

“Йәйғор” үҫмерҙәр һәм балалар клубы базаһында 2014 йылдан алып Зөфәр Закир улы Ҡанбәков исемендәге шахмат клубы эшләп килә. Уның беренсе етәксеһе Александр Иванович Кочнев була, ул ваҡытта бында 10-15 бала йөрөй. 2017 йылдан Альберт Йәғәфәр улы Рәхимов сатраш серҙәрен өйрәтә.
Шахмат дәрестәре дүрт йәштән өлкән мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн көндөҙгө сәғәттәрҙә, аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелә һәм бөтөнләй бушлай. Бөгөн 50-гә яҡын спортсы район һәм республика турнирҙарында даими сығыш яһай. Сафина Ралинаны, Әлмөхәмәтова Әминәне, Сысоева Диананы, Зәбиров Эдгарҙы, Мәзитов Русланды, Ғафаров Алмазды, Фазлетдинов Искәндәрҙе, Морозов Петрҙы һәм башҡаларҙы айырып күрһәтергә мөмкин. Клубта шөғөлләнеүсе Сафина Камила, Рәхимова Камила һәм Мәзитова Разалия быйыл мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Ҡыҙҙарҙың уңышы — үҙ юлын яңы башлаған бөтә йәш шахматсылар өсөн өлгө.
Өлкәндәр менән дә район-ара турнирҙар ойошторола. Зөфәр Ҡанбәков иҫтәлегенә арналған ярыштар районыбыҙҙан ғына түгел, күрше яҡтарҙан да шахматсыларҙы берләштерә. Унда Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Стәрлетамаҡ райондары, Өфө һәм Мәләүез спортсылары көс һынаша. Зөфәр Закир улының улдары йыл һайын турнирҙы үткәреүҙә ярҙам итә. Шулай уҡ пенсионерҙар араһында спартакиада, район-ара шәхси-команда ярыштары һәм башҡалар уҙғарылып тора, унда 100-гә тиклем кеше йыйыла.
Шахмат клубының матди-техник базаһы ла яҡшыра: 2020 йылда Әмир Миҙхәт улы Дауҡаев булышлығында БР шахмат Федерацияһынан шахмат һәм сәғәт комплекттары алына. 2025 йылда БР шахмат Федерацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, уның вәкилдәре юғары категориялы судьялар ҡатнашҡан ике турнир ойошторорға ярҙам итте. Шахмат буйынса йәштәр йыйылма командаһы 2025-2026 йылдарҙа Башҡортостан шахмат лигаһында республиканың иң яҡшы уйынсылары менән осрашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 2026 йылдың апрелендә клубҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР спорт министры Руслан Таһир улы Хәбибов та килде. Советтар Союзы Геройы Т.А.Саевич исемендәге Максим Горький мәктәбендә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Л.М.Голубева һәм депутат фракцияһы етәксеһе А.Й. Рәхимов “Балалар спорты” проекты сиктәрендә шахмат буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Сара 20-нән ашыу кешене, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын да йәлеп итте.
Дилара Фәтихова.
Фото А. Йәғәфәров тарафынан ебәрелде.