайны. Апайым техникум ғына бөткән. Өлкәнебеҙ — педагог, икенсеһе — балалар табибы.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайымдар күптән баҡыйлыҡҡа күскән. 

8-се класта рус теле уҡытыусыһы Мәрзиә Фәйзуллина апай “Килсәктә кем булырға хыялланаһың?” тигән темаға инша яҙырға ҡушҡайны. Башта мал ҡараусы, тип яҙҙым да аҙаҡ хоккеист һөнәрен һайлаясаҡмын, тип төҙәттем. Апабыҙ: “Билдәле хоккеист әлллә булаң, әллә юҡ, әммә алдыңа юғары маҡсаттар ҡуйыуың яҡшы”, — тип дәртләндерҙе. Ниәттәр тормошҡа аша икән. Мал да ҡараным, спортта  ла уңыштарға өлгәштем, йәш быуынға белем дә бирҙем.  

— Был кубоктар, миҙалдар һеҙҙекеме?

— Ҡайһылары минеке, күберәге Данис менән Фәнистеке.  Улдарымды ике йәштән футбол уйнарға өйрәттем. Алмашлап берәүһен туп тибергә, икенсеһен ҡапҡаға баҫтыра инем. Заманынды мәктәптә үҫмерҙәр  футбол командаһын да туплағайным. Түңәрәк итеп тә бирмәнеләр уны, үҙ ҡарамағымда алып барҙым. Быға ауыл малайҙарын нисек тә спортҡа ылыҡтырыу теләге этәрҙе. Район ярыштарында хатта ололар командаһына ҡаршы уйнап, еңеүҙәр яуланыҡ. Улдарыбыҙ үҫеп, Өфөгә сығып киткәс, ауылдаштары составында “Зәйет” тигән команда ла йыйып маташты. Ул биш йылдан артыҡ эшләп, ярайһы уҡ үрҙәр яуланы.

— Зәғәфүрән ағай, мәғариф өлкәһенә нисек килдегеҙ?

— Ул айырым тарих...Төпсөк бала булғас, атайым менән инәйемдең мине ауылдан сығарып ебәргеләре килмәне. 8-се кластан һуң, йылға училищеһына уҡырға барам тип торғанда,  кире борҙолар. 10-сыны бөткәс тә, атайымдан бигерәк инәйем, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тип ҡырт киҫте. Уларҙың һүҙен йыға алманым. Колхозға һабансы булып урынлаштым. Яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙамын, ҡышын кәбән, фураж  ташыйым, башҡа эштәрҙе лә башҡарам. Эш хаҡы ла ала башлағас, ҡыҙығып киттем. Әммә,  һөнәрем юҡ бит. Класташтарымдың күбеһе военкомат аша шоферҙар курсын үтеп, машинаға ултырҙы. Бер йыл уҙғас, еңешеп, Кумертауға шоферлыҡҡа уҡырға киттем. Көҙөн әрмегә алындым. Ике йыл Чехославакияла мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт иттем. Унан сержант, отделение командиры дәрәжәһендә ҡайттым.

Ата-әсәйем, ағайымдар үҙ-ара кәңәшләшеп, мине  ауыл хужалығы техникумына уҡырға инергә димләй башланылар. Йәнәмәһе,  агроном йә зоотехникка уҡып сығам да, өйләнеп, ауылда ҡалам. Ярай, теләгәс, һеҙҙеңсә булһын, тип Стәрлетамаҡҡа Хәләф ағайым янына йүнәлдем. Дөйөм ятаҡта уның бүлмәләш егеттәре: “Ни эшләп һин ауыл хужалығын һайланың? Ҡайҙа әле, белемеңде тикшерәйек”, — тип мәктәп программаһы буйынса һорау ала башламаһындармы! Оло ағайҙар бер тауыштан миңә педагог булырға кәрәк тигән ҡарар сығарып, рабфакка оҙаттылар. Унда райондашыбыҙ Рифҡәт Мырҙағолов декан ине.

— Ҡустым, саҡ ҡына һуңланың бит әле. Армияла хеҙмәт иткән ереңдән документтар килтерһәң, ирекле тыңлаусы итеп алырмын, тик ятаҡтан урын да, стипендия ла юҡ. Ҡағыҙҙарың килгәнсе, иртәгә үк дәрестәргә йөрөй башла, — тип сығарҙы. Шулай итеп, уйламаған ерҙән педагогия институтының ирекле тыңлаусыһы булып киттем. Тәүге аттестацияны уңышлы тапшырҙым. Тик Чехославакиянан хат-хәбәр юҡ. Ағай менән бер карауатта йоҡлайбыҙ, өҫ-баш та бөтөн түгел (армияға тиклемге кейемдәремдең береһенә лә һыймайым), атайымдан аҡса һорарға уңайһыҙланам.  Ҡыҫҡаһы, ғинуар бөткәнсе йөрөнөм дә, ауылға ҡайтып киттем. Фермала мал ҡарайым,  өҫ-баш  бөтәйгәс, күңел дә көр, атай-әсәйемә лә ярҙам итәм. Ниһайәт, кәрәкле ҡағыҙҙар килеп еткән, мине деканатҡа саҡырталар. Ләкин бер ташлағас, оялып барманым.

Ауыл советы секретары Ғимран Дәүләнов колхоздың спорт буйынса методисы юҡ, әйҙә шунда, тип үҙе янына саҡырҙы. Ауыл советы рәйесе Хисаметдин Искәндәров та ҡуш ҡуллап ҡаршы алды.  Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек шул осорҙа. Башымда юғары белем алырға кәрәк, тигән аңлы теләк нығынғас, Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына документтарымды тапшырҙым. Атай: “Уҡытыусы ситтән тороп уҡырға тейеш түгел”, — тип ятып уҡырға ҡушты.

Үҙ йүнемде үҙем күрергә тырыштым. Ҡала дауаханаһында төнгө сменала санитар, ойошмаларҙа һаҡсы булып та эшләнем. Аҡса бик кәрәк саҡта ял көндәрендә егеттәр менән тимер юлы вокзалында йөк тә бушаттыҡ.  Студент йылдары һиҙелмәй үтте лә китте.

Педагогик хеҙмәт юлымды 1984 йылда Зәйет мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башланым. Бер аҙҙан мәктәп директоры урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. 1987 йылда  мәктәп директоры вазифаһына тәғәйенләндем. Уҡытыусылар етешмәгәнлектән иң беренсе кадрҙар туплауға тотондом, һуңынан иҫке мәктәпкә капиталь ремонт яһалды. Яңы бина хәстәрләү ҙә кәрәк бит. 1993 йылдан  етәкселәргә ошо һорау менән йөрөй торғас, ниһайәт, рөхсәт бирелде һәм 2000 йылда яңы белем усағы уҡыусыларға ишектәрен асты.

2005 йылда мәктәп коллективы менән Еңеү өсөн ғүмерҙәрен биргән һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барса ветерандар иҫтәлегенә обелиск ҡорорға кәәрәк тигән ҡарарға килеп,  шул ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Айрат Закир улы район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгән йыл район хакимиәте һәм ауыл халҡы ярҙамы менән ундағы исемлектәргә өҫтәмәләр индерелеп, яңыртылды.

Мәктәп йылдарында “Әхирәттәр” ҡатын-ҡыҙҙар фольклор һәм “Зәйет егеттәре” вокал төркөмө ойшторолдо. Үкенескә ҡаршы, ир-егеттәр хоры тарҡалып ҡуйҙы, ә “Әхирәттәр” әле лә гөрләп йәшәп ята.

Зәйет ауылы мәктәбен 32 йылдан артыҡ етәкләнем. Ошо арауыҡта абруйлы шәхестәр менән  аралашырға, тәжрибә уртаҡлышырға, дөйөм эштәр башҡарырға тура килде. Хаҡлы ялға сыҡҡас та өс йыл эшләнем.

— Һеҙ ауыл старостаһы...

— Эйе, был йәмәғәт вазифаһын башҡарыуыма өс йыл инде. Ауылды төҙөкләндереү, йәмәғәт тәртибе урынлаштырыу, спорт һәм мәҙәни саралар ойоштороуға халыҡты йәлеп итергә, ҡуҙғатырға кәрәк бит.   Ошо арауыҡта байтаҡ эштәр башҡарылды. Мәсет бинаһы тышланды, кәртәләнде, тәҙрәләре лә оҙаҡламай алыштырыласаҡ. Зыяратты ла   йыйыштырып, тәртиптә тотабыҙ. Ауылдаштар берҙәм булғас, эштәр ырай.

Бер ниндәй түләү ҙә ҡаралмаған староста вазифаһында Кесе Ватаны  йәшәйешенә битараф булмаған, көн тип, төн тип тормай, йорт эштәрен ташлап, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала. Зәғәфүрән  Ғафаров та  тап шундайҙар иҫәбенән. Ил ағаһының Ватаныбыҙ алдындағы намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Ул БР мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы Маҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл юбилей миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Райондашыбыҙҙың  дәрт ташып тора, ауылдың, ауыл биләмәһенең бөтә ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап, әүҙем тормош алып бара.

— Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ...

— Тормош иптәшем Илүзә Усман ҡыҙы менән ике игеҙәк ул үҫтерҙек. Улар  юғары белемлеләр, тәртип һаҡлау органдарында хеҙмәт итәләр. Килендәребеҙ — саф башҡорт ҡыҙҙары. Ике ейәнсәребеҙ һәм ике ейәнебеҙ тормошобоҙға тағы ла йәм өҫтәне. Бәләкәйҙән ислам ҡанундарын үтәйҙәр.

Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, яҡындарың менән бер-береңә терәк-таяныс булып йәшәгәндә барыбер еңелерәк, — тип һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы яҡташыбыҙ.

***

Зәғәфүрән Сәмиғулла улы яратыусы  ир, яҡшы атай, изге күңелле олатай. Ата-әсә балаларының эшһөйәр булып үҫеүенә шатлана, һәр кем тормошта үҙ урынын тапҡан, күңеленә хуш килгән эш менән шөғөлләнә.

Ғафаровтар бик ҡунаҡсыл, уларҙың ишектәре бөтәһенә лә асыҡ. Мосолман байрамдарында, мөһим ғаилә ваҡиғаларында улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре ата-әсә йортонда йыйыла, унда уларҙы һәр ваҡыт көтәләр.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас