Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
15 Июля , 07:01

Имтихандар нисек тапшырылды?

2025-2026 уҡыу йылында район буйынса 11-се класты 55 уҡыусы тамамланы.

Имтихандар нисек тапшырылды?Имтихандар нисек тапшырылды?
Имтихандар нисек тапшырылды?

2025-2026 уҡыу йылында район буйынса 11-се класты 55 уҡыусы тамамланы. Был былтырғыға ҡарағанда, 22 сығарылыш уҡыусыһына кәмерәк. Бөтә балалар ҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына ҡабул ителеп,  Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) уңышлы тапшырҙы.  10 сығарылыш уҡыусыһы мәктәпте отличие менән бөтөрөп,   “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде: I дәрәжә — 4, II дәрәжә — 6 сығарылыш уҡыусыһы.

2026 йылғы БДИ һөҙөмтәләрен анализлап, 2025 йылғы кимәл менән сағыштырғанда,  уртаса балдар әллә ни ҙур түгел. Сығарылыш уҡыусылары «Рус теле», «Математика» (профиль кимәле), «Биология» һәм «География» кеүек предметтар буйынса уртаса балл күрһәткестәренең үҫеүен күрһәтте.

Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының һаны 29 процентҡа кәмеүгә ҡарамаҫтан, юғары баллыларҙың һаны 10 –дан 13-кә тиклем артты: ҡатнашыусылар профилле математика буйынса 5 юғары балллы эшкә иреште, рус теле, физика, тарих, география, йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәттән берәр юғары балллы һөҙөмтә алынды.

Ағымдағы уҡыу йылында 9-сы  класта 225 кеше уҡыны. Шуларҙың 190-ы төп дәүләт имтиханы һәм 35-е ГВЭ (дәүләт сығарылыш имтиханы) формаһында имтихан тапшырҙы, шул иҫәптән бер ҡатнашыусы өсөн өйҙә  ППЭ (имтихан үткәреү пункты) ойошторолдо. Предметтарҙан район буйынса уртаса баһа: физика, химия, география, инглиз теле һәм туған тел — «4»; рус теле, математика, информатика һәм биология буйынса — «3».

Имтихандар үткәреү пунктында ойоштороу һәм үткәреүҙә иҫкәрмәләр һәм боҙоуҙар теркәлмәне.

Юлия Колесникова,

район мәғариф бүлегенең өлкән инспекторы.

Фото — район мәғариф бүлеге архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас