

— Гәзит-журналдар алдырыу бәләкәй саҡтан уҡ һалынған матур ғәҙәт. Ата-әсәйебеҙ элек ҡосаҡ-ҡосаҡ яҙҙырттылар, шул иҫәптән беҙҙең өсөн дә. Бөгөн йәштәр ошо матур йоланы яңынан тергеҙһендәр ине.
Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Ҡайһы саҡта ҡайҙа ысын, ҡайҙа ялған икәнен дә айырыу ауыр. Бына шул саҡтарҙа район, республика матбуғат биттәрендәге мәғлүмәттәргә таянабыҙ. Сөнки тик уларҙа ғына дөрөҫ хәбәрҙәр.
“Инйәр” гәзите менән күптәнән дуҫмын. Редакция уҡыусылары өсөн төрлө дәртләндереү саралары ойоштороп тора, бүләктәрен дә йәлләмәй. Ул уҡымлы, йөкмәткеле баҫма. Тематикаһы бик бай. Ҡыҫҡа һәм тос мәҡәләләре өҫтөнлөк ала.
2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында уҙғарылған бүләк уйнатыуҙа ҡатнашып еңеүемә шатмын, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты район ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов.
Дилара Бәҙретдинова.
А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.