Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
10 Июля , 09:41

Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар

Район юлдары бер кемгә лә сер түгел — уларҙың яҡшырыуын  теләргә генә ҡала.

Юлдар, юлдар, инде нисә йылдарЮлдар, юлдар, инде нисә йылдар
Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар

Киң билдәле соҡорло-саҡырлылары ғына ла тиҫтәнән ашып китә.Урындағы халыҡ, килеп-һуғылып киткәндәр ҙә киртләстәрҙән үткән һайын ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә.

Юлдар төҙөкләндерелмәй, тип әйтеп булмай — йүнәтелә,  ямала. Ауыр көрсөк осоронда  уларҙы тейешле кимәлдә тотоу өсөн  хәлдән килгәнсә саралар уҙғарыла.

— Быйыл район буйынса Ҡыҫынды ауылының Мәктәп урамында — 100 метр, Үҙәк урамында — 270 метр, Архангел ауылының Октябрь урамында — 889 метр, Совет — 320 метр, Пушкин — 380 метр, Победа ауылының 1 Май урамында — 370 метр, Болонло — 250 метр, Казанканың Спальная урамында — 709 метр, Максим Горькийҙың Болонло урамында — 370 метр, Ҡояшлыла — 249 метр, Карташевкала Йылға аръяғында — 1000 метр, Благовещенка менән Көмәрле ауылдары араһындағы 1300 метр юлдарға таш түшәлде. Князев ауылына ингән 1,54 км оҙонлоғондағы юлға бер ҡатлам асфальт түшәлде. Муниципаль юлдарҙы тәртиптә тотоу программаһы сиктәрендә Ҡыҙыл Еҙемгә ингән 400 метр юл да ипләнде. Казанка-Михайловка араһында - 2,35 км, Максим Горькийҙа 1 км юл асфальтланды, 1,3 км әле эшләнә, — тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы район хакимиәте башлығының тормош тәьминәте, сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Урал Шаһиев.

Әйткәндәй, Казанка ауылы яғынан Валентиновкаға тиклемге 800 метр юл, ниһайәт,  яңыртылып, файҙаланыуға тапшырылды. Ундағы ремонт эштәре ике йыл элек башланғайны. Шулай уҡ "Архангел-Максим Горький" юл участкаһының туҡталыштан элекке  асфальт-битум заводына ҡәҙәр юлдан да хәҙер һәр соҡорға “баш эймәй” елдерергә була.

Дилара Бәҙретдинова.

И.Бәҙретдинова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас