Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
15 Июля , 06:55

“Әҙәм балаһы, тәү сиратта, иманлы булырға тейеш”

Миңлеғәле Ғөбәйтулла улы Лоғаманов —  Оҙондар ауылы ир-уҙаманы.

“Әҙәм балаһы, тәү сиратта,  иманлы булырға тейеш”“Әҙәм балаһы, тәү сиратта,  иманлы булырға тейеш”
“Әҙәм балаһы, тәү сиратта, иманлы булырға тейеш”

Миңлеғәле Ғөбәйтулла улы Лоғаманов —  Оҙондар ауылы ир-уҙаманы. Йәш сағында Себер тарафтарында “буровой”ҙа, тыуған яғына ҡайтҡас, урындағы леспромхозда, тимер юлында эшләгән. Һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған аҡһаҡал бөгөн дин юлында.

— Инәйем менән атайымдың 12 балаһының төпсөгө —  беҙ өс игеҙәк: мин, Миңлебикә һәм Сибәрбикә ҡарындаштарым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сибәрбикә бәләкәй сағында  үлеп ҡалған. Ҡалғандарыбыҙ бер-беребеҙҙе хәстәрләп, ярҙам итешеп үҫтек.

Яҙмышым шулайҙыр — яңғыҙым ғүмер итәм. Белоретта Мәүлит хәҙрәттә дини һабаҡтар алғас, ныҡлап Ҡөрьән уҡый башланым. Аят, сүрәләр миңә ыңғай тәьҫир итә, тормош асылына  төшөндөрә. Тәбиғәткә сығыу, урман-ҡырҙарҙа яйлап йөрөү ҙә күңелде тынысландыра.

Кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте хаҡында  һүҙ ҡуҙғатҡас, Миңнеғәле Ғөбәйтулла улы өҫтәп:

— “Йәннәт асҡыстары халыҡтарҙың аяҡ аҫтында уралып ята, шуларға абына-һөрөнә йөрөйҙәр, ләкин күрә белмәйҙәр, әллә ҡайҙарға барып шәм яҡтыртып эҙләп ҡарайҙар — таба алғандары юҡ”, — тигән Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәттәре.

Әҙәм балаһы тәү сиратта, иманлы булырға тейеш. Иманлылар бер ваҡытта ла кеше рәнйетмәҫ, яҡшы эштәр башҡарып, ямандан йыраҡ йөрөр.

Бөгөн милләттәр, илдәр араһында дуҫлыҡ, аңлашыусанлыҡ мөһим. Ә уларға өлгәшеү өсөн иман кәрәк. Тыныслыҡтың, берҙәмлектең, игелектең нигеҙе тик унда ғына.

Ҡөрьән-Кәрим китабы беҙҙе барлыҡ кешеләргә ҡарата ғәҙел булырға, туғандарға, дуҫтарға, сәфәргә сығыусыларға, таныштарға, таныш түгелдәргә лә изгелек ҡылырға өйрәтә, — тине яҡташыбыҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас