

Инәйебеҙ Айгүзәл менән атайыбыҙ Дамир Кәримовтар һәр беребеҙҙе тигеҙ яратып, матур итеп үҫтерә. Туғандарым менән ҡулдан килгәнсә ата-әсәйебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Бигерәк тә йәй көнө эш күп саҡта баҡсала йәшелсәләргә, сәскәләргә һыу һибергә, түтәлдәрҙе уташырға булышабыҙ. Бәләкәй Данил да кескәй биҙрәләре менән һыу ташый, ҡарағаттарҙы ла шуға тултыра. Яҡында ғына йәшәгән өләсәй менән олатайыбыҙҙы ла онотмайбыҙ.
Баҡсабыҙҙа гөлдәрҙең ниндәйе генә юҡ! Уларҙы тәрбиәләү серҙәрен бәләкәйҙән беләбеҙ.
Атайыбыҙ эштән ҡайтҡан саҡта тәбиғәт ҡосағына сығырға тырышабыҙ. Әле яңы Ғафури районына Аҡташҡа һәм Уҡлыҡаяға сәфәр ҡылдыҡ. Йылғала һыу инеп, яланда мәтрүшкә йыйып, тирә-яҡтың гүзәллегенә һоҡланып, рәхәтләнеп йөрөп ҡайттыҡ. Йәйебеҙ эш һәм ял менән күңелле, файҙалы үтә.
Илизә Салауатова.
Ҡыҫынды ауылы.
Автор фотоһы.