Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
10 Июля , 09:14

Юл хәүефһеҙлеге һағында

Уҙған быуаттың илленсе йылдарында районды автомобилләштереү башлана.

Юл хәүефһеҙлеге һағындаЮл хәүефһеҙлеге һағында
Юл хәүефһеҙлеге һағында

Уҙған быуаттың илленсе йылдарында районды автомобилләштереү башлана. Район биләмәһендә хәрәкәт иткән тәүге транспорт саралары араһында “ЗИС-150” автомашиналары була, уларҙың һаны алтмышынсы йылдарҙа яҡынса 10 берәмек тәшкил итә. Архангел юлдарында техниканың күбәйеүе район Эске эштәр бүлеге дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһенең эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Уның тәүге хеҙмәткәрҙәре араһында Петр Иванович Недоспасов була.

Етмешенсе йылдар башында район буйынса ЮХХДИ бүлегенең өлкән дәүләт инспекторы вазифаһына Фидаил Хөрмәт улы Хәбиров тәғәйенләнә, ул 1978 йылға тиклем эшләй. Артабан быға тиклем Туймазылахеҙмәт иткән  Урал Ильяс улы Әхмәтшин күсерелә. 1990 йылдан 2000 йылға тиклем уның ҡарамағында 16 кеше һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал Ильяс улы баҡыйлыҡта. Шулай уҡ арабыҙҙан киткән Владимир Борисович Магадеев, Валерий Борисович Магадеев тураһында ла яҡты иҫтәлектәр йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ.

1991 йылдан 2004 йылға тиклем юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтендә Айрат Тимерзат улы Нәсибуллин төрлө вазифаларҙа эшләй. 2001-2004 йылдарҙа ОГИБДД-ны уға етәкләргә тура килә.

2004-2009 йылдарҙа  Олег Юрьевич Морев идара итә. Лайыҡлы ялға Олег Юрьевич БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһынан китә. 2015 йылда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлеген үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, Алик Сәғит улы Ғәлиев килеп,   вазифала 2018 йылға тиклем була.

2018 йылдан Архангел районы буйынса ЮХХДИ начальнигы вазифаһын полиция майоры Илдус Тәлғәт улы Шәрифуллин биләй. Ул тәртип һағына  1996 йылда патруль-пост хеҙмәтендә кинолог сифатында урынлаша. Бөгөн уның иңендә — ике тиҫтә йылдан ашыу Ватанға тоғро хеҙмәт итеү дәүере.

Ошо йылдар эсендә Илдус Тәлғәт улы айырыуса компетентлылыҡ һәм лидерлыҡ сифаттарын күрһәтте. Эшенә тоғролоғон, профессионализмын һәм яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен иҫбатлап, ул  ябай хеҙмәткәрҙән етәксегә тиклем үҫеп, бына инде һигеҙ йыл дауамында коллективты етәкләй.

Оҙаҡ ваҡыт, ә был ике тиҫтә йыл самаһы, районыбыҙҙың юл-патруль хеҙмәтендә водителдәрҙең хоҡуҡ боҙоуҙарын асыҡлаған белемле һәм тәжрибәле хеҙмәткәр — Филүс Флюр улы Бүләкҡолов, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында мәктәп уҡыусылары менән даими осрашыуҙар, дәрестәр, әңгәмәләр алып барған, үҙ белемен, һөнәри әҙерлек кимәлен күтәргән полицияның өлкән лейтенанты Дмитрий Александрович Романов та күптәргә таныш.

Административ ҡануниәтте үтәү буйынса эш алып барыусы һәм административ язаларҙы үтәүҙе күҙәтеүҙә тотоусы полицияның өлкән лейтенанты Азат Хантимер улы Юламанов, полиция лейтенанты Айҙар Булат улы Хәсәнов үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара.

Хеҙмәт эшмәкәрлегендә шулай уҡ юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Фидан Хәниф улы Гайсаров һәм Евгений Александрович Чернов яҡшы өҙөмтәләргә өлгәшә.

Дәүләт автоинспекцияһының йәш хеҙмәткәрҙәре полиция кесе лейтенанты Крестина Сергеевна Голубева һәм полиция лейтенанты Арсен Фидан улы Ибраһимов  һөнәр нигеҙҙәрен ныҡышмалы өйрәнеп,  закон, хоҡуҡ һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һағында тора.

ЮХХДИ-ның йәш хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләүҙә ошо өлкәлә күп йылдар хеҙмәт иткән Эске эштәр министрлығы ветерандары Айрат Нәсибуллин, Радик Юлдашев һәм Риф Ғафаров ҙур ярҙам күрһәтә.

Дмитрий Романов,

полицияның өлкән лейтенанты.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас