

Уның тамыры бик тәрәнгә, 1954 йылдарға барып тоташа. 2004 йылда режиссеры итеп Вәлимә Өмөтбаева тәғәйенләнә.
– “Өмөт” башҡорт халыҡ театрында 18-75 йәшлек утыҙға яҡын кеше шөғөлләнә. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар. Йәнә ауыл мәҙәниәт йортонда “Осҡон” балалар театры эшләй – үҙебеҙгә алмаш тәрбиәләйбеҙ.
Әлеге ваҡытта түңәрәккә һигеҙ уҡыусы йөрөй. Улар менән беҙ билдәле башҡорт драматургтарының әҫәрҙәрен сәхнәләштерәбеҙ, шулай уҡ урындағы йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ уйындарын тергеҙеп, өйрәнеп, эшебеҙҙә ҡулланырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, “Ҡар һыуы”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Наурыз”, “Кәкүк сәйе” һәм башҡа байрамдар ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә.
Тамашасылар алдында сығыш яһау малай һәм ҡыҙҙарҙа үҙҙәрендә ышаныс, кешеләр алдында тота белеү тәжрибәһен барлыҡҡа килтерә, телмәрҙәре үҫешә, туған телгә ҡарата һөйөүе формалаша. Театрлаштырылған спектаклдәр ярҙамында үҫмерҙәр бер-береңә ярҙам итеү, изгелек, ҡомһоҙлоҡ һәм хәйләкәрлек кеүек төрлө си-фаттар аша тормошта кешеләрҙең яҡшы яҡтарын күрергә өйрәнә.
Талантлы йәштәребеҙгә артабан республикабыҙҙағы сәнғәт уҡыу йорттарының театр бүлектәренә уҡырға инергә ярҙам итәбеҙ. Уларҙың араһынан Илназ Ҡотлозаманов уҡыусы сағында “Әсә хөкөмө” (авторы Ә.Атнабаев) драмаһында төп ролдәрҙең береһен башҡарып, тамашасылар күңелен яуланы. Беҙ был әҫәр менән бер нисә тапҡыр уңыш яуланыҡ. Тамашаларҙың береһендә егетте ул саҡтағмә-ҙәниәт бүлеге начальнигы Ильяс Сафин күреп, уға актерлыҡ бүлегенә уҡырға керергә тәҡдим итте. Илназға был роль ниндәйҙер этәргес көс биреп, ҡанатландырып, артабанғы яҙмышын хәл итте, тиһәк тә була. Дөйөм тырышлыҡ менән Сибай сәнғәт колледжы студенты булып китте. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, әлеге көндә — А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының йәш, өмөтлө актеры. Яңыраҡ ҡына сибайҙар беҙҙең район халҡына Н.Ғәйетбаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Әстәғәфирулла!” комедияһын тәҡдим итте. Абҙан егете Илназ Ҡотлозаманов ундағы төп геройҙарҙың береһен — Даянды башҡарҙы. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм яҡташыбыҙға ижади үрҙәр, яңы сағыу образдар теләйбеҙ. Әйткәндәй, ул “Өмөт”тәрҙе ярҙамынан ташламай, кәрәк саҡта кәңәштәрен бирә, ваҡытын бүлеп, спектаклдәрҙә лә уйнай. Балалар менән бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашып, дипломдарға, лауреат исем- дәренә лайыҡ булдыҡ. Төрлө райондарға, ауылдарға йөрөп, тәжрибә туплайбыҙ, –ти Вәлимә Ишбулды ҡыҙы.
“Һәләтһеҙҙәр юҡ, һәр кемдә ниндәйҙер талант йәшеренгән, уны табып, үҫтерә белеү генә шарт”, тигән бер аҡыл эйәһе. Был һүҙҙәр “Осҡон” балалар театры эшмәкәрлегендә асыҡ сағыла. Ул артабан да башҡорт ул һәм ҡыҙҙарының яҡшы сифаттарын асыуға, белемдәрен арттырыуға тос өлөш индереүен дауам итһен.
Физәлиә Ғәниева.
В.Өмөтбаева тарафынан ебәрелгән фото.