Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
10 Июля , 09:17

Ырыуҙаштар ҡор йыйҙы

Архангел ауылының Имәнлек яланында “Табын ырыуы берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе советы башланғысы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы һәм Архангел районы хаҡимиәте ярҙамында Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) һәм “Табын-фест – 2026” төбәк-ара йәштәр фестивале үтте.

Ырыуҙаштар ҡор йыйҙыЫрыуҙаштар ҡор йыйҙы
Ырыуҙаштар ҡор йыйҙы

Сарала республикабыҙҙың Архангел, Ауырғазы, Балтас, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Салауат, райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре башҡорттары ҡатнашты. Иң өлкән делегат  Ғафуринан 75 йәшлек Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин булһа, иң йәше — Ҡариҙелдән 18 йәшлек  Асия Ришат ҡыҙы Ғәлинурова.  Йыйын дауамында ырыуҙаштар тирмәләр ҡороп, милли кейемдәрҙә сығыш яһаны, үҫеп килгән быуынға халҡыбыҙҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне.

Осрашыуҙың беренсе көнө район мәҙәниәт йортонда “Таланттар эйәһе – табындар ғаиләһе” конкурсы менән асылды.     Район хаҡимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин йыйылыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, сәхнәгә төрлө яҡтарҙан килеп еткән дүрт табын ғаиләһе саҡырылды. Улар  “Таланттар эйәһе – табындар ғаиләһе” бәйгеһендә майҙан тотоп, шәжәрәләре менән таныштырҙы, ижади конкурста йыр-бейеүгә, телгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Район мәҙәниәт йорто артистарының концерт номерҙары тамашаға йәм өҫтәне. Ғафурилар, ҡырмыҫҡалылар, ҡариҙелдәр, учалылар һәм архангелдәрҙең үҙенсәлекле, сағыу сығыштары барыһына ла оҡшаны. Сара һуңында баһалама комиссияһы ҡарары буйынса 1-се урынды Ғафури районынан Хәбибуллиндар ғаиләһе яуланы. 2-се урынды райондаштарыбыҙ Ғәниевтар (Тирәкле ауылы) Ҡариҙелдән Бүләковтар менән бүлеште, ә 3-сө урынға Ҡырмыҫҡалынан Абакачевтар лайыҡ булды.

Артабан делегаттарҙы “Урал батыр” эпосына арналған фольклор лабораторияһында Табын иленең йәш сәсәндәре, фольклор белгестәре,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙ, ағинәйҙәр ҡоро вәкилдәре менән осрашыу көттө. Эпосты яттан һөйләүселәр әҫәрҙең бик тәрән йөкмәткеһен, халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын, тәрбиә мәсьәләһенең әһәмиәтен, илһөйәрлекте күрһәтте. Ир-егеттәр батырлығы, тыуған ер төшөнсәләре тураһында йәнле аралашыуҙа һәр кем үҙ ҡарашын еткерҙе. Махсус хәрби операция яугирҙәре Камил Юлбарисов менән Рөстәм Йәрмөхәмәтовтың телмәрҙәре тетрәндерҙе. Уларға ҡарап, бөгөн “таҫма” артында Ватан һағында хеҙмәт иткәндәрҙең йәшәү ҡиммәттәрен, ҡарашын, тормош мәғәнәһен аңлайһың. Фекер алышыу ахырында хәрби заданиеларҙы үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан батырҙары бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды. 

Район мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында йәштәрҙе лә, ололарҙы ла берләштергән тренинг та мауыҡтырғыс уҙҙы.  

Табындар ҡороноң икенсе көнө Һабантуй яланында дауам итте. Ул театрлаштырылған тамаша менән башланды. Архангел табындарының ҡор башы Таһир Рәхмәтуллин командаларҙы иғлан иткәндән һуң, улар тигеҙ сафтарҙа майҙан буйлап үтте.

Бөтә делегаттар ҙа урындағы ауыл хаҡимиәттәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  тирмәләрен зауыҡ менән биҙәп, ихаталарында кәсеп-шөғөлдәрҙе сағылдырҙы, милли ризыҡтарҙың төрлөлөгө хайран ҡалдырҙы.

Ғафури районынан Йортомбаевтарҙың, Рәхмәтуллиндарҙың шәжәрәләре төшөрөлгән баннерҙар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырҙы.  Рәзилә апай Солтанморатованың ҡурсаҡтары ла кескәйҙәрҙе генә түгел, ә ололарҙы ла үҙенә йәлеп итте. Тәтешленән Гөлшат Шәйехованың, Өфөнән Рүзилә Байназарованың, райондаштарыбыҙ Гөлнара Ташбулатова, Венера Антипина, Гөлфисә Бадранова, Данира Сөләймәнова һәм башҡаларҙың милли биҙәүестәре гүзәл заттарҙы ылыҡтырҙы. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы көршәкселәренең эштәре, хәрби-илһөйәрлек мөйөшө айырылып торҙо.

Йыйында ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар “Бәйге” башҡорт күп бәйгеһе, волейбол, шашка, шахмат, йәйәнән уҡ атыу, гер күтәреү, мас-реслинг спорт ярыштарында көстәрен, таҫыллыҡтарын һынап ҡараны. “Табын батыры – 2026”  һәм “Табын һылыуы – 2026” бәйгеләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ир-егеттәр, һылыуҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, көстәрен, зирәклектәрен, һәләттәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә “Табын батыры – 2026” исеменә — Ҡырмыҫҡалынан Алмаз Самиков, ә “Табын һылыуы — 2026” исеменә Ғафури районынан Наҙгөл Зәйнетдинова лайыҡ булды. 

Волейбол буйынса ярышта 1-се урынды архангелдәр, 2-сене — ғафурилар,  3-сө урынды  ҡырмыҫҡалылыр яуланы. Мас-рестлингта 1-се баҫҡысҡа — Илгиз Сабиров (Ғафури районы), 2-се — Урал Ғилмийәров (Балтас), 3-сө баҫҡысҡа Буранбай Ғибәҙуллин (Ауырғазы) күтәрелде. Гер спортында ир-егеттәр араһында 1-се урынды Валерий Антипин (Архангел), 2-сене — Урал Ғилмийәров, 3-сө урынды Буранбай Ғибәҙуллин алды.  Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урын — Розана Әхмәтғәлиеваға (Балтас), 2-се — Ирина Козловаға (Балтас), 3-сө урын Вероника Буранғоловаға (Ырымбур өлкәһе) бирелде.

Шахмат буйынса беренсе таҡтала 1-се урынды Вилдан Ҡунаҡҡолов, икенсе таҡтала 1-се урынды — Руслан Мәзитов, өсөнсө таҡтала 2-се  урынды Камила Рәхимова биләне. Дөйөм команда зачетында 1-се урынға  Архангел районы командаһы, 2-се — Ғафури районы, 3-сө урынға Балтас районы командаһы сыҡты. Шашка ярышында беренсе таҡтала 3-сө урын Вилдан Ҡунаҡҡоловҡа, икенсе таҡтала 2-се урын Руслан Мәзитовҡа, өсөнсө таҡтала 3-сө урын Рита Рәхимоваға бирелде. Дөйөм команда зачетында 1-се урынға  балтастар, 2-се — ғафурилар, 3-сө урынға архангелдәр лайыҡ булды.

Йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә Учалы, Ғафури һәм Архангел командалары иң күп мәрәйҙәр йыйып призлы урындарҙа билдәләнде.

Ә был  саҡта район мәҙәниәт йортонда Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) үҙ эшен дауам итте. Ултырыш башҡорт халғының гимны “Урал” менән асылды. Делегаттарҙы   онлайн форматында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

— Табындар берләшмәһе республикабыҙҙа ғына түгел хатта күпләп йәшәгән күрше өлкәләге милләттәштәребеҙ өсөн дә иң әүҙем эш алып барған ойошмаларҙың береһе. Бөгөнгө милли йәмәғәт хәрәкәттәре алдында илдең милли төрлөлөгөн һаҡлау буйынса системалы эш алып барыу менән бергә дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеген  нығытыу буйынса мөһим бурыстар тора. Маҡсатыбыҙ уртаҡ — башҡорт халҡының үҫешен һәм именлеген хәстәрләү, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, — тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Артабан делегаттар алдында “Табын ырыуы берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев ойошманың биш йыл алып барылған эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, совет ағзаларына урында ҙур эштәр алып барғандары өсөн оло рәхмәтен еткерҙе, алға яңы бурыстар ҡуйҙы.

Сығыш яһаусы ҡор баштары ауылдарҙа шәжәрә байрамды, Ватанды һаҡлауҙы пропагандалауға арналған саралар, башҡорт мәктәптәренең, балалар баҡсаларына тәрбиә эштәре, милли матбуғаттарға яҙылыу буйынса урында әүҙем эш алып барыу һәм бик күп мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Съезд үҙенең фекер алышыуы, тәҡдимдәре, ҡор баштарының көнүҙәк пробеламаларҙы күтәреүе менән айырылап торҙо. Йыйында делегаттар бер тауыштан Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаевты “Табын ырыуы берләшмәһе” советы рәйесе итеп һайланы, шулай уҡ уның урынбаҫарҙары, совет ағзалары исемлеге бидәләнде. Йомғаҡлап, “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе”  исеменә журналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, Архангел районы табындарының ҡор башы Таһир Рәхмәтуллин һәм Ғафури районынан Ғәлинур Ҡалмурзин бүләкләнде.

Районыбыҙҙа үткән Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) һәм “Табын-фест – 2026” төбәк-ара йәштәр фестивале бөтә ҡатнашыусыларға ла күтәренке кәйеф, рух һәм көс өҫтәне.

Дилара Янбаева.

И.Куркова фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас