

Әсәй...Донъялағы бар кешеләрҙең дә иң ҡәҙерле кешеһе ул — әсәй. Беҙгә ғүмер биргән, һөйгән, наҙлаған, ғәзиздәре өсөн борсолған, төн йоҡоларын йоҡламаған, ғүмер буйы сабыйҙарын оҙата барған кеше ул.
Күркәм юбилейы алдынан мин дә үҙ әсәйем, беҙҙеңсә әйткәндә, инәйем Зифа Абдуллина тураһында яҙып китмәксемен әле. Фәриҙә өләсәйем менән Фәйзрахман олатайымдың күп балалы ғаиләһендә икенсе бала булып, йәмле йәй уртаһы — июль башында 1956 йылда тыуған. Башланғыс класты тыуған ауылы Ҡыҫындыла тамамлағас, Зәйет һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә (ул ваҡытта шулай аталған) уҡырға бара. 1971 йылда уны тамамлап, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу теләге менән Салауат ҡалаһына педагогия училищеһына юл тота. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, уҡырға инә.1975 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып, тыуған мәктәбенә мәктәп мөдире һәм уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Бында эшләгән ваҡытта уның тырышлығы менән ике класс-кабинетлы мәктәп төҙөтә. Әлеге мәлдә ул бүлмәләр ашхана һәм мәктәпкәсә балалар бүлмәһе итеп файҙаланыла.
Яҙмыш елдәре уны Ғафури районына илтә. Ләкин 1986 йылда кире тыуған районына ҡайтып, Зәйет мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай һәм хаҡлы ялға киткәнсе ошо мәктәптә балаларға белем һәм тәрбиә бирә. 38 йыл ғүмерен сабыйҙарға арнай. Бөгөн уның уҡыусылары сал сәсле ағайҙар һәм апайҙар.Тик улар тәүге уҡытыусыларын онотмайҙар байрамдарҙа, тыуған көндәрендә килеп, ҡотлап китәләр, юлда осратһалар, туҡтап, хәл-әхүәл һорашалар. Инәйем үҙе лә уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, һәр береһе тураһында белешеп тора. Уның уҡыусыларының байтағы педагог һөнәрен һайлаған. Мин дә шулар иҫәбендә — башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Ул минең әсәйем генә түгел, тәүге уҡытыусым да, остазым да, кәңәшсем дә. Кәрәк саҡта ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеп ебәрә.
Хаҡлы ялда булһа ла, бер ҙә тик тормай. Бына 14 йыл Ҡыҫынды ауылының ағинәйҙәр төркөмөн етәкләй. Улар менән төрлө фәһемле саралар үткәрә, онотолоп барған йолаларҙы тергеҙәләр. Хәрби операция башланғас, ирекмәндәргә лә әйләнделәр: әле посылкалар йыялар, әле туҡмас ҡырҡалар, бауырһаҡ бешереп оҙаталар, ауылдаштарҙан аҡса йыйып та ебәрәләр. Шундай тыңғыһыҙҙар! Зифа Фәйзрахман ҡыҙының ныҡышмалылығы, тырышлығы менән һуғыш ветерандарына ҡуйылған һәйкәл яңыртылды. Ауылыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртып йәшәй ҡәҙерлем.
Мин әсәйем менән ғорурланам. Көслө рухлы кеше ул. Яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында һығылып төшмәй, еңеп сығырға көс табып, тормоштан йәм табып йәшәй белә. Ул шул тиклем туғансыл. Күңелендә һәр береһе өсөн урын бар. Йыраҡтағыларын тәмле ашын бешереп, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Уңыштарына һөйөнә, мохтаждарына ярҙам итеп ебәрә. Улар ҙа үҙ сираттарында, ҡулдарынан килгәнсә булышалар. Шулай итеп татыу йәшәйҙәр. Беҙгә, икенсе быуынға өлгө булып торалар.
Алдағы йылдарҙа ла шулай дауам итһен. Аллаһы Тәғәлә инәйемә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен, барыбыҙға ла терәк-таяныс булып, оҙаҡ йәшә!
Гөлдәр Абдуллина.
Ҡыҫынды ауылы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.