Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
10 Июля , 07:00

Хәйерле сәғәттә, сығарылыш класс уҡыусылары!

2025-2026 уҡыу йылында район буйынса 11-се класты 55 уҡыусы тамамланы.

Хәйерле сәғәттә, сығарылыш класс уҡыусылары!Хәйерле сәғәттә, сығарылыш класс уҡыусылары!
Хәйерле сәғәттә, сығарылыш класс уҡыусылары!

2025-2026 уҡыу йылында район буйынса 11-се класты 55 уҡыусы тамамланы. Был былтырғыға ҡарағанда 22 сығарылыш уҡыусыһына кәмерәк. Бөтә балалар ҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына ҡабул ителеп,  Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы.  10 сығарылыш уҡыусыһы мәктәпте отличие менән тамамланы  һәм “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде: I дәрәжә — 4, II дәрәжә — 6 сығарылыш уҡыусыһы.

Районыбыҙҙың  9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары мәктәп менән хушлашып, оло тормош юлына аяҡ баҫты. Был ваҡиға  оҙаҡ йылдар дауамындағы хеҙмәттең, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булған мәктәп йылдарының һәм онотолмаҫлыҡ мәлдәрҙең сағыу йомғағы.

Мәктәп стеналары үҙенсәлекле мөхит менән тулды: мөһабәт егеттәр, матур күлдәктәр кейгән сибәр ҡыҙҙар, тулҡынланған ата-әсәләр,  педагогтар — барыһы ла мөһим ваҡиғаны билдәләү өсөн йыйылды.

Кисәнең төп мәле булып аттестаттар тапшырыу тантанаһы торҙо. Һәр документ —  уҡытыусыларҙың һәм ғаиләнең тырышлығы һәм ярҙамы һөҙөмтәһе.

Балаларға мәктәп директорҙары, район хакимиәте вәкилдәре, класс етәкселәре, шулай уҡ тәүге уҡытыусылары мөрәжәғәт итте. Уларҙың телмәрҙәре сығарылыш уҡыусылары өсөн ғорурлыҡ һәм яҡты  киләсәгенә ышаныу менән тулды.

Ата-әсәләрҙән дә йылы һүҙҙәр яңғыраны: улар уҡытыусыларға сабырлыҡ, хәстәрлек һәм белем өсөн рәхмәт белдерҙе, балаларына уңыштар теләне. Ә туғыҙынсылар һәм ун беренселәр яуап итеп рәхмәт менән тулы шиғырҙар уҡыны, йырҙар башҡарҙы.

Мәктәп вальсы байрамдың йөҙөк ҡашы булды. Йәштәрҙең бейеүен залдағылар тын ҡалып күҙәтте. Был мәл йөрәк түрҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр.

Хөрмәтле сығарылыш уҡыусылары, үҙегеҙ теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, районыбыҙға кәрәкле һөнәр эйәләре булып ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Дилара Фәтихова.

И.Бәҙретдинова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас