Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
10 Июля , 09:28

“Башҡорт ғаиләһе тыйнаҡ, унда насар ғәҙәттәргә урын юҡ”

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлыҡ, тәүәкәллек, сабырлыҡ, иғтирамлылыҡ сағыла Лилиә Азат ҡыҙынан.

“Башҡорт ғаиләһе тыйнаҡ,  унда насар ғәҙәттәргә урын юҡ”“Башҡорт ғаиләһе тыйнаҡ,  унда насар ғәҙәттәргә урын юҡ”
“Башҡорт ғаиләһе тыйнаҡ, унда насар ғәҙәттәргә урын юҡ”

Лилиә Дәүләтғәлина менән осрашырға тип Ауырғазы күп профилле колледжының районыбыҙҙағы филиалына ашыҡтым. Һиҙеп торам — дипломдар яҡлау, отпускылар мәле, ҡыҫҡаһы, мәшәҡәттәр етәрлек. Лилиә ваҡыт юҡ, тип тормай, әңгәмәгә ризалашты.

— Нәргизә, ҡыҙым, төшкөлөккә ҡайта алмайым. Туғандарыңды ашат йәме, — тип телефондан өлкән ҡыҙына йомош ҡушҡан арала студенттарына тейешле ҡағыҙҙар менән күрһәтмәләр бирергә лә өлгөрҙө.

— Нәргизәгә нисә йәш һуң? Шулай туғандарын ҡарарлыҡ ҙур ҡыҙығыҙ  бармы? — тим йылмайып.

— Эйе, быйыл ун бер йәш тулды. 2-се Архангел мәктәбендә белем ала. Тимурыбыҙ 1-се класты тамамланы, Сынғыҙхан ике йәше менән бара. Беҙ — күп балалы, — тип ғорурлыҡ менән яуап бирҙе Лилиә.

Эстән, өс бала әсәһе тип ғүмерҙә уйламаҫһың, үҙе ҡыҙҙар кеүек, тим.

— Аҙау мәктәбен тамамлап, М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетында уҡып йөрөгәндә, буласаҡ тормош иптәшем  Белорет районы Береш ауылы егете Альмирҙы осраттым. 4-се курста кейәүгә сыҡтым. Башта ауылда йәшәнек, аҙаҡ үҙебеҙҙең район үҙәгендә төпләндек. Дуҫтар, таныштар Өфөлә булғас, ҡала тормошонда ҡайнарға уйланыҡ. Тик ул беҙгә оҡшаманы, ҡабат ҡайтып, Архангелдә бер йыл эсендә инәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙҙың ярҙамы менән йорт һалып, бөгөн уны яйлап бөтәйтеп, йәшәп ятабыҙ.

Эштән ҡурмайым, ниндәйенә генә тотонһам да еренә еткереп, намыҫ менән башҡарам. Ҡалала йәшәгәндә — балалар баҡсаһында, бында  Аҙау мәктәбендә уҡытыусы, район мәғариф бүлегендә мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәренең муниципаль координаторы булып эшләнем. Муниципаль координатор бик күп ваҡыт эш сәфәре менән сит тарафтарға сыға, эш режимы көсөргәнешле. Шуға күрә Сыңғыҙханды “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына биргәс, хеҙмәт урынымды алыштытырға ҡарар итеп, колледжға килдем.

Коллективҡа тиҙ беректем, хеҙмәттәштәрем менән әйтерһең дә әллә ҡасандан бирле бергә эшләгәнбеҙ.

— Бында ла, өйҙә лә өлгөрөргә кәрәк бит...

— Ололары бәләкәстәрен ҡараша. Ирем вахта ысулы менән эшләй. Ул — экскаваторсы. Ялға ҡайтҡан сағында, әлбиттә, еңелерәк. Нәргизә бәләкәйҙән аш-һыу әҙерләүҙе күҙәтергә яратты. Ике-өс йәшендә өләсәләре менән ҡамыр баҫа торғайны. Әле “Тик-ток”тан рецептар ҡарап, “һә” тигәнсе берәй нәмә бешерә һала. Инәйем менән ҡәйнәм видеонан күреп, кәрәк саҡта кәңәштәрен бирәләр, белмәгәндәрен ейәнсәрҙәренән өйрәнәләр. Ҡоймаҡты ныҡ тәмле ҡоя. Кискелектә Нәргизәнең берәй тәмлекәс менән һыйлаясағын белеп торам. Тимур ҙа ҡустыһын ҡараша, өй йыйыштырыша, һауыт-һаба ла йыуа. Апаһы әйткәнде тыңлай. Шулай донъя көтәләр бәпестәрем.

Баланы бишектән тәрбиәләргә кәрәк, тыуғас та. Беҙ хеҙмәткә өҫтөнлөк итәбеҙ. Тимур атаһы менән көнө буйы ихатала: кәртә тотошһонмо, ҡар таҙартһынмы, һыу ташышһынмы. Ирем  спорт күнекмәләренә айырыуса иғтибар бүлә.

— Ҡәйнәләр менән мөнәсәбәт...

— Ҡайным күптән баҡыйлыҡта, атайым да ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм. Инәйҙәребеҙҙе ихтирам итәбеҙ. Уларҙың сабыр булыуы һоҡландыра. Гел төплө кәңәштәр бирәләр, бер ҡасан да ситкә типкәндәре юҡ. Аҡыллы, яҡшы күңелле ҡәйнәләр, иң беренсе сиратта, балаларының ғаиләһендә татыулыҡ, тыныслыҡ хөкөм һөрөүен теләй бит. Шуға күрә балаларының хәләл ефеттәрен үҙ ҡыҙы, улы һымаҡ итеп күрергә тырышалар. Беҙҙең инәйҙәр  бына шундайҙар рәтенән.

— Бөгөнгө башҡорт ғаиләһе ниндәй ул?

— Иң тәү сиратта, башҡорт ғаиләһе тыйнаҡ, унда насар ғәҙәттәргә урын юҡ. Электән милләтебеҙ эсеү, тартыу кеүек аламалыҡтан йыраҡ торған. Ошоға кире ҡайтыу мөһөим.

Атай кеше ғаиләһенең һаҡсыһы, табыусыһы. Шуға ул ҡырҙа эшләйме, урында үҙ эшен асамы, һәр хәлдә лә ҡул һелтәп йөрөмәй. Сабыйҙарының уҡыуы, тәртибе, уңыштары, шөғөлдәре менән дә ҡыҙыҡһына. Кәләшенә, ата-әсәһенә  лә тейешле ваҡыт һәм иғтибар бүлә.

Ә әсәйҙәр ире тапҡанды әләф-тәләф итмәй, балаларын тәмле ашата, матур, иманлы итеп тәрбиәләй, йорт-ихатаһын бөхтәлектә тота. Ғөмүмән, ғаилә усағын һаҡлай, үҙенең донъя көтөргә ынтылышы менән тормош иптәшенә  дәрт бирә. Үҙен ҡарарға ла ваҡыт таба, дәүләт эшенә лә өлгөрә, төрлө яҡлап үҫешә лә.

Башҡорт ғаиләһендә тырышып эшләү, хәләл көс менән мал табыу, хәләл ризыҡтар менән туҡланыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмау, туған телдә аралашыу, балаларға башҡорт исемдәрен ҡушыу, халыҡ ижадын белеү, милли биҙәкле кейемдәр кейеү мөһим. Бына шундай булырға тейеш башҡорт ғаилһе.

— Ваҡыт бүлеп, әңгәмәләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт, Лилиә Азат ҡыҙы.

Дилара Янбаева әңгәмәләште.

 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас