

XIX быуатта ҡала ситендәге йорттарҙы урта синыф вәкилдәре лә ҡуртымға ала башлай, ә совет осоронда дачалар күмәк күренешкә әйләнә: ер участкалары предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә бирелә һәм улар, тәү сиратта, йорт яны хужалығын алып барыу өсөн ҡулланыла.
Был байрам рәсми түгел, әммә “ял көнө” иртәнге сәғәт алтыла башланыуы ихтималлығын, ҡауындың мул уңышы бөтә ғаиләне аптырашта ҡалдырасағын белгән һәр кемгә бик яҡын, ә дачала ял итеү ниңәлер һәр ваҡыт түтәл утау менән тамамлана.
Районыбыҙҙа ла бөгөн дачалар иҫ киткес күбәйгән. Бигерәк тә, Аҙау, Оҙондар, Тәүәкәс, Абҙан, Асы, Тирәкле һәм башҡа ауылдарҙа ҡырҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ, ситтән килеүселәр ер алып, йорттар тергеҙеп, үҙҙәренә күрә ауыл тормошон йәмләп, йәнләндереп ебәрә.
Ғәлиә Ғайфулла ҡыҙы менән Әхмәт Фәрхәт улы Рамазановтар Көмәрле ауылына 2014 йылдан ныҡлап төпләнгән.
— Тормош иптәшем ошо ауылдыҡы, үҙем — Ырымбур яҡтарынан. Ғүмер буйы Дим биҫтәһендә йәшәнек. Төҙөлөш йүнәлешендә эшләнек. Әйткәндәй, шунда танышып-ҡауыштыҡ та инде.
Атай өйөн яңыртып, мунса, гараж, беседка, аласыҡты яңынан һалдыҡ. Бар эштә лә иремдең туғандары ярҙам итә, улар бигерәк оҫта, тырыштар.
Минең теләгемде үтәп, баҡса, сәскә мөйөшө лә ойошторолдо. Йәшелсәләр, емеш-еләк үҫтерәбеҙ. Сәскәләргә — айырым иғтибар. Уларҙың миндә 20-нән артыҡ төрө бар. Күп йыллыҡтарына өҫтөнлөк итәм. Беҙҙең Көмәрлелә ҡатын-ҡыҙҙар береһенән-береһе уҙышып ихата, баҡсаларын гөлгә күмә. Кемдә яңы төр күрһәк, алмашабыҙ, бер-беребеҙгә бирәбеҙ. Матур күңелле кешеләр күп бында, шуға кемгә инмә — аллы-гөллө урам, ундағы тәртип, бөхтәлек күҙгә салына.
Элегерәк яҙҙан көҙгә тиклем бер ҡайтып, бер китеп йөрөһәк, һуңғы йылдарҙа ҡышҡылыҡҡа ла ҡала башланыҡ. Ауыл тормошо, баҡса эше икебеҙгә лә, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә лә бик оҡшай. Ҡайһы берәүҙәр ял итеүҙе йылға буйында, йәки баҡсала гамакта ятыу, шешлек ҡыҙҙырыу, уйнап-көлөү тип аңлаһа, беҙ ҡолас йәйеп ерҙә эшләүҙән йәнгә йыуаныс, ял табабыҙ, — ти Ғәлиә Ғайфулла ҡыҙы.
Дачник көнө менән! Яратҡан участкағыҙ һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтырға теләгән урын булып ҡалһын. Верандалағы йылы кистәр, йомарт уңыш, матур баҡса һәм тәбиғәттә уҙғарылған һәр көндәр шатлыҡ, йән тыныслығы бүләк итһен.
Дилара Бәҙретдинова.
А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.