

Ҡыҙыҡ инде был тормош, Зәйет ауылына барып, яҡташтарымды осратырмын, тип башыма ла килтермәгәйнем. Юҡҡа ғына донъя – ҡуласа, тимәгән шул боронғолар.
Баҡтиһәң, күркәм йәй миҙгеленең беренсе көнөндә үҙҙәренең бергә ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләүсе Гөлсөм һәм Тимерхәниф Сөләймәновтар сәстәрен-сәскә тап Күмертау ҡалаһында бәйләгәндәр икән.
Үҙем дә шул яҡ кешеһе булғас, Сөләймәновтарҙы тәү күреүҙән үк яҡын иттем дә ҡуйҙым.
Оҙаҡламай етмеш бишенсе йәшенең арҡаһына эйәр һалырға йыйынған Тимерхәниф Фәхрулла улы Илеш районының Иҫке Хазина ауылында тыуған. Әммә, өсөнсө кластан үҫмерҙе Ермолаево мәктәп-интернатына уҡырға бирәләр. Уны тамамлағандан һуң, күмерселәр ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡып, слесарь-ремонтлаусы һөнәрен үҙләштерә лә, вертолеттар эшләүсе предприятиела хеҙмәт юлын башлай. Был ваҡытта Архангел районы һылыуы Гөлсөм Нуретдин ҡыҙын да яҙмыш елдәре Стәрлетамаҡтан Күмертау ҡалаһына алып килә.
– Йәй көндәре Карл Маркс урамындағы «Полет» ашханаһы алдында ҡала йәштәре «Топтагон» ойоштора торғайны. Шунда барып, аяҡ табандары янғансы бейеп, күңел асып ҡайта инек. Шулай бер аяҙ матур кистә алдыма сибәр ҡыҙыҡай килеп баҫты ла, мине бейергә саҡырҙы. Танцанан һуң оҙатып барҙым. Гөлсөм менән шулай танышып киттек, – тип хәтирәләргә бирелә Тимерхәниф Фәхрулла улы, сал ҡунған килешле генә мыйығы аҫтынан йылмайып. Был ваҡытта уның әле лә йәшлек дәрте һүнмәгән күҙҙәрендә һөйөү сатҡылары сағылып китә.
– Ул ваҡытта ла мыйығығыҙ бар инеме, – тип шаяртам, Тимерхәниф ағайҙы кәзекләп. – Шул мыйығығыҙға ғашиҡ булғандыр, бәлки, Гөлсөм апай?
– Мыйығым юҡ ине әле. – Йорт хужаһы үҙе лә шаян ғына, һүҙҙе юморға бора. – Нимәмде оҡшатҡандыр Гөлсөм, күҙҙәрем дә ҡыҫыҡ ҡына бит инде.
Гөлсөм Нуретдин ҡыҙы ла, Тимерхәниф ағай кеүек, Күмертау вертолеттар етештереү предприятиеһында эшләп йөрөй икән дә баһа – токарь револьверсы. Икеһе ике цехта, бер-береһен оҡшатҡан йәштәр йыш осраша башлай. Тора-бара ошо дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә. 1976 йылдың 1 июнендә яратҡан йөрәктәр бергә тибә башлай.
Хужабикә сәнғәткә ғашиҡ. Стәрлетамаҡта училищела уҡығанда ла, һуңынан эш башлағас та, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың Һәүәҫкәр театры составында ауылдар буйлап гастролдәргә сыҡҡан саҡтарын әле лә һағынып иҫкә ала ул.
– Төрлө характерҙағы геройҙарҙы уйнай торғайным. Беҙҙең турала ваҡытлы матбуғат сараларында ла күп яҙҙылар, – ти Гөлсөм апай, йылдар һарыһы ҡунған гәзиттәрҙе минең алдыма һалып. – Күмертауға барғас та, күмерселәр мәҙәниәт һарайында эшләгән театр түңәрәгенә бик теләп йөрөнөм.
Гөлсөм Нуретдин ҡыҙының «Тиле йәшлек», «Игеҙәктәр», «Их, Өфө ҡыҙҙары» спектаклдәрендә асҡан сағыу образдарын тамашасылар бик йылы ҡабул итә. Хәйер, әле лә ижад донъяһында ҡайнап йәшәй Гөлсөм апай. Ул Зәйет ауылының «Әхирәттәр» йыр ансамбле ағзаһы. Әйткәндәй, «Әхирәттәр» 2019 йылда Туймазы ҡалаһында уҙған «Йырлайыҡ әле» бәйгеһендә ҡатнашып, Башҡортостандан, Татарстандан, Ульяновскиҙан, Пермдән килгән тиҫтәләгән коллективтар араһында уңышлы сығыш яһап, Гран-при яулай.
«Әхирәттәр» ансамбленең актив ағзалары Ғәлиә Хөснөтдинова, Флизә Исхаҡова, Зөлфирә Биктимерова, Илмира Әрдәширова, Әлфинур Хөснөтдиновалар хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте Гөлсөм Нуретдин ҡыҙы. «Ысын талант эйәләре йыйылған беҙҙең коллективта» , – ти ул ғорурланып.
Күмертауҙан һуң яҙмыш елдәре ғаиләне Урта Азияға алып китә. Әммә тыуған яҡтың изге тупрағы үҙенә тарта – 1992 йылда Сөләймәновтар Зәйет ауылына ҡайтып, нигеҙ ҡора. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Тимерхәниф Фәхрулла улы колхозда, май заводында хеҙмәт итә, ә Гөлсөм Нуретдин ҡыҙы РайПо-ға ҡараған сауҙа предприятиеһында һатыусы булып эшләй. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Май сүлмәге тышынан беленә. Сөләймәновтарҙың ихаталарына барып кереү менән бында уңған кешеләр йәшәгәнлеге күҙгә ташлана: ҡайҙа ҡарама, аллы-гөллө сәскәләр үҫә, йәшелсә ағастары ла тәрбиәле, бөтөн ерҙә бөхтәлек.
Эльвира ҡыҙҙары менән Илдар улдарына хәстәрлекле атай-әсәй, дүрт ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай менән өләсәй булып, ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер армыттарын барлап данлы баҫып киләләр Сөләймәновтар.
Сибәғәт Рахманғолов.
З.Биктимерова тарафынан ебәрелгән фото.