

Райондың мәғариф бүлегендә “Башҡортостан ынйылары” республика театр-фольклор коллективтары конкурс-фестиваленең муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.
“Башҡортостан ынйылары”ның маҡсаттары үҙгәрешһеҙ ҡала — халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеү; халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен таратыу; балаларҙы ижади һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү; милләттең туған теленә, тарихына, этномәҙәниәтенә, фольклорына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Быйылғы конкурста ла ошо маҡсаттар ҡуйылды. Балалар үҙҙәренең уҡытыусылары етәкселегендә тикшеренеү эштәре үткәреп, сценарий яҙып, сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итте.
Ижади бәйгелә уҡытыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙың түбәндәге театр-фольклор төркөмдәре ҡатнашты: “Йондоҙҙар” (1-се Архангел мәктәбе, етәксеһе Лена Садыҡова), “Самрау” мәктәп театры түңәрәге (2-се Архангел мәктәбе, Резеда Маликова, Айгөл Ҡунаҡбаева), “Дарман” (Тирәкле мәктәбе, Әлмира Баһауетдинова), “Тамсылар” (Абҙан мәктәбе, Фидәлиә Кинйәғолова), “Аҡсәскә” (Баҡалды мәктәбе, Гөлшат Төлөбаева).
Конкурстың темаһы булып “Мәғарифҡа, фәнгә һәм мәҙәниәткә ҙур өлөш индергән Башҡортостан Республикаһының тарихи шәхестәре” торҙо. Ҡатнашыусыларҙың сығыштары бер нисә критерий буйынса баһаланды. Бөтә командалар ҙа тыуған еребеҙҙең тарихын, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм фольклорын интерпретациялауҙы лайыҡлы күрһәтте.
1-се Архангел мәктәбе коллективы — һуғыш ветераны, БАССР-ҙың Эске эштәр министрының элекке урынбаҫары Шәкирйән Ҡарабаевтың, тирәклеләр — Рәсәй театр һәм кино актеры, ҡуйыусы режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Олег Хановтың тормош юлын һәм эшмәкәрлеген, абҙандар — мәғрифәтсе шағир-импровизатор Мифтахетдин Аҡмулланың, баҡалдылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормошон һәм ижадын, 2-се Архангел мәктәбе — “Йәйләү” лагеренда ҡунаҡта” күренешен сәхнәләштерҙе.
Конкурс баһаһы һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды “Дарман” төркөмө яуланы, 2-се урынға: “Йондоҙҙар”, “Самрау” һәм “Тамсылар” лайыҡ булды, 3-сө урын “Аҡсәскә”гә бирелде.
“Башҡортостан ыйылары” фестиваленең муниципаль этабында еңеүсе “Дарман” ижади төркөмө республика кимәлендә районыбыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.
Сара һуңында район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Лариса Эгит бөтә командаларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Дилара Янбаева.
Автор фотоһы.