

Ҡасандыр яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған Аҫҡын ауылын ҡалдырырға мәжбүр яҡташыбыҙ Әнисә Сабир ҡыҙы Сиражетдинова (Бәширова) алыҫ Ҡаҙағстанда тормош ҡорған милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе. Ул Астана ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Аҡбуҙат” башҡорт әҙәби-мәҙәни ойошмаһын етәкләй. Әнисә Сабир ҡыҙы тырышлығы менән бөгөн ватандаштарыбыҙ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы онотмай. Ағинәй республикабыҙ етәкселәре, яҙыусылары, сәнғәт кешеләре һәм башҡа билдәле шәхестәр менән тығыҙ бәйләнештә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ил инәһе әленән-әле төрлө саралар ойоштороп, осрашыуҙар уҙғарып, йәштәрҙе, балаларҙы “Аҡбуҙат”ҡа ылыҡтыра. Яңыраҡ бер төркөм ҡәрҙәштәребеҙ менән сираттағы әҙәби кисә үткәргән.
— Башҡортлоҡ ят мөхиттә нығыраҡ сағыла. Ойошмаға килгәндәр менән рәхәтләнеп әсә телендә һөйләшәбеҙ, йырҙар башҡарабыҙ, шиғырҙар уҡыйбыҙ. Әйткәндәй, улар араһында ҡәләм тирбәтеүселәр байтаҡ. Тотош ғаиләләре, ейән-ейәнсәрҙәре менән йөрөйҙәр, — ти ағинәй.
Сит тарафтарҙа туған телебеҙгә, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, байрамдарыбыҙға, моңобоҙға хыянат итмәй, уларҙы таратыу, һаҡлау һәм башҡа халыҡтарға күрһәтеү өсөн бар булмышын һалған Әнисә Сабир ҡыҙына оло хөрмәт.
Дилара Янбаева.
Фотола Әнисә Сиражетдинова — һулдан дүртенсе (беренсе рәттә).
Фото Ә.Сиражетдинова тарафынан ебәрелде.