Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
10 Июля , 06:44

Күңеле матурҙың, донъяһы ла күркәм

Көмәрле ауылында йәйгеһен бигерәк күңелле һәм йәмле.

Күңеле матурҙың, донъяһы ла күркәмКүңеле матурҙың, донъяһы ла күркәм
Күңеле матурҙың, донъяһы ла күркәм

Көмәрле ауылында йәйгеһен бигерәк күңелле һәм йәмле: урамда балалар күпләп уйнай, ҡайһылары ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен көтә, өләсәй-олатайҙарына ҡырҙан каникулға ҡайтҡандары ла эшһеҙ тормай. Өлкәнерәктәре лә отпуск ала һалып, йылдың йылы  миҙгелен ауылда үткәреүҙе хуп күрә.

Лилиә Рәшит ҡыҙы Йыһаншина  йыл һайын яҙ еттеме Стәрленән бында ашыға.

— Ғүмер буйы ҡалала йәшәнек. Шау-шыуына ла күнегеп бөткәйнек. Йәш саҡта уға иғтибар итмәһәң дә, олоғайғас, тыныслыҡ кәрәк икән. Ирем менән йорт һалып ингәс, Көмәрлегә атлығып ҡына торабыҙ. Ауылыбыҙ бигерәк матур шул. 

Баҡса тәрбиәләргә яратам. Ҡыҙҙарым ҡайҙа ниндәй ағас, ҡыуаҡ, сәскә ултыртырға күрһәтеп, кәңәштәрен биреп торалар. Бындағы бөтә нәмә улар ярҙамында эшләнгән, — тип иҫ киткес матур баҡсаһын, ихатаһын күрһәтте хужабикә.

— Сәскәләр иғтибар талап итә. Улар гөрләп үҫһен, сәскә атһын өсөн бер ябай ысул ҡулланам.  Ҡоро әсеткене (“Пакмай” кеүек әсетке) 1 литрға 1 сәй ҡалағы (шәкәр ҙә шул сама) алабыҙ. Бер тәүлек ултыртып торабыҙ һәм сәскләрҙе тәүҙә һыу ҡойоп,  унан ашламаны һибәбеҙ. Йәшелсәләргә лә мөмкин, — тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты Лилиә апай.

Дилара Бәҙретдинова.

А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас