

Яңы Шәрәй ауылы халҡы ауыл эсендәге һәм оло юлды төҙөкләндереүҙе хәстәрләп, ауыл һәм район хакимиәте тупһаһын аҙ тапаманы, ваҡыты-ваҡыты менән етәкселеккә хаттарын да яҙҙы. Тамсы тама-тама ташты тишә, ти халыҡ мәҡәле. Бына, ниһайәт, грейдер менән бөтә урамдар, шул иҫәптән оло юл да тигеҙләнде. Элек соҡор-саҡырҙарға һыу тулып, батҡаҡҡа әйләнә торғайны, ә бөгөн унан елдереп кенә йөрөргә була.
Ошо эштәр Липовка ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғүмәр улы Халиков ҡатнашлығында ойошҡан башҡарылды. Бер аҙна эсендә юлдарыбыҙ рәтләнеп, унан йөрөү еңелләште. Роторлы трактор менән ҡырлатып үләндәре лә сабылғас, йәмләнеп китте.
Ауыл халҡы Айҙар Ғүмәр улының көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһен ыңғай хәл итешкәнен, халыҡҡа яҡын булыуын хупланы. Уның башҡа проблемаларҙы ла атҡарып сығырына шигебеҙ юҡ. Афарин!
Флүр Сорағолов.
Яңы Шәрәй ауылы.
Автор фотоһы.