

Күңелле йыр-моң әллә ҡайҙан саҡырып, барыһын үҙенә тартты. Ҡышты оҙатыу сараһына килеүселәр тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, иғлан ителгән төрлө ярыштарҙа, уйындарҙа ҡатнашты, концерт ҡарап күңел асты. Сәхнәлә йырсылар, таҡмаҡсылар үҙ һәләтен күрһәтте, район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары сығыштары ла күңелгә ятты. Арҡан тартышыу кеүек күмәк бәйгелә көс һынашыусыларҙы ҡарап тороу үҙе бер тамаша булды. Был конкурстың еңеүселәре тәмлекәстәр алып шатланды. Тоҡ кейеп йүгерергә теләүселәр сиратта теҙелешеп торҙо. Тын тултырылған саңғыла уҙышыусылар ҙа ҡыҙыҡ ярышты. Кемдер артта ҡалһа-ҡалды, әммә саңғыһын финиш һыҙығына алып барып еткерергә тырышты. Байрамға ҡунаҡҡа килгән әкиәт геройҙары: бай, мут сауҙагәрҙәр, шаян Айыу, етеҙ Ҡуян һәм хәйләкәр Бесәй уйындарҙы күҙәтеп кенә ҡалманы, ә уларға әүҙем ҡушылып, балаларҙы дәртләндереп, тамашаға йәм өҫтәне. Ҡыш үҙе лә, яҙға тулыһынса урын бирер алдынан, ҙур түңәрәккә баҫып бейеп, һуңғы тапҡыр уйнарға ҡарар иткән кеүек тойолдо. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күптән көтөлгән Яҙҙы сәләмләне. Йылдағыса төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән йыйын иң мауыҡтырғыс ҡыш ҡарасҡыһын яндырыу һәм изге теләктәр юрау мәле менән тамамланды. Байрамға килеүселәр майлы ҡоймаҡтан ауыҙ итеп, күңелгә яғылған йыр-моңдан илһам алып, уйындарҙа ҡатнашып күңел асты. Ҡышты оҙатып, һағынып көткән яҙҙы күңелле итеп ҡаршы алды район халҡы.
Физәлиә Ғәниева.
Д.Бәҙретдинова фотоһы.