

— Бер кем дә ғүмерендәге мөһим осрашыуҙың ҡасан, ҡайҙа булырын әйтә алмай. Уны алдан планлаштырыу ҙа мөмкин түгел. Ваҡыты еткән мәлдә килеп сыға. Ҡараштар барыһын да аңлатасаҡ, һүҙҙәр мөһим түгел.
Үҙеңдең яртыңды тапҡанда, һәр ваҡыт янында булғы, донъялағы бөтә нәмә тураһында һөйләшке, ныҡлы һәм ышаныслы мөнәсәбәттәр төҙөгө килә, — тип һүҙ башланы Юлиә Фәнил ҡыҙы ғаилә тарихы менән таныштырыуын һорағас.
Архангел ауылында донъя ҡороп, һәләтле, рухлы дүрт ҡыҙ үҫтергән Юлиә Фәнил ҡыҙы менән Данил Зөлфәт улы Сафиндар районыбыҙҙың өлгөлө йәш ғаиләләренән һанала. Бөгөн Данил Зөлфәт улы нефтсе булып эшләһә, Юлиә ханым — үҙәк район дауаханаһында халыҡ сәләмәтлеге һағында.
— Тормош иптәшем менән уйламағанда ғына таныштыҡ. Данил ата-әсәһе менән юл ыңғайы беҙгә ҡунаҡҡа ғына ингән ине. Минең медицина университетынан һуң, интернатурала уҡыған сағым. Бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, тигәндәй 2008 йылда өйләнешеп, Өфөлә йәшәй башланыҡ. Бер аҙҙан “Ауыл табибы” программаһы буйынса үҙебеҙгә эшкә ҡайттым. Иптәшем дә бында төпләнеүебеҙгә ҡыуанды. Уның ата-әсәһе — Сухополдән. Бына шулай ауыл кешеләренә әйләндек тә киттек.
Яңы, ҙур йортобоҙҙо ҡыҙҙарыбыҙ йәмләй. Камила 2-се Архангел мәктәбенең — 11-се , Самира — 6-сы, Ралина 3-сө кластарында уҡый, кескәйебеҙ Амираға — биш йәш, ул “Тирмәкәй”гә йөрөй.
Әсәйем Венера Хәйрулла ҡыҙы беҙҙе, балаларын матур үҫтерҙе. Тәрбиәлә йомшаҡ та, үтә ҡаты ла булманы — “алтын урталыҡ”ты һаҡланы. Ололарҙы хөрмәт итергә, кескәйҙәргә ихтирам күрһәтергә, эш яратырға, алдашмаҫҡа, татыулыҡҡа өйрәтте. Бөгөн үҙем дә балаларымды шулай бағам. Ирем дә ситтә ҡалмай. Күптәр атай кеше – малайҙарҙы, ҡыҙҙарҙы әсәйҙәр тәрбиәләргә тейеш, тип уйлай. Минеңсә, тап атайҙар ҡыҙҙарҙы нәзәкәтле гүзәл зат итә. Атай һөйөүен, яҡлауын, ярҙамын тойған ҡыҙҙар көслө, үҙ баһаһын белеп, һөйөүгә лайыҡ булыуын аңлап үҫә һәм киләсәктә, һис шикһеҙ, бәхеткә ирешә.
Ҡөрьән аштарына, туғандарға, олатай-өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа гел бергә йөрөйбөҙ. Ҡыҙҙарым Аллаға шөкөр халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын беләләр, ҡыҙыҡһыналыр. Мәктәптән тыш башҡорт фольклоры, һынлы сәнғәт, шахмат түңәрәктәрендә шөғөлләнәләр.
Аталары шахмат яратҡас, буш ваҡыттарында гел сатраш янына йыйылалар. Самира был өлкәлә барыһынан да алдыра. Аш-һыу бешерергә, үҙҙәре яңы тәмлекәстәр уйлап табып әҙерләргә әүәҫтәр. Ғөмүмән, уларға һәр ваҡыт нимәлер эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Бигерәк әүҙемдәр, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, — тип ҡыҙсыҡтары хаҡында яратып һөйләне Юлиә Фәнил ҡыҙы.
Әйткәндәй, Сафиндар ғаиләһе ял һәм буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрергә тырыша: сәйәхәт ҡылһындармы, ғаилә байрамдарын ойошторһондармы, кино-театрҙарға барһындармы, баҡсала булышһындармы... Барһына ла өлгөрәләр.
Улар кеүек өлгөлө, йәш ғаиләләр районыбыҙға ҡот өҫтәй. Үҙ бәхеттәрен тыуған яҡтарында табып, матурлыҡ һәм хеҙмәт менән биҙәй белгән йәштәргә киләсәктә лә бер-береһенә терәк булып, балаларына шатлыҡ өләшеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.