

Липовка ауыл советының үҙ почта бүлексәһе булыуы урындағы халыҡ өсөн ҙур табыш. Сөнки ауыл кешеләре коммуналь хеҙмәттәр, һалым түләү, төрлө гәзит-журналдар һәм шулай уҡ аҙыҡ-түлек йәки башҡа хужалыҡ тауарҙары һатып алыу, хат йә посылка ебәреү өсөн һәр саҡ ошонда йүнәлә.
Благовещенка почта бүлексәһе һигеҙ ауылды: Благовещенка, Асы, Белорус-Александровка, Көмәрле, Яңы Ҡыҙылъяр, Яңы Шишмә, Яңы Шәрәй һәм Яңы Һарт ауылдарын хеҙмәтләндерә.
— Бүлексәлә өс почтальон: Гөлнара Ғәлина, Сания Бәширова, Ираида Ҡотлогилдина. Барыһы ла тырыш, халыҡ менән уртаҡ тел таба беләләр, — ти бүлексә начальнигы Миләүшә Әбдрәфиҡова.
Гөлнара Хәйҙәр ҡыҙы Ғәлина был өлкәлә — 2007 йылдан бирле. Ул Яңы Ҡыҙылъяр менән Көмәрлелә почта тарата. Үҙе Көмәрле ҡыҙы, тормош иптәше Илһам Шәрифулла улы Ғафури районының Имәнлек ауылынан. Өйләнешкәс бер аҙ Стәрлетамаҡ, Ғафури райондарында йәшәйҙәр. Артабан Көмәрлелә төпләнергә ҡарар итәләр. Бер ҡыҙҙары һәм улдарына ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Илһам Шәрифулла улының ҡустыһының һигеҙ йәшлек кенә улдарын да уллыҡҡа алып үҫтергәндәр. Бөгөн ике улдары ла МХО-ла.
— Йылдан-йыл гәзит-журналдарҙы алдырыусылар һанының кәмеүе бошондора. Берәүҙәр хаҡ ҡыйбатҡа һылтана, йәштәр яңылыҡтарҙы интернет аша уҡыйбыҙ, тиҙәр. Һуңғы ваҡытта матбуғат баҫмаларының районға бик һуңлап килеүе лә — һыныҡҡа һылтау. Яҙылыу кампанияһы көсөргәнешле бара. Шулай ҙа тоғро уҡыусыларыбыҙҙың булыуы төшөнкөлөккә бирҙетмәй, — тип кисерештәре менән уртаҡлашты Гөлнара ханым.
Ысынлап та бик ҡатмарлы осор башланды шул. Ташҡа баҫылған һүҙҙең көсө күпкә ҡеүәтлерәк икәнен замандаштарыбыҙ аңларға теләмәй, төрлө ышанысһыҙ сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр менән алдаҡтар селтәренә эләгә. Шуға күрә почтальондарға ла, район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәренә лә ошо ҡаршылыҡтарҙы нисек тә еңеп сығырға кәрәк.
— Бер нимәгә ҡарамай, алдыбыҙға ҡуйылған планды үтәргә тырышабыҙ. Кире осраҡта эш урындарында ставканы кәметеүҙәре мөмкин. Улайһа хат ташыусы булып кемдең йөрөгөһө килер. Гәзит, хат, квитанциялар таратылмай ятасаҡ инде. Ишетеп, уҡып торабыҙ, әле бер ерҙә, әле икенсеһендә почта бүлексәләре ябыла, хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡартыла. Почта бүлексәһе ауыл халҡының бар ҡарап торғаны, уны һаҡлап ҡалыу зарур, — тип өҫтәне яҡташыбыҙ.
Район почта хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған һәм шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ талап иткән эштәрендә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.