

Тоғро дуҫыбыҙ приз отҡас, уғата шатландыҡ.
— Район гәзитен уҡымайынса булмай! Урындағы ғына түгел республикабыҙҙағы яңылыҡтарҙы ла унан беләбеҙ. Дауамлы хикәйәләр, файҙалы кәңәштәр, спорт, юбилярҙар рубрикалары, махсус биттәр айырыуса оҡшай.
Бөгөн ҡайһы бер кешеләр гәзиттең хаҡына һылтанып, яҙылмай ҡала, йәштәр интернеттан уҡыйбыҙ, тиҙәр. Бер мең һум хәҙер күп аҡса ла түгел бит. Башҡорт рухлылар, милләтен, телен, тарихын хөрмәт иткәндәр бер нимәгә ҡарамай уны алдырасаҡ.
Гәзит хеҙмәткәрҙәренә тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйем. “Инйәр” йәшәһен, — тине Рита Рафаил ҡыҙы.
Дилара Фәтихова.
А.Мөхәмәтйәнова фотоһы.