

— Ауылыбыҙ яңы күсеп килеүселәр арҡаһында ҙурая, үҫешә. Ҡаланан ҡайтып, тәбиғәт ҡосағында йорт һалып, матур итеп донъя көткән йәштәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Эшен дә табалар, балаларын да тәрбиәләйҙәр, һүҙ юҡ. Тик бына “районка”ның башҡортсаһын да руссаһын да алдырыусылар аҙ. Интернеттан уҡыйбыҙ, тигән булалар ҙа, тик унда нәҡ беҙгә ҡағылышлы яңылыҡтар, кешеләр, ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәт юҡ бит.
Үҙебеҙгә ҡалһа, “Инйәр”ҙе көтөп алабыҙ. Уны ҡат-ҡат уҡып сығам. Башҡаларҙы аңламайым — кәрәҙле телефон иҫәбенә ай һайын меңәр һум аҡсаларын һалалар-һалыуын, ә ярты йыл буйы аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан гәзиткә йәлләйҙәр инде.
Бүләк отоуыма шатмын. Ҡоймаҡ табаһын яңыртырға кәрәк, тип йөрөй инем, бигерәк йәтеш булды. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә тираждарының артыуын, уҡыусыларының күбәйеүен теләйем, — тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Нәсимә апай.
Дилара Янбаева.
А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.